Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Иҫән ҡалһам... (башы)

Мин башҡаларҙан айырылып бармаған ҡәҙимге кешемен.

Иҫән ҡалһам... (башы)Иҫән ҡалһам... (башы)
Иҫән ҡалһам... (башы)

Мин башҡаларҙан айырылып бармаған ҡәҙимге кешемен. Ауылда күп балалы ғаиләлә тыуып үҫтем, ҡалаға сығып китеп, белем алдым, тормошҡа сыҡтым. Бер йылдан улыбыҙ тыуҙы. Тик ирем менән биш йыл ғына йәшәнек, эсә, һуғыша башлағас, айырылыштыҡ. Баш ҡалала унда-бында күсеп йөрөп, тамам ялҡҡас, улым менән икәүләшеп тыуған яғыма әйләнеп ҡайттыҡ.

Тәүҙә апайымдарҙа йәшәнек. Һуңынан минән өлкәнерәк, тәүге ҡатыны менән айырылған бер ирҙе осратып, уға кейәүгә сыҡтым һәм уның донъяһында йәшәй башланыҡ. Башта, әлбиттә, беҙҙең турала төрлө ғәйбәт, яман һүҙҙәр һөйләнеләр. Тик ирем үҙенең туғандарынан да, минекеләрҙән дә һүҙ әйттертмәне, ҡыйырһытманы, улымды үҙенең балаһы кеүек ҡабул итте, тәрбиәләне. Яйлап бөтәһе лә үҙ урынына ултырҙы, ҡәҙимгесә йәшәп алып киттек. Хәҙер икенсе балабыҙ - ҡыҙыбыҙ бар.

Бер ҡарауға, кешенән кәм-хур йәшәмәйбеҙ, улымды бергә үҫтерҙек, ул иремде "атай" тип кенә тора, уҡыттыҡ, әле армияла хеҙмәт итә. Ҡыҙыбыҙ ҙа үҫеп килә, мәктәпкә уҡырға барҙы. Иптәшемдең тәүге ҡатынынан балалары, ейәндәре беҙгә килеп йөрөй, сыр-сыу килеп, ғауғалашып ултырған юҡ, һәүетемсә йәшәп ятабыҙ, Аллаға шөкөр.

Үҙем эшләйем, ике юғары белемем, яратҡан һөнәрем бар. Өйҙә лә, эштә лә өлгөрөргә тырышам, бигерәк тә тәмле-татлы итеп бешеренергә, бәйләргә, китап уҡырға яратам. Бергәләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар, бал ҡорттары ҡарайбыҙ, үҙебеҙҙең көс менән тапҡан малға, донъяға ҡыуанып йәшәгән булабыҙ. Беҙҙән кеше өҙөлмәй: балалар, ейәндәр (иптәшемдең тәүге ҡатынынан), туғандар, таныштар, дуҫтар килеп-китеп тора, Аллаға шөкөр. Бөтәһенә лә асыҡ йөҙ күрһәтергә, ихлас ҡунаҡ итергә, уларҙың күңелдәрен күрергә тырышабыҙ...

Тик һуңғы ваҡытта ошондай табындар эске менән йыш бәйләнә башланы. Табындар күңелле үтә, әлбиттә, тик икенсе көндө "эскегә һалышмаһам ярай ине" тигән уйҙар мейене телгеләп, ныҡ ҡурҡыта башлай. Һәр ошондай табындан һуң эстән генә Хоҙайҙан мине яман ризыҡтан айырыуҙы һорай инем.

Быйыл бигерәк сейә күп булды, бик күп компот эшләнем, һәр банканы япҡан һайын "Эскеһеҙ табындарға яҙһын" тип теләйем. Сөнки эске табындары көн дә булмаһа ла, аҙна һайын ҡабатланып торҙо: тыуған көндәр, эштәге уңыштар, яңы машина-әйберҙәр, отпуск, ял итеүҙәр һ.б. Бер яҡтан ҡараһаң, шатлыҡҡа тулы тормош, икенсе яҡтан, ул шатлыҡтар араҡы менән "йыуыла"...

Бына бер көндө йыраҡтан бик оҙаҡ йылдар күрешмәгән ауылдашыбыҙ, әхирәтебеҙ отпускыға ҡайтып төштө. Һәр ваҡыттағыса, ҡунаҡ булдыҡ, йәшлек хәтирәләрен иҫкә төшөрҙөк, бик матур ғына кис ултырып ташланыҡ. Ирем ул көндө эштән һуң ғына ҡайтты, эске табынын күреп, кәйефе лә төшкәйне уның, мин бер һүҙ ҙә әйтмәнем. Әйтһәң, ғауға буласаҡ, шуға ла ҡунағымды оҙатҡас, әкрен генә өҫтәлде йыйыштырып, йорт-ҡураны ҡарап, ҡош-ҡортто ашатып, йоҡларға яттым.

Бер заман төнгө сәғәт өстә "Эсеп үлгән, эсеп үлгән" тигән бик шат һәм тантаналы итеп ҡысҡырышҡан тауыштарға уяндым да кемдең эсеп үлгәнен аңламай ыҙаландым. Ә тауыштар артҡандан-арта барҙы, уларға башҡалар ҙа ҡушылды. "Эх, иренә әйтмәне, ҡыҙын детдомға бирмәһә ярай ине!" "Улына ла хәбәр итмәне (улым Мәскәүгә эшкә киткәйне), сәғәт өс, Мәскәүҙә - бер, хәҙер шылтыратһа ла була инде, тик нимә тип әйтер икән уға?" "Эй, бахырың, әллә күпме компот эшләне, үҙе эсә лә алманы..."

Ошондай тауыштарҙы ишеткәс, минең турала һүҙ барғанын аңланым. Береһен дә күрмәйем, тик эргәмдә йөрөгән, һәр аҙымымды күҙәткән, һәр һулышымды тойған "кемдеңдер" минең бөтә тормошомдо тәфсирләп, әсенеп һөйләгәнен тойҙом. Үҙем аңлайым, ишетәм, күҙем асыҡ, тик бер нимә лә эшләй алмайым. Ул тауыштар һуңғы ваҡытта күргән төштәрҙән эпизодтарҙы ла иҫкә төшөрҙө. "Эсергә ярамағанын, иманға килеүеңде беҙ һиңә төштәреңдә лә аңлатырға тырыштыҡ, аңламаның..." тип үпкә белдерҙеләр. Һәм улар тауышына тағы кемдәрҙеңдер (шайтандарҙың икәнен аңланым) "Эсеп үлгән, эсеп үлгән!" тигән шатлыҡлы тауыштары ҡушылды.

Автор: Айһылыу Ғүмәрова.

"Сәйер донъя" төркөмөнән. 

(Дауамы бар)

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас