Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Аҙналыҡ йондоҙнамә (15 - 21 декабрь)

    

Аҙналыҡ йондоҙнамә (15 - 21 декабрь)Аҙналыҡ йондоҙнамә (15 - 21 декабрь)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (15 - 21 декабрь)

Ҡуҙы
Иғтибарҙы карьераны үҫ­­тереүгә туплағыҙ. Эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеүгә бәй­­ле сәфәр, осрашыу һәм яңы эш һеҙ­­гә ыңғай һөҙөмтә килтерәсәк.

Буға
Уңыш һеҙгә йөҙө менән боролорға әҙер. Яйға һалынған тырышлыҡ көтөлгән һөҙөмтә бирә баш­лар. Мөхәббәттә һеҙҙе күңелле ваҡиға көтә.

Игеҙәктәр
Аҙнала көтөлмәгән кү­ңел­ле ва­ҡиға, сюрприз бу­лыуы мөм­кин. Сифатлы ял һәм тор­мош энергияһы туп­лау өсөн уңышлы шарт менән фай­ҙаланы­ғыҙ.

Ҡыҫала
Яңы ҡыҙыҡлы таны­шыу дуҫтарығыҙҙы һәм ҡы­­ҙыҡ­һы­ныуы­­ғыҙ­ҙы киңәйтергә яр­ҙам итә­сәк. Ҡыҫ­ҡа ваҡытҡа иҫәплән­гән сәфәр өсөн уңайлы осор. Туғандар менән осрашыу кәйефте күтә­рә­сәк.

Арыҫлан
Аҙнала үҙегеҙҙе нимә­лер һа­тып алыу ме­нән ҡыуандырығыҙ, был һеҙгә ҡә­нәғәтлек килтерер. Һеҙҙә серле һәләт уяныр, һиҙемләүегеҙ­ҙе тыңлағыҙ.

Ҡыҙ
Тормошоғоҙҙо үҙгәртә ал­ған мө­­һим ҡарар ҡабул итергә кә­рәк. Үҙ хистәрегеҙгә генә таяны­ғыҙ. Матди байлыҡ ныҡышмалы эш­ләргә һәләтле кешенең ҡулына элә­гәсәк.

Үлсәү
Кешеләр менән арала­шыу һеҙҙең эмоциональ имен­лек­кә ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Бәл­ки, һеҙҙең өмөттәрегеҙ ошо көн­дәр­ҙә аҡланыр.

Саян
Иң ҡатмарлы проект өҫ­­­төндә эшләү өсөн уңай­­лы осор. Һеҙҙең ныҡышмалылыҡ бө­тә ҡаршылыҡты еңеп сыға ала. Ва­ҡыт­лыса ауырлыҡҡа тәбиғи опти­миз­мығыҙҙы емерергә юл ҡуйма­ғыҙ.

Уҡсы
Ғаиләле кешеләрҙең аҙ­наһы именлек һәм үҙ-ара ышанысҡа көйләнер. Әгәр һеҙ өй­ҙәгеләрҙең фекерен иҫәпкә ал­һа­ғыҙ, арала оҙайлы яҡшы мө­нә­сә­бәт урынлашыр.

Ылаҡ
Өлкән йәштәге туғандар һәм дуҫтар ме­­­нән арала­шыу ҡыуаныслы һәм файҙалы булыр. Көсөгөҙ күп, шуға күрә уны эш­кә йүнәлтегеҙ. Әммә үҙ хистәрегеҙ­ҙе ҡулда тото­ғоҙ.

Һыуғояр
Осорҙа ҙур план ҡорорға, яңы эш башларға кәрәкмәй. Эшлекле осрашыу бер ниндәй ҙә һөҙөмтә килтермәйәсәк. Шуға күрә иғтибар­ҙы шөғөлөгөҙгә һәм ғаи­лә­геҙгә бүлегеҙ.

Балыҡ
Йондоҙҙар һеҙгә кәрәк­ле мәғ­лүмәт алырға әҙер булырға кәңәш итә. Борсоған мә­сьәләне хәл итә башларға мөмкин.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас