

1999 йылда район Һабантуй байрамы булды. Рәмис мине әсәйемдән һорап алды, ике көнгә, тип. Һабантуйҙан һуң Йылайырҙа апайҙарға барабыҙ, тине. Әсәйем ҡаршы төшмәне. Беҙ байрамда булдыҡ та Йылайыр киттек. Апайҙары өйҙә булманы. Уларҙың да йәш саҡтары, йөрөгәндәрҙер инде байрамды туҡтата алмай
Беҙ Һабырға ҡайтып киттек. Мин бер олағып сығып киткәс, кире ҡайтып торманым инде Рәмистәрҙең өйөнә барҙыҡ. Ата-әсәһе Сәләхтә ине.
Бер заман сәй эсеп ултыра инек машина килде. Ҡот осто! Атайҙары ҡайтты, тип йөрәк табанға йүгерҙе. Бер тапҡыр мылтыҡ көбәгенән ҡарап торған күҙҙе күрҙем бит инде.
Мин зыйп итеп шкаф эсенә инеп ултырҙым шкаф бикләнә ине, Рәмис мине бикләп ҡуйҙы. Әммә аяҡ кейемем дә һәм сынаяҡ та ултырып ҡалды ултырам шкаф эсендә, ҡараңғы ла күҙем йызлап
Аяғым ойоп китте, шылып та, ҡуҙғалып та булмай унда шылдырлап шешәләре лә ята, ҡыбырлар әмәле юҡ , улары ҡыуанып тауышлана башлай
Бер сәғәт тирәһенән Рәмис килеп ишекте асты. Әсәһе,Тәлғәт ағаһы, Филиә һеңлеһе килгән. Комнатала Тәлғәт ағай ҙа бар шулай итеп шкаф эсенән килеп сығып буласаҡ ҡайнағам менән таныштым бер кемдә улай танышҡаны юктыр ул иренең туғандары мн
Филиәгә ул саҡта 3-4 йәш тирәһе генә ине, мине күреп ҡалды ла кухняға сығып:
- Шкаф эсендә апай бар, шкаф эсендә апай бар, - тип ҡысҡырып тик йөрөй.
Бейем урынында бер- бер любопытный ҡатын булһа инеп ҡарар ине, бейемем шыпырт ҡына йыйынып алды ла борҡолдап Сәләхенә ҡайтты ла китте
Бейемем менән аҙаҡтан, тыныс мөхиттә таныштыҡ.
Автор - Зөлфирә ТАҺИРОВА.
Фото архивтан.