

Ниместәр урыҫты, французды, инглизде ҡулға алғандар, ти.
- Кемегеҙ һүрәт төшөрә һәм беҙ унда нимә төшөрөлгәнен аңлай алмаһаҡ - шуны ебәрәбеҙ, әгәр аңлаһаҡ - стенаға терәтеп атабыҙ!
Француз тыуған яҡтарын һағынып Эйфел башняһын төшөргән. Ниместәр аңлаған, атып та йыҡҡандар. Инглиз дә шул хәл - Биг Бенын төшөргән. Атылған.
Урыҫ уйлана, ти. Шунан, тотҡан да, ҡағыҙ битен ҡара ҡәләм менән буяған буяған да, ниместәргә күрһәтә. Тегеләр аңламай...
- Йә, ярар... Атмайбыҙ. Тик нимә һүрәтен төшөргәнһең ул бында? - тип аптырайҙар.
- Әәә, бында төн ҡараңғыһында негрҙар күмер урлап йөрөй!
Йылмай!