

Ҡуҙы
Үҙ-ара аңлашыу уңыш асҡысы буласаҡ. Әммә аралашыуҙағы ҡаршылыҡты еңеп сығыу өсөн яйын табырға кәрәк.
Буға
Аҙнала сәфәр һәм һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған кеше менән әңгәмә көтә. Эшмәкәрлегегеҙ буйынса барыһы ла уңышлы һәм тыныс, һеҙ күп нәмәгә өлгәшерһегеҙ.
Игеҙәктәр
Ҡатмарлы тойолған мәсьәләне хәл итеүҙә яңы алымды һынап ҡарарға теләйһегеҙ. Үҙегеҙҙең уңайлылыҡ зонаһынан сығырға һәм башҡа стратегияны һынап ҡарарға ынтылығыҙ.
Ҡыҫала
Араларҙы тағы ла ышаныслыраҡ итеү өсөн бөтәһен дә бергәләп эшләгеҙ. Эре сауҙа килешеүе, күсемһеҙ милек йәки машина һатып алыу өсөн уңышлы ваҡыт.
Арыҫлан
Уңыш һеҙ уйлағанға ҡарағанда күпкә яҡыныраҡ. Эҙләгәнегеҙҙе табырһығыҙ, ләкин бының өсөн әүҙем аҙым яһарға кәрәк. Артабан ҡатмарлы эште лә башларға мөмкин.
Ҡыҙ
Ҡулаҡса менән төрлө килешеү өсөн яҡшы осор. Капитал һалыу ҙа уңышлы буласаҡ. Йондоҙҙар әйтеүенсә, һеҙҙең өсөн был аҙнала барып етә алмаҫлыҡ бейеклектәр юҡ.
Үлсәү
Өйҙәгеләрегеҙгә күңел йылыһы бүләк итегеҙ - улар өсөн ҙур булмаған байрам ойоштороғоҙ. Эштә тырышып эшләргә тура килер, әммә уңыш оҙаҡ көттөрмәҫ.
Саян
Көтөлмәгән бүләк булыуы ихтимал. Шуға күрә лотереяла ҡатнашып ҡарағыҙ. Ниндәйҙер яҡшы яңылыҡ планығыҙҙы үҙгәртергә мәжбүр итәсәк.
Уҡсы
Был аҙнала карьера мәсьәләһе төп урынды биләйәсәк. Етәкселеккә мөрәжәғәт итегеҙ, һеҙгә, моғайын, берәй нәмә тәҡдим итерҙәр. Иң мөһиме - тәҡдимдән баш тартмағыҙ!
Ылаҡ
Әгәр һеҙ һаман да яңғыҙ булһағыҙ, яҙмышығыҙҙы ҡәтғи үҙгәрткән кеше менән осрашыуға әҙерләнегеҙ. Көн һыуыҡ булһа ла, күберәк тышта йөрөгөҙ.
Һыуғояр
Икенсе яртығыҙ менән цивилизациянан ҡасырға теләгегеҙ тыуыуы ихтимал, бигерәк тә бындай эксперимент өсөн уңайлы мәл.
Балыҡ
Аҙнала һеҙҙең интеллектуаль потенциалығыҙ сиккә етәсәк. Ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашыра алырһығыҙ. Экстрасенсорлыҡ һәләт уяныуы ихтимал, һиҙемләүегеҙҙе тыңлағыҙ.