Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Балаларығыҙҙың теләгенә ҡаршы килмәгеҙ

Һәр ата-әсә балаһына тик яҡшылыҡ теләй. Ҡайһы саҡта атай-әсәй менән баланың теләге тура килмәй шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шундай булды ла инде Марат менән Әлиәнең яҙмышы.

Балаларығыҙҙың теләгенә ҡаршы килмәгеҙБалаларығыҙҙың теләгенә ҡаршы килмәгеҙ
Балаларығыҙҙың теләгенә ҡаршы килмәгеҙ

Икеһе лә бер ауылда тыуып үҫте улар. Йәш айырмаһы байтаҡ ҡына булыуына ҡарамаҫтан ике йәш йөрәк бер-береһен оҡшатып йөрөнө. Марат утыҙын тултырып совхозда водитель булып эшләп йөрөй, ә Әлиәнең яңы мәктәпте тамамлап Салауат ҡалаһында училищела уҡып йөрөгән сағы. Ҡыҙға 18 тулғас өйләнешергә ҡарар иткән йәштәрҙең араһына ике яҡлап та туғандары ҡаршы төшә. Ҡыҙҙыҡылар, ул һинең өсөн оло, ти, ә егеттекенә ҡыҙҙың әсәһе оҡшамай.

Тартҡылаша торғас атай-әсәй теләге еңә. Быны бик ауыр кисерә йәштәр. Элек район һабантуйы ғына түгел, ә совхоз һабантуйҙары ла матур бер сара булып үтә ине. Һабантуй булыр көндө ауылға оло ҡайғылы хәбәр тарала. Алдынғы водитель, тырыш, туған йәнле Марат аҫылынып үлгән... Һәр ваҡыт тыныс, төплө аҡыллы, сабыр егеттән туғандары ла, ауыл халҡы ла быны көтмәй, әлбиттә. Ауылдаштары, хеҙмәттәштәре, таныштары береһе лә һабантуйға бармай, уны ерләүҙә ҡатнаша. Ауыл өҫтөндә машина сигналдары бик оҙаҡ яңғырай ул көндө. Шулай итеп, бар туғандарын ауыр ҡайғыға һалып 31 йәшлек егет яҡты донъя менән хушлаша.

Әлиәнең яҙмышы нисек булыуы барығыҙға ла ҡыҙыҡтыр, шулай бит. Училищены тамамлап Салауат ҡалаһында эшкә ҡала ул. Кейәүгә сыҡмай ғына бер ҡыҙ бала таба. Ул замандарҙа бындай хәл бик һирәк була, оятҡа иҫәпләнә. Ҡыҙҙың ата-әсәһе уны бик ауыр кисерә, оло булһа ла бирергә кәрәк булған тип уйлайҙар, әлбиттә. Тик һуң була. Әлиә әлеге көндә яңғыҙы йәшәй, тормошҡа сыҡмай, мөхәббәтенә тоғро ҡала. Быны шулай, ҡайһы саҡта атай-әсәй балаһына нисек яҡшыраҡ булырын үҙҙәре генә белә тигән фекерҙе алға ҡуйып яңылыша шул.

Был осраҡта шулай була, береһе улын юғалта, икенсеһе ҡыҙын ғүмерлеккә яңғыҙ итә.

Автор:Гулькай Габдрашитова 
Читайте нас