Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Хөрмәткә лайыҡ ғүмер

Кеше яҙмышы - әрем әсеһенә тиң

Хөрмәткә лайыҡ ғүмерХөрмәткә лайыҡ ғүмер
Хөрмәткә лайыҡ ғүмер

Һуғыш балалары....... Ниҙәр генә кисереп, ниҙәр генә күрмәгән, аслыҡ-яланғаслығын да, йәтимлектең әсеһен-сөсөһөн дә татыған кешеләр улар. Уйнай, уҡый торған ваҡытта ололар менән бер рәттән көсө еткәнде эшләгәндәр. Шуларҙың береһе Айтуған ауылында йәшәүсе Рәшиҙә апай.

Рәшиҙә Лотфулла ҡыҙы Ғәлиева 1942 йылдың 2 октябрендә Мәләүез районы Смак ауылында донъяға килә. Был ваҡытта атаһы һуғышҡа киткән була. Әсәһе ҡыҙ бала тыуыуы тураһында атаһына хәбәр иткәс, атаһы Рәшиҙә тип ҡушыуын һорай. 1943 йылдың февраль айында атаһының үле хәбәре килә. Үҙҙәренең тамаҡтары тейешенсә туймаһа ла барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн лозунгыһы аҫтында ҡарты ла, йәше лә, балалар ҙа көнө-төнө эшләйҙәр. Рәшиҙәнең әсәһе Мәсүрә Ғәләметдин ҡыҙы сабый балаһы булһа ла бер эштән дә ҡалмай. Тейешенсә ашау булмағанғамы әллә башҡа сәбәп менәнме бер көндө сабый Рәшиҙәнең тәндәре йәшелләнә. Сельсовет баланы балалар йортона тапшырырға кәңәш итә, үҫкәс эҙләп табырһың тип йыуаталар. Әсәһе бик теләмәһә лә ризалаша, санаға сығарып һалғас сабыйын йәлләп: «Ни күрһәк тә бергә күрербеҙ» - тип сабыйын ҡуйынына ала. «Үлмәгәнмен» - тип йәшле күҙҙәрен һөртә Рәшиҙә апай.  Көҙ көнө урып-йыйыу эштәре башлана, Мәсүрә апайҙы сельсоветҡа иҙән йыуыусы һәм һаҡсы итеп күсерәләр. Шунда бер ус бойҙай ала, тик кемдер быны күреп тейешле урынға еткерә. Мәсүрә апайҙы төрмәгә ябалар, әсәләре төрмәлә саҡта өләсәһе менән олатаһы тәрбиәһендә ҡала бәләкәй Рәщиҙә. Мәктәпкә барырға ваҡыт еткәс, ҡәләм, дәфтәр алырға аҡса юҡ, шуға ла ҡыҙ бала аптырап тормай кемгәлер иҙән йыуа, кемдеңдер өйөн йыштырыша, ҡулынан килгән башҡа ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарып үҙен мәктәпкә әҙерләй. 7-се класты тамамлағас Янғыауыл ауылына быҙау ҡараусы итеп ебәрәләр. Бала ғына көйө 25 быҙау ҡарай, тик Зөфәр ағаһы йәлләп кире алып ҡайта. 1658 йылдың декабрь баштарында Ғафури районы егете Миҙхәт менән туй яһайҙар. Йәштәр Айтуған ауылында төпләнәләр. Тәүге ҡыҙҙары Рәйлә тыуғас 40 көн ҡарап өлгөрә, ҡәйнәһе баланы үҙем ҡарармын килен һин эшкә сыҡ тигәс Рәщиҙә апай һарыҡ ҡарарға сыға. Тормош иптәше менән бер эштән дә тартынмай эшләйҙәр. Яҙын теплицала эшләй, төрлө йәшелсәләр үҫтерә, йәйен сөгөлдөр утай. Һауынсы булып та хеҙмәт итергә тура килә. Кайҙа ғына эшләһә лә намыҫ менән эшләй, ударница исемен йөрөтә. «Тырышып эшләнем, шуға бер премиянан да, бүләктән дә ҡалманым» - ти Рәщиҙә апай. Байтаҡ йылдар ауыл Советы депутаты ла булып тора. Тормош иптәше Миҙхәт Сафа улы 30 йыл «Мәжит Ғафури» исемендәге колхозда тракторист булып хеҙмәт итә. Өс балаға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығаралар. Кыҙҙары Рәйлә ғаиләһе менәнә Айтуған ауылында, оло улдары Рәшит ғаиләһе менән Себер тарафтарында йәшәп хәҙер Күметау ҡалаһында төпләнгәндәр. Ҡәйнәһе менән 33 йыл йәшәгән Рәщиҙә апай бөгөнгө көндә үҙе ҡәйнә булып кесе улы һәм килене менән бер йортта бик татыу ғүмер кисерәләр. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан ҡул эштәре менән шөғөлләнә, балаларын, ейән-ейәнсерҙәрен, бүлә-бүләсәләрен йылы ойоҡбаштар бәйләп һөйөндөрә. Күп михнәттәр күреп үҫһә лә үҙенең һөйкөмлөгөн юғалтмаған Рәщиҙә апай. Бөгөнгө көндә 83 йәшен тултырған Рәщиҙә Лотфулла ҡыҙы доньяға нур сәсеп йәшәй, уйлаған бар уйҙары тик изгелектә. Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәләренең уңыштарына шатланып, бәхетле ҡартлыҡта оҙаҡ йәшәргә яҙһын тип теләйбеҙ.

Автор:Гулькай Габдрашитова 
Читайте нас