Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

ҠЫҘЫҠАЙ

Урман эсендәге саңлы юлдан яланаяҡ, яланбаш ҡыҙыҡай атлай.

ҠЫҘЫҠАЙҠЫҘЫҠАЙ
ҠЫҘЫҠАЙ

Урман эсендәге саңлы юлдан яланаяҡ, яланбаш ҡыҙыҡай атлай. Яулығы ҡулында. Тирләгән, бышлыҡҡан. Мәтеле саң ултырған һыбаҡшыған сәсе араһынан аҡҡан тирен әленән - әле яулығы менән һөртөп ала. Көн эҫе. Саңы өлаөлдәп ятҡан юлдан атлауы рәхәт ҡыҙыҡайға - аяҡ табандары ауыртмай, исмаһам. Ә алыҫта машина тауышы ишетелә башлаһа, йән - фарман юл ситенә йүгереп сыға ла бейек үлән араһына йәки ағас төбөнә боҫа - әсәһе шулай өйрәтеп ебәрҙе. Таҡта, бүрәнә тейәгән ауыр машина һары саң болото күтәреп үтеп китеп, тауышы тоноҡланһа ғына ҡыҙыҡай юлға кире сыға. Тубырсыҡтар, үлән төбөрҙәре, сыбыҡ - сытыр ауырттырған табандарын йомшаҡ, йылы саңға күмеп, рәхәт сигеп тора ҡыҙыҡай. Саңдың аҫты һалҡынса ғына, ә өҫтө йылы. Шулай тағы тора бирә лә ары атлай.
Бер үҙе түгел ҡыҙыҡай, ағаһы бар. Ул да яланаяҡ, тик уның аяҡ табандары ауыртмайҙыр. Ауыртһа, урман араһынан бармаҫ ине. Иртә яҙҙан, ер ҡарҙан асыла башлағандан, яланаяҡ сабып, табаны күнгә әйләнгәндер уның. Юлдың ул яғына төшөп китә, был яғына сығып, юҡ булып тора.
- Та -а -лыу, ҡара әле, Та -алыу, мына! Табып алдым!, - тип әллә нимәләр алып килеп тоттороп китә. Уның үрмәкселәр һуғыштырғанын ҡыҙыҡай, ағаһыыңн артына ышыҡланып булһа ла ҡарарға ярата. Ҡурҡһа ла.
Юҡ - барға әүрәмәһә, тиҙерәк барып етерҙәр ине лә, ағаһына әйттең ни ҙә, әйтмәнең ни.
Асыҡты ҡыҙыҡай. Усына йомған сөсө икмәк һынығы ла бәләкәсәйҙе. Ошо урманды сыҡһалар, инәйҙәре йәшәп ятҡан ауыл яҡыная. Унда ялан, баҫыу. Юл әллә ҡайҙан күренеп ята. Унда егеүле аттарҙа калхузниктар күп йөрөй.
- Кемдәргә бара ятаһығыҙ? - тип һорай торғандар.
Уларҙы ултыртып алған бабай ҙа шулай тине.
- Минзифа инәмдәргә! - тип яуаплай ҡыҙыҡай, ялан аяҡтарын арбалағы йәшел бесән араһына йәшәерә - йәшерә. Усындағы икмәк һынығын бүлеп, ағаһына ла өлөш сығара. Инәйҙәренең икмәген туйғансы ашарҙар барып еткәс. Калхузниктарҙың икмәге, ҡара булһа ла, ашап туйғыһыҙ бит ул. Оҙаҡ асыҡтырмай ҙа. Уртына хатта төкөрөк тулып китте ҡыҙҡайҙың.
- Ә, ишейҙәрме? Ҡәйзә ҡоҙасаның балларымы? - ти бабай артына боролмай ғына. Танып торалар икән. Атының бер туҡтауһыҙ тырҡ - тырҡ итеп барыуына бабайҙың иҫе лә китмәй, ә ҡыҙыҡай әҙәпһеҙ ат өсөн ояла.
Улар Ишейҙә йәшәгәс ишейҙәр була, ә инәйҙәренең ауылында йәшәгән кешеләр нишләп "калхузниктар була икән?" - тип уйлай ҡыҙыҡай.. Аптырамаҫ ине, быларҙы ултыртып алғтан бабай үҙе:
- Әйҙә, ҡунаҡтар, калхузниктар арбаһына матур итеп тороп ултырып алығыҙ әле, - тине бит.

...Һары саңлы урман юлын үтеп, ҡара саңлы ялан юлына сығып яланаяҡ атлап барған ҡыҙыҡай - мин.

Таңһылыу ҠАРАСУРИНА. 

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас