Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Ышанырғамы, юҡмы?

Ун ике йыл элек булған хәл.

Ышанырғамы, юҡмы?Ышанырғамы, юҡмы?
Ышанырғамы, юҡмы?

Ун ике йыл элек булған хәл. Атайҙың 60 йәшен үткәрергә бөтә балалары йыйылдыҡ. Таң менән өлкән ағайым мунса яҡты, мин иң беренсе мунсаға индем, еҫ тейеп ҡолағанмын. Еңгәй күреп ҡалып мунсанан алып сыҡҡан. Улар мине уятабыҙ тип ҡаңғырғанда, "теге донъя"ға барҙым. Шундай рәхәт, сылтырап шишмә аға, ҡоштар моңло итеп һайрай, ҡояшлы ,тыныс кына көн ине, үҙем осоп барам - шул тиклем рәхәт. Артҡа ҡараһаң, ҡара урман үҫә, ерҙе ҡараһаң, аҡ сәскәләр ултыра, тауға яйлап ҡына осоп барам, тау өҫтөндә өс әбей ултыра. Иң өлкән әбей тәхет һымаҡ ултырғыста. Йөҙө күренмәй, аҡ яулыҡ ябынған, өсөһө лә ап-аҡтан кейенгән. Икәүһен таныйым - атайҙың әсәйе ултыра, иң өлкәне атайҙың өләсәйе Өммөгөлсөм, ә эргәһендә тәпәшерәк кенә әбейҙе таныманым. Минән һорау алыу башланды:

- Нимә ҡарап йөрөйһөң, тип.

Мин:

- Ҡалай бында рәхәт, ҡалайыммы? - тип һорайым.

Ике балаңды кем ҡарай, кем үҫтерә, тип мине кире ҡыуа башланылар. Иң өлкән әбей ошо доғаны уҡый алһаң, кире ҡайта алаһың, тип артынан ҡабатларға ҡушты, мин уҡыным һәм уянып киттем - реанимацияла ятам.

Ауылдашым Әлиә минең уянғанды күреп, коридорға сығып, ағай менән еңгәйгә терелде тип әйткән. Миңә бит 7 йәш булғанда, ошо доғаны ятла, тип өйрәткәйне бит ҡартәсәйем. Хәҙерге ваҡытта 40 йәшлек ҡатынмын, әле лә килеп төшөмдә бер аҡ әбей килеп уҡытып китә. Теге донья бар икән ул.

Һеҙ ошондай хәлдәр тураһында ишеткәнегеҙ бармы, дуҫтар? Ышанаһығыҙмы, юҡмы?

Авторы билдәһеҙ.

"Сәйер донъя" төркөмөнән алынды.

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас