

Кемгә нимә, тигәне шулайыраҡ булалыр инде. Бер ошолай көҙгә ҡараған мәлдә, бер таныштан сообщение килеп төштө:
"Зөлфирә, һеҙҙә башмак бармы?"- тип һораған. Как раз беҙ фермерствоны бөтөрөп, ябып, һыйырҙарҙы оҙатып ҡуйған осор.
Мәйтәм, юҡ шул, беҙ фермерствоны яптыҡ, һыйырҙарҙы һаттыҡ, башмаҡтарҙы тоже оҙаттыҡ. Бөтә биографиямды тигәндәй яҙып ебәрҙем инде Бер заман бынан көлгән смайликтар килгән. "Зөлфирә, башмаҡ түгел, башмак, грибы есть у вас, тейем?"
Йәнем көйөп китте лә:"Һуң башмаҡ һорайһың түгелме? "- тинем. "Юҡ-юҡ, башҡортса шрифт юҡ та, шуға башмак тип яҙҙым".
Һеее... Ҡупылдашып ултырһалар ҙа, юҡ, беҙҙең яҡта, тинем дә ҡуйҙым. Баштан матурлап һорар кәрәк ине, теләһә нимә тип яҙып ултырғансы.
Бөгөн ҡустым әсәһен тапмай. "Звонить итәм недоступен, әсәйем ҡайҙа икән?"- ти.
Бер заман апайым связгә инде:"Башмак к...нән йөрөнөм!"- тип яуап яҙған. Баяғы, туғандар чатында инде. Уйға батып, берәйһе башмаҡ һуйһа, эсәк арытып йөрөнөмө икән, тип аптыранып ултырһам, әсәйем, бармы, тип һораған.
Апайым:"Ҡортлаған!"- тей. Шунан аңлап ҡалдым, былар ҙа баяғы гриб тураһында яҙыша икән. Былай ҡортлаған тигән һүҙе башмаҡҡа ла килешеп тора. Минең башмаҡ йәй буйы ҡортлап сыҡты.
Матур итеп башҡортса яҙышайыҡ әле, башҡорт хәрефтәрен ҡуйып алып тороп. Үҙебеҙсә. Атыу мин юҡ-бар уйларға әҙер ултырам.
Зөлфирә Таһирова.
Фото архивтан.