

Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа, күҙ асҡыһыҙ ап-аҡ бурандарҙа тунһыҙ, дебет шәлһеҙ, быймаһыҙ оҙон сәфәрҙәрҙә ҡалайтып йөрөмәк? Тунһыҙ артист артист түгел инде! Өҫтәүенә, автобустың мейесе бер һүнеп, бер тоҡанып йәнде көйҙөрә. Театр килә, тип клубты бар хәлдәренсә генә йылытырға тырышып, иртәнән кискә тиклем мейескә яғалар йыйыштырыусы апайҙар. Мейесе баҙлай баҙлауға, тик айлап яғылмай торған клуб эсе бер ҙә генә имшей һалмай.
Бөрйәнгә тәүге сәфәрем ине. Електәргә үтеп инерлек әсе елдәр, оҙон бормалы юлдар, аҡ суҡлы шәл бөркәнгән ҡайындар, йәшел тунлы мөһабәт ҡарағайҙар, бейек тауҙар, ғорур ҡаялар...
Йәш инем. Кейем-һалымдың әллә ни юҡ мәле. Тун тектерәйек, тип әсәйем һарыҡ тиреләре йыйған булды. Уларын әрмәк тоҡҡа тултырып, «Дом быта»ға алып барҙыҡ.
Ике еңегеҙгә тағы ла ике тире етмәй, тигәстәр, ҡуй, быйылға алама бәлтәң менән йөрөп тор, Күсейгә ҡайтҡас, йәүкәләп ҡарармын, әллә анауы кәзә тиреләрен берәйһе һарыҡтыҡына алмаштырыр. Тире тапһаҡ, тағы килербеҙ, тапмаһаҡ, быларынан ҡустыңа тун тектерербеҙ, тип тоғон йөкмәп, әсәйем ҡайтып китте.
Әмәлемә ярағандай, универмагҡа пальтолар килтереп, прилавка «аҫтынан» ғына һатҡандар ҙа, минең күрше ҡатын пальто һатып алған. Кейеп ҡарап, яйлап, һайлап алырға форсат теймәгәнме, ҡыҫҡаһы, пальто уға тар булып сыҡҡан. Түшендәге төймәһе элмәгенә барып етмәй, ҡултыҡ аҫтары ҡыҫа, тип миңә алып инде был.
- Аҡсаһын ҡабалан-дырмайым, өскә бүлеп түләрһең, тип төргәкте һүтеп ебәрҙе. Пальто миңә ҙур булып сыҡты.
- Төймәләрен шылдырып баҫырһың, еңдәренең осон эскә бөкләп ҡуй! Мужыт итәгенең осон ҡырҡып, билдек эшләп алырһың, тине лә сығып та китте. Пальто матур, һүҙ юҡ. Аҡ төлкө яғалы, көрән төҫтә. Яңы пальтомды кейеп, көҙгө ҡаршыһында улай-былай әйләндем, яғаһын күтәрҙем, кире төшөрҙөм - килешмәй инде миңә.
«Гастролға кейеп сығайым да, ҡайтҡас күҙ күрер», тинем, ахыры.
Әлеге өп-өр яңы пальтола, башҡа дебет шәл урап, быймалар кейеп, ҡәҙимге кешегә оҡшап, үҙ дәрәжәмде белеп кенә, автобустың иң артында - декорациялар араһында киләм. Артистар бөтәһе лә тиртун кейгәндәр, ҡолаҡсын кәпәс, йөн бейәләй, быймаларҙа киләләр. Хатта ҡайһы бер ағайҙарға ҡатындары тубыҡса бәйләп кейҙергән - эй ҡәҙер иткәндәр инде хәләл ефеткәйҙәрен!
(Дауамы бар).
С. Әбдрәхимова
Фото архивтан.