Кире алды
1947 йыл ине. Ниңәлер башым ауыртып тик тора. Хәҙрәткә барғайным, бетеү яҙып бирҙе. Үрмес таҫмаға тегеп, бетеүҙе оҙаҡ ҡына тағып йөрөнөм. Йүнәлгәйнем, сөйгә элеп ҡуйҙым да уның тураһында оноттом. Башым ауыртҡанға, иҫемә төшәп ҡараһам, таҫма тора, бетеүем юҡ.
Бер көндө, Мөжәүир хәҙрәт ауылыбыҙға, Йәмилә инәйҙәргә килгән, тип ишетеп ҡалдым да барҙым. Олатай бөхтә генә кейенеп, башына аҡ түбәтәй кейеп, түрҙә ултыра.
— Бетеүемде юғалттым, миңә яңы бетеү яҙып бир, — тим.
— Һин уны үҙеңә тағырға алманың бит, сөйгә элергә алдың, — ти, үҙе рәхәтләнеп көлә. — Тағып йөрөмәгәс, кәрәкмәйҙер, тинем. Исемен яңырттым да Иҫәнгилде ауылы Хәйернисаға бирҙем.
— Миңә тағы яҙып бирсе әле, олатай, — тим ялбарып.
— Ҡыҙыл аҡсаның эйәһе өсөн яҙып бирмәһәм, — ти, үҙе тағы көлә.
Ирем Фәйзулла, теге хикмәтле Баймаҡтан повестка алып ҡайтып килгәндәге осрашыуҙы мәңге онотманы, һуғыштан хәҙрәт фатихаһы арҡаһында тере ҡайттым тип, уны гел хөрмәт итте. Был юлы ла, хәйергә һал тип, 30 һумлыҡ ҡыҙыл аҡса биреп ебәргәйне. Күрәҙәсе олатайҙың шуны әллә ҡайҙан белеп, шаяртып ултырыуы инде.
Бетеүҙе яҙғанда тағы шаяртып алды.
— Был юлы мөһөр баҫып тороп бирәйем әле, ҡайҙа һалһаң да башҡаса юғалтмаҫ, башың да ауырымаҫ, — ти. Миңә ҡарап торҙо ла, етди тонға күсеп, өйрәтеп әйтте.
— Һинең башындың ауырыу сәбәбе — кеше һүҙен ишетмә. Эт өрөр, бүре йөрөр. Үҙ-үҙеңде бел дә, юҡ-бар өсөн көйәләнмә. Яҡшылыҡ иткәнгә насарлыҡ ҡылма. Ямандарҙан йыраҡ йөрө. Йәнә бына ошо доғаны эстән гел ҡабатла. Еңел генә ул, — тине.
Юлда, юлда, юлдашым,
Хызыр Ильяс юлдашым.
Юлда булыр юлдашың.
Хызыр Ильяс юлдашың.
Доғаны хәҙрәт бер нисә ҡат әйттереп ҡараны. Бетеүҙе күнгә тегеп ҡулыма тотторҙо.
— Инде хәҙер туҡһан йәшкә етеп барам, хәҙрәт яҙып биргән шул бетеүҙе янымдан ебәргәнем юҡ. Уны, Аллаһ бирһә, ейәндәремә ҡомартҡы итеп ҡалдырасаҡмын.
Һәҙиә инәйҙең хәҙрәткә булған оло ихтирамы минең дә күңелемә күсте.
— Ниндәй бөйөк әүлиә йәшәгән бит был бәрәкәтле төбәктә! Уны күреп белеүсе, эргәһендә йәшәүселәр ҡайһылай ҙа бәхетле! — тип уйланым, күңеле хазиналай инәйҙе яратып, ҡосаҡлап алдым (Дауамы бар)