Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Иҫән ҡалһам... (аҙағы)

Күҙ йомолһа, ауыҙ асыла, эстән бер нәмәне һура башлаған кеүек тойола.

Иҫән ҡалһам... (аҙағы)Иҫән ҡалһам... (аҙағы)
Иҫән ҡалһам... (аҙағы)

Күҙ йомолһа, ауыҙ асыла, эстән бер нәмәне һура башлаған кеүек тойола. Инде күҙ йомолдо, тигәйнем, бәләкәй ҡыҙым ныҡ итеп сәсемдән тартты, күҙемде асып ҡараһам, бер нимә булмағандай, ул эргәмдә иҙрәп йоҡлап ята. Тауыштар тағы дауам итте: "Ярай, үлгән тип кешеләр килер, былай өйө, түшәге таҙа ғына, оят булмаҫ!" "Эх, йыуынып, тәһәрәт алып ятһа ярай ине, йән сыҡҡанда ғәүрәттәр ҙә сыға, бысранаһың" тигән тауыштан һуң тороп, йыуынып ятырға булдым.

Ни ғәләмәт, мин атлап йөрөмәйем, аяғым иҙәнгә теймәй, бына-бына осоп китермен кеүек. Аптырап, иҙәнгә ҡаты итеп баҫып ҡарайым, иҙәнде тоймайым. Шулай ҙа йыуынып, таҙарынып яттым, сәғәт таңғы 5 етеп килә ине. Төнө буйы йоҡламаған кеүекмен, хәлем дә ныҡ бөткәйне, арығайным, ике сәғәт йәнемде тартҡысланылар, йолҡҡосланылар. Ни булһа ла булыр, тип ята бирҙем. Шунда миңә ап-асыҡ үҙемдең ике йөҙөмдө күрһәттеләр: береһе - матур кейемдә, оҙон йәшел күлдәктә, мәсеткә китеп барам, икенсеһе - эсеп, йөҙөм күгәреп бөткәйне. "Мин дә үлдем, буғай", тигән уйҙар менән теге донъяға китергә ризалаштым. "Тере ҡалһам, намаҙ уҡыр инем!" тинем дә күҙемде йомдом...

Иртән уянғас, тере ҡалыуыма оҙаҡ ышанманым. Тәндең, йәндең ныҡ итеп әрнеп һыҙлауына ҡарамай, тороп, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәр менән булыша башланым. Төнгө мәхшәр күҙ алдында тик тора, бөтә деталдәренә тиклем иҫләйем. Шулай шаңҡып бер көн йөрөнөм, шунан йома көндө ҡыҙым менән мәсеткә киттек. Йома намаҙына тиклем арыу ғына ваҡыт булһа ла, халыҡ күп ине, кемдер ҡорбан салдырған, бай табын ҡорғайнылар. Шунда миңә "Бына Хоҙай һинең мәсеткә килеүеңә ҡалай ҡыуана, бай табын-өҫтәлдәр менән ҡаршы ала" тигән һүҙҙәр ишетелгәндәй булды.

Кешеләр килә торҙо, мәсет намаҙҙарын уҡый торҙо. Ә минең күҙҙәрҙән туҡтатып та, тыйып та булмаған күҙ йәштәре аҡты ла аҡты... Намаҙ уҡыған апай-инәйҙәр шул тиклем һөйкөмлө, сибәр, мөләйем ине. Улар миңә шундай бәхетле, таҙа, саф күңелле булып күренде. Улар янында үҙемде ҡарт, йәмһеҙ, килбәтһеҙ, наҙан итеп тойҙом. Шуға ла мин уларҙан көнләшеп илай инем. Кәйеф-сафа ҡорған табындарҙа үҙемде күтәренке кәйефле итеп түгел, яланғас йөрөгән кеүек күрҙем, миңә ошондай табындарҙа ултырған сағым өсөн шул тиклем оят булды, әйтерһең дә, ике бала алдында еңелсә иҫерек түгел, ә шәрә яланғас йөрөгәндәй булдым. Иҫ киткес оят ине: балаларым, ирем, әсәйем, туғандарым алдында! Ә әсәйем бит иманлы кеше, хаж ҡылған, биш намаҙын ҡалдырмай, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ураҙа тота (Һуңынан: "Балаларым намаҙ уҡыһын тип гел теләнем, иншалла, өс балам намаҙға баҫты!"- тип әйтте ул.)

Ошолай шаңҡып ҡайттым мин мәсеттән. Ике көндән һуң аяҡтарым үҙенән-үҙе ауылға атланы, әсәйем янына, намаҙ уҡырға өйрәнергә. Әсәйемә түкмәй-сәсмәй бөтәһен дә һөйләнем, ул тыңланы ла ауылдағы мәсеткә, аҡшам намаҙына алып китте. Намаҙлыҡҡа баҫыу менән үҙемде яңы тыуған саф, таҙа, гонаһһыҙ сабыйҙай хис иттем, бәхетемдән осоп киткәндәй булдым. Шундай еңеллекте, рәхәтлекте, илаһилыҡты күптән татымағанымды аңланым. Шул кистә әсәйем менән бергә йәстү, витр намаҙҙарын уҡыныҡ. Мин ул төндә ауылда йоҡлай алманым, минән төнө буйы "Әл-Фатиха" сүрәһен "ятлаттылар", уянам да доға ҡабатлайым, ҡайһы ваҡыт доға әйткән тауышыма үҙем уянып китәм. Шулай итеп, "Әл-Фатиха" сүрәһен ятланым. Һуңынан башҡа доға-сүрәләрҙе лә шулай йоҡлағанда ятланым, шуға ла еңел булды. Бер аҙна тирәһеләй ирем дә намаҙ уҡығанды белмәне, белгәс, әҙерәк әрләште, риза булмай маташты, тик һуңынан килеште.

Әкренләп намаҙ уҡый башлағайным, ике эш тәҡдим иттеләр. Ике урында эшләп, намаҙын уҡырмы икән, тигән Хоҙайҙың бер һыныуы булдымы, әллә ике эш хаҡы алам тигән нәфсе ҡотҡоһомы - аңламаным. Ике эштән арып-талыуҙар, ғаилә, балалар, бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәре булһа ла, намаҙҙы ташламаным. Быйыл 10 августа намаҙға баҫыуыма бер йыл булды.

Намаҙ һайын Хоҙайҙан ошо доғалы, иманлы, намаҙлы тормоштан мине айырмауын теләйем, һорайым, иншалла, шулай буласаҡ та! Әсәйем дә бит беҙгә шундай изге теләктәр теләгән, Аллаға шөкөр, биш балаһының бөтәһе лә белемле, намаҙ уҡый белә, иманлы тормошта йәшәй, ошонан да ҙур бәхет бармы икән әсә кешегә!

Был ваҡиғанан һуң бер хәҡиҡәтте аңланым: беҙҙең эргәлә фәрештәләре, шайтандары, иблестәре булған параллель донъя бар. Беҙ уларҙы күрмәһәк тә, улар беҙҙе белә, күрә, киҫәтә, ҡоторта... Һәм беҙ был донъяға һынау тотоу өсөн генә килгәнбеҙ - теге донъяла ожмахҡамы-тамуҡҡамы эләгеүебеҙ бөгөнгө эштәребеҙҙән, ғимәлдәребеҙҙән, ғибәҙәттәребеҙҙән тора! Тик Хоҙайҙың ҡеүәте менән, изге доға-аяттар аша был донъяның матурлығын, мәғәнәһен күрә лә, тоя ла алабыҙ, шуға ла тик Хоҙайға һыйынырға, табынырға тейешбеҙ, иншалла, шулай булһын!

Әйткәндәй, минең кинәт намаҙға баҫыуым бик күптәр өсөн көтөлмәгән ваҡиға булды, кемдер аптыраны, кемдер аңламаны, кемдер сәйерһенеп ҡараны, ә миңә уларҙың фекере барыбер ине, тик Хоҙай ғына сәйерһенмәһен, ситкә типмәһен тип теләнем, теләйәсәкмен дә.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Ошо ваҡиғанан һуң күпмелер ваҡыт үткәс, мәрхүм атайым төшөмә инде. Бик ашығып: "Һин яҙып ҡуй, ике донъя бар тип яҙып ҡуй!" - тине. Бына, атайымдың һүҙен үтәнем, ике донъя бар, тип яҙып ҡуйҙым..."

Автор: Айһылыу Ғүмәрова.

"Сәйер донъя" төркөмөнән.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас