Ни теләһәк, Хоҙай беҙгә шуны бирһен,
Юлға сыҡһаҡ, юлдарыбыҙ изге булһын!
Хоҙай бер үк ҡанаттарҙы ҡайырмаһын,
Бер ҡасан да яңғыҙлыҡта ҡалдырмаһын! 
Хоҙай беҙгә күркәм сабырлыҡтар бирһен,
Күктәребеҙ һәр саҡ аяҙ булһын!
Күңелдәребеҙ һәр саҡ тыныс булһын,
Эшләгән эштәребеҙ гел уң булһын!
Тәндәребеҙгә, Хоҙайым, таҙалыҡ бир,
Күңелдәребеҙгә һәр саҡ тыныслыҡ бир!
Илдәребеҙ имен булһын, тыныс булһын,
Ҡалған ғүмерҙе йәшәргә көс-ҡеүәт бир!
Балалар тыуған яҡтарҙан айырылмаһын,
Миһырбанһыҙ, таш бәғерле булмаһындар,
Ата-әсәне тәрбиәләп, кеселәрҙе кесе итеп,
Ололарҙы хөрмәт итеп, ҙурлаһындар!
"Хазина" төркөмө