Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Танечка

Ауыл кешеһенең күҙ терәп торғаны мал бит инде.

ТанечкаТанечка
Танечка

Ауыл кешеһенең күҙ терәп торғаны мал бит инде. Хәйерле иртәң шул мал менән башланып китә, тәмле йоҡоға талғансы мал да мал. Бер ҡайҙа барырға кәрәк булһа, иң беренсе балаңды түгел, малыңды ҡайғыртаһың, ҡайҙа йөрөһәң дә мал тип ашығып ҡайтаһың.
Һеҙҙең былтырғы кәңәштәрҙе тотоп, мин быйыл быҙауымды айырмаҫҡа булдым. Ысынлап рәхәт икән. Әҙер һауынсы Ылайҙа ғына Танечкам көтөүҙән ҡасып йонсотманы. Быҙауын ҡайғыртып ҡайтыр ҙа килер, тип уйланғайным. Шулай ҙа бер көнө ҡайтты баяғы...
Түбәндән үкереп килгәс, һарайҙа быҙау ҙа баҡырғас, беҙҙеке икәненә шик ҡалманы. Ҡаршы сығып торманым, Арыҫлан улыма, сәй эсеп алғас, кире баҫтырып алып барып ҡуйырһың, тинем. Күп тә үтмәне, берәү һыҙғырып ебәрҙе. Урамға сыҡтым. Унда күрше-тирә йыйылған. Күрше Рәмилә ҡоҙағый:"Ҡоҙаса, һыйырың түбәндән сабып килде лә, сәбәләнеп ҡолап китте, башын сайҡап, бото-ҡулын болғап, килеп торҙо!"-тей. Әхәт ҡоҙа:"Ауырыйҙыр ул, бушҡа ҡайтмай бит инде, былай саҡта ҡайтҡаны юҡ бит!"- тип ҡушылды. Айбулат ағай:"Сысҡансыҡ булғандыр ул, ветврачҡа әйтер кәрәк!"- тип кәңәш итте. Мин аптыранып һаман, быҙауына тип ҡайтмағанмы икән," –тип тызынам. "Юҡ-юҡ, әйттек бит, ана, ҡолап китте, сәбәләнә бит, бушҡа түгел! "- тине теге делегация .
Һыйырҙы индереп ҡуйҙым да , ветврачҡа киттем. Ишектә йоҙаҡ. Ҡалайтам инде хәҙер Ирең өйҙә булмаһа, проблема сыға бит ул. Унан алда ғына Арсен ҡулын һындырып ҡайтҡайны. Хәҙер һыйыры ята тырпырап. Бөтәһен бер ҡалыпҡа һалып, эстән генә ирҙе һүтәм. То балаһы, то малы. Минең бәхеткә урамда Айбулат ағай һаман тора ине әле.
—Өйҙәме ветврач?
—Юҡ шу....
—Һыйырыңды ятҡырма, йүгерт, ҡолағын ҡырҡып, ҡанын сығарыр кәрәк инде, сысҡансыҡ булһа...
—Ярай...
Һарайға барһам, баяғы ята шу. Өйгә йүгерҙем. Мәйтәм, Арыҫлан, һыйыр ауырый, сыҡ. Үҙем һарыҡ ҡырҡҡыһы тотоп алдым. Мин барғансы теге торған. Сәбәләнә шул. Күҙе ташпайып киткән. Ышҡалана, ер тырнай, сыҙамай. Яҡын ебәрмәй үҙе. Ана-мына тигәнсе, тегенең ҡолағын шартылдата ҡырҡтым да ҡуйҙым Арыҫлан, әсәй, тип кенә ҡалды Аҙаҡтан, уууу, вот һин монстр, тигән булды.
Бына бер заман ҡолағы китте субырлап ҡанап, Арыҫлан мн тегене ҡыуып сығарып алып, баҫтыра башланыҡ, йүгертеп әллә биш круг ураныҡ, һыйырҙы с@стырам тип, үҙемдең эсем бора башланы Аҙаҡ яйлап атлатып ике ураныҡ. Һыйырыбыҙ эсен бушатып, саҡ рәтләнеп китте. Ашлыһыу алып сығып бирҙем. Рәхәтләнеп ашап алды. Шунан ғына быҙауы иҫенә төштө.
Уның араһында бөтә таныш ветврачтарҙы барлап сыҡтым. Эх, атайым юҡ, тип уйлап алдым. Атайым көслө ветврач булды. Һаҡтау ауылы ҡыҙы Филиә ветлабораторияла эшләй, уға шылтыратып бөттөм. Ул инде һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Ҡаҙ ауырыһа ла гел уның мн кәңәшләшәм. Шәп, белемле, ярҙамсыл, Аллаһҡа шөкөр! Әсәйем дә ҡалманы ситтә, уға ла барып етештем Зыу булдым инде, ҡарап торған бер һыйырҙы әҙәм итәм, тип.
Кискә ветврач Радик ағай килеп ҡарап китте. Буш ҡайтмаһын, килеүен килгәс, тип Танечканың ҡыҙына операция "Ы" эшләтеп алып ҡалдым. Һөҙөлөп, ҡортлап ала ла йөрөй. Мәшәү.
Танечкам арыуланһа ла, төнөн сығып ҡарай-ҡарай торҙом, һыйыр минән, мин унан тертелдәй-тертелдәй.
Ауырығанын белеп өйгә йүгереп ҡайтҡан бит әле малҡайым. Ҡайтһам, ярҙам итерҙәр тигәндер инде. Әйт инде шунан, малдың аҡылы юҡ, тип. Ылайҙа ғына эргәлә изге күңелле кешеләр булды, рәхмәт яуһын барыһына ла. Ауылда шуныһы рәхәт - һин яңғыҙ түгелһең...

Автор - Зөлфирә ТАҺИРОВА.

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас