

Ирҙән айырылғас, байтаҡ йыл бер үҙе донъя көттөм. Эскән ир үҙәккәә үткәнгә, яңғыҙлыҡтан да йәм табып була икән тип, ләззәтләнеп йәшәгән сағым.
Көн артынан көн үтте. Бер төн уртаһында ниндәйҙер ауыр нәмә өҫкә ятҡан һымаҡ булды. Көс етерлек түгел, уянып та булмай. Шулай көрәшә торғас, уянып киттем. Ни күҙем менән күрәм, ятҡан мендәр-түшәк лыс һыу, үҙем манма тиргә батҡанмын.
Ул төндө таңға тиклем керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем. Икенсе көн дә ошо хәл ҡабатланды. Ҡапыл уянып киттем һәм ниндәйҙер аҡ нәмә күҙгә салынып ҡалды. Ҡотом осп был хәлде әсәйемә һөйләнем. Күпте күргән, үҙе дин юлында йөрөгән әсәйем “Һәфтиәк” китабын бирҙе һәм Ҡөрьәндең йөрәге булған “Аятел Көрси”ҙе уҡып ятырға ҡушты. «Һиңә ҡыҙым шайтан эйәләшкән, яңғыҙ йәшәгән ҡатын-ҡыҙға йәбешеп кенә бара шул ул» - тине.
Көн дә йоҡлар алдынан ошо доғаны өс тапҡыр уҡып ята башланым. Башта уҡыуы ауыр булды, ниндәйҙер тауыш, көс уҡырға ҡушманы, әммә яйлап ҡына был тауыш тынды, бер көндө бөтөнләй юҡҡа сыҡты.
Шул ваҡиғанан һуң доға көсөнә ышанам. Ҡыҫҡа сүрәләрҙе ятлап алып, бер көндө лә ҡалдырмай уҡып ятам.
Бына шулай, йәмәғәт, ышанһаң ышан, ышанмаһаң юҡ. Доға уҡый башлағандан алып төндәрем тыныс үтә, шайтан яҡын килә алмай. Донъяға ҡарашым да үҙгәрҙе, кешеләргә, тирә-яҡ ваҡиғаларға икенсе күҙлектән ҡарай башланым, тормошом да яйға һалынды. Шуға күрә белгән доғаларыбыҙҙы уҡып йөрөйөк, белмәгәнен өйрәнәйек, эй ул миңә ҡағылмай тип, ҡул һелтәмәйек.
Зилиә МӘЖИТОВА