

Ауыл күренә башлағайны инде.Әйҙә үтеп китһендәр.Машина минең менән тигеҙләшкәс, юлдың икенсе яғына төшөп туҡтаны ла ҡуйҙы.Үҙҙәрен күрмәйем,тауыштарын ишетәм.Кемдер әйтә,ҡурҡмағыыыҙ,бында берәү ҙә йөрөмәй. Иң тыныс урын, гел ошонда развлекаемся тей.Таныным бит,ос яҡ урам кешеһен.Тауыш көр,ҡыҙмаса.Икенсеһе әйтә,уй шомло бит, зыярат рядом,тей.
Бәй, быныһында таныным, ире ҡырҙа эшләгән ҡатын ана нисек күңел аса.
Тағы ла мин танымаған бер нисә тауыш.Күңелле уларға. Үҙем теге мин таныған иргә зайчонок тип өндәшкәндәрен ишетеп саҡ ҡысҡырып көлмәнем.Ничего себе зайчище,һимеҙлегенән саҡ йөрөй туйтаңлап.Эх, йәшенмәҫкә кәрәк булған.Кем белә күпме ултырырҙарын,хәҙер нисек сығып ҡайтам инде, тип ҡайғыра башланым.Аяҡтар ойой башланы, йәш түгелмен бит инде.
Теге "заяц" һаман батырайып маташа:
"Үлеләрҙән ҡурҡмағыҙ,тереләрҙән ҡурҡыр..." . Шул ерҙә һүҙе өҙөлдө, сөнки ултырып ялҡып, юлға ялпылдап менеп килә инем.Биллаһи ҡурҡытырға уйым юҡ ине.Үҙҙәре ҡастылар.Нисек етте, шулай ултырып һыпырттылар.
Хәҙер шул таныштарҙы күрһәм, көлөргә тип йәйелгән ауыҙҙы саҡ йыйып алам.Тик әҙерәк ҡурҡыныс,ни эшләптер мине ике йыл элек үлгән сатан әбей тип уйлағандар.Әбей түгелсе мин әле бер ҙә.
Шулай ҙа өндәшмәйем,әйҙә ҡурҡһындар, йөрөмәһендәр әруахтарҙың тыныслығын боҙоп.
"Сәйер донъя" төркөмөнән алынды.