Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Күстәнәс

"Башкирская домохозяйка"ны мин дә ҡарап алам әле ул ҡайһы саҡта.

КүстәнәсКүстәнәс
Күстәнәс

"Башкирская домохозяйка"ны мин дә ҡарап алам әле ул ҡайһы саҡта. "Йондоҙ менән бер көн", "Бай һәм ябай" рубрикалары оҡшай. Кисә асһам, Нуриман районында йөрөп ята.
Миңә лә насип булды ул районға барырға. 2014 йыл, әллә 2015 инеме, иҫләмәйем. Конференция үтте шул районда. Ике методист, мин и бер мәктәптең директоры. Беҙҙе төрлө ауылдарға таратып сыҡтылар. Теге директор мн мин бер мәктәпкә тура килдек. Ауылын тоже иҫләмәйем. Ярай, килеп индек мәктәпкә. Матур итеп ҡаршы алдылар. Шунда ишек төбөндә бер ауыр ғына пакет тотторҙолар. Тәүҙә асып ҡараманым. Гардеробҡа ингәс, ҡыҙыҡһыныуым еңеп, теге пакетты астым. Атағатаҡ, унда бер буханка икмәк менән бер полторашка минералка ята Теге директорға күҙем ташпайып ҡарап торам, мәйтәм, ҡарале, беҙгә бер буханка икмәк менән бер полторашка минералка һалып биргәндәрсе Икәүләп көлөп алып киттек. Директор ҙа, мин дә кәүҙәгә достойный ғынабыҙ. Бер- беребеҙҙе уҙҙырмаһаҡ, ҡалышмайбыҙ. Шунан был әйтә инде:
—Был күстәнәсте кәүҙәгә ҡарап биргәндәрҙер ул,- тей.
—Ҙоооор булып инеп килгәнде күргәс, был икәүҙе обедҡа тиклем бер аҙ туйындырып алайыҡ тигәндәрме икән әллә
—Беҙгә обед булмай тей, ошоно ашап эсәбеҙ ҙә, вәссәләм тей,- тип көлөп, эс ҡатты. Мә һин тот, юҡ һин тот, тип тартҡылаша торғас, пакет миндә ҡалды. Дәрестәргә инеп киттек. Инеп киттек үк түгел инде, мин аңшайып аҙашып йөрөй инем, география дәресенә индереп ебәрҙеләр. Төнө буйы юлда килдек, асыҡтыҡ, арыныҡ бит инде, баяғы дәрестә ултыра алмайым. Күҙем йомолоп, башым "бәлк" итә лә ҡала. Йоҡома баш була алмайым. Үҙемдең предмет булһа ла улай уҡ бирешмәҫ инем. Юҡ, күҙем асылмай.
Бер заман сообщение килде. Ул саҡта ватцап тигән нәмә юҡ, былай сообщение. Теге директор яҙған:"Икмәк менән һыуҙы миңә лә ҡалдыр! " Саҡ шарҡылдап көлөп ебәрмәнем.
Бер заман тағы яҙған:"Йоҡо туйҙымы? "
Уның менән яҙышып йоҡо асылды. Ярар, уянғанмын, дәрес аҙағында , иң алыҫтан килгән тип, миңә һүҙ бирҙеләр ҙә ҡуйҙылар. Дәрес барышы тураһында теләктәр, кәңәштәр, маҡтауҙар, рәхмәт әйтер кәрәк. Һөйләнем инде бар хәлемсә.
Ниһайәт, обед етте. Ҡыуанып, ашханаға йүгерҙем. Баяғы райондаш мн бергә ултырып алдыҡ. Бөтәһенә лә ашарға таратып бөттөләр, беҙ икәүгә генә бер нимә лә юҡ. Тегегә ипләп кенә:
—Нишләп беҙгә юҡ икән, кеше второй ашай башланы,- тейем алан-йолан ҡаранып, ялана-ялана.
—Бая пакет бирҙеләр бит, шул көнө буйына булған тей,- тип был тағы көлә. Үҙе лә ас бит инде, саҡ ултыра
Һорап алыр инем, уңайһыҙ. Икебеҙ өҫтәл башында кәбән кеүек ултырып алғанбыҙ, еще ашарға таптырып ултырһаҡ, совсем булыр тип ыуаланам. Бер заман беҙҙе күреп ҡалдылар Уй ҙа уй тип ташый башланылар. Артабан тағы нимә күрһәткәрдәрҙер иҫләмәйем.
Но мәктәптәре ныҡ матур ине, ҡул эштәре күп ине, стеналары хәтәр биҙәлгән ине. Нимә иҫтә ҡалған: картина бар ине төймәнән эшләнгән, макаронные изделиянан эшләнгән эш бар ине, тоже стенала тора ине. Фотолар төштөм, улар ҙа бер ерҙә булырға тейеш.
Машина килгәс, ҡайтырға сыҡтыҡ. Юлда теге әйтә, әйҙә икмәкте ашайыҡ, тей Икмәкте ашап, һыуын эсеп тағы бер туйҙыҡ. Әллә үҙҙәрендә сыҡҡан минералка, үҙҙәрендә бешергән икмәк булдымы.... Аңламаным, моғайын, шулай булғандыр ул... Бөтәһенә лә бирҙеләрме, юҡмы, тоже иҫләмәйем Ныҡ һыйланғанмын, шикелле...

Автор - Зөлфирә ТАҺИРОВА.

Фото архивтан.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас