

- Халыҡ хәҙер татыу түгел. Туған туғанды белмәй, үҙ-үҙенә бикләнде лә, бер кем менән аралашмай йәшәүен белә. Элек ана, йыл дауамында өмәгә йөрөнөк. Йортто ла бергә бурап күтәрҙек, туйҙар мәле ауыл менән байрамға әүерелер ине, – тип хәтирәләр ебен һүтте улар бер тауыштан.
Элек ауылдаштарҙың бер ғаилә булып йәшәүҙәрен кем хәтерләмәй? Көҙгө ҡаҙ өмәләрен генә алайыҡ, ысынлап та, ауыл тормошоноң бер өлөшө ине улар. Уның ҡасан үтәсәге алдан билдәләнә, хужабикә үҙ ҡулдары менән тәмлекәстәрен әҙерләп, был сараны байрам итеп ойошторорға бөтә көсөн һала. Ауыл янындағы йылғаға көйәнтәләргә элеп алып барыуҙар, ҡайтҡас йыр-моңло мул табындың дауам итеүе күңелле хәтирәгә генә әйләнде.
Хәбәргә һәр һүҙен уйлап, үлсәп һөйләгән ҡатын ҡушылды:
Әңгәмә темаһын ауылда мал һатҡан ағай күтәреп алды:
- Аҙна һайын бер баш мал һимертеп һатам. Эс-ҡарынынан да аҡса эшләйем, баш-тояғын да эшкәртәм. Һатҡан тауарҙан килем алырға тейешмен, шунлыҡтан кеше ҡушмайым, үҙемдекеләр башҡара, саҡырған кешеңде ашатырға, эсерергә кәрәк, әҙме-күпме итен дә тоттороп ҡайтарырға тейеш булаһың. Ситтәр кәрәкмәй, үҙебеҙ өлгөрәбеҙ!
Ҡаҡса буйлы апайҙың фекере былайыраҡ яңғыраны:
- Ә мин баҡсалағы картуфты үҙем утайым, күмәм, яңғыҙым сығарам, балалар ситтә йәшәй. Кеше эшен яратмайым, шунлыҡтан күршеләргә әйтеп тә тормайым. Бер нисә йыл берәүгә әйткәйнем, күнәк тултырып иң эреләрен һайлап алып ҡайтты. Йәлләп ҡарап ҡалдым, мин уларҙы үҫтерер өсөн күпме көс һалдым, ә ул ярты көн эше өсөн өймәләм картуфымды алды.
Бына шулай, туғандар, күрше-күлән араһында татыулыҡ юҡ, тип зарланырға өйрәндек. Һуғым ашына саҡырмайҙар, ҡаҙ өмәһе үткәрмәйҙәр, балаларының туйына, бәпес туйына әйтмәйҙәр тип асыуланабыҙ. Ашарға мул, аҡсаһыҙ ҙа түгелбеҙ, йортобоҙ иркен, бөтәһе лә һыйырлыҡ. Тик йөрәктә генә урын тар. Был инде һәр кемдең үҙенә бәйле.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?!
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.