хазиналай инәйҙе яратып, ҡосаҡлап алдым.
Хикмәтленең Фәйзуллаға күрһәткән хикмәте
Был хәл 1941 йылдың 26 авгусында була. Кәрешкә ауылынан Йәнтилин Фәйзулла Баймаҡҡа барып, һуғышҡа китергә повестка алып ҡайтып килә. һыбайлы егет ауылына Манһыр эргәһенән сығып, Ҡыңғырташты аша төшөп, туранан ҡайтырға була. Был юл менән барғанда Кәрешкә Манһырға биш-алты саҡрымда ята. Урғаҙа аша сығырға торғанда үҙенең йылға буйындағы сабынлығында, егеүле аттың арбаһында Мөжәүир хәҙрәт ултыра, ти. Ул башына аҡ сәллә ураған, бөхтә кейемдә булған.
— Һине көтөп ултырам, Фәйзулла ҡусты, — ти икән күрәҙәсе. Үҙе тиҙ генә арбаһынан төшөп, ҡиблаға ҡарап ултырған да намаҙ уҡый башлаған.
Шунан бер ни аңламай хайран ҡалып торған Фәйзулланы эргәһенә саҡырып ултыртҡан да былай тигән:
— Һин һуғышта оҙаҡ йөрөмәҫһең. Сәфәрең ҡыҫҡа күренә. Әҙерәк һаулығыңа зыян килер, уның ҡарауы, иҫән ҡалырһың. Минең теләк-фатихала булырһың, ин шәәъ Аллаһ.
Фәйзулла үҙ күҙенә үҙе ышанмаған. Хәҙрәт бит 1939 йыл ҡулға алынып, әле төрмәлә ултыра. Нисек ул бында килеп сыҡҡан? Ниндәй хикмәт был? Иҫенә килеп, ауыҙын асып һорашырға ғына итһә, ҡаршыһында торған хәҙрәт тә, арба ла юҡ булған. Башта ҡурҡышынан был турала Фәйзулла бер кемгә лә өндәшмәгән. Йылдар үткәс кенә әбейе Һәҙиәгә һөйләп ҡалдырған.
Ысынлап та, Фәйзулла һуғышта йыл ярым йөрөп, һул ҡулын өҙҙөрөп, сулаҡ булып ҡайтып килә. Ҡайтҡас өйләнә, балалары була, оҙаҡ йылдар бәхетле ғүмер һөрә. Шулай итеп, хикмәт эйәһенең күрәҙәлек ҡылыуы дөрөҫкә сыға. Тик төрмәлә ултырған хәҙрәттең нисек Урғаҙа буйында хасил булыуы уларҙы ғүмер буйы хайран итә. Әҙәм ышанмаҫ хәбәрҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмәйҙәр. Әммә Баймаҡ яғында хәҙрәт хикмәттәрен етди ҡабул итәләр һәм ихлас ышаналар.
Инселәнгән ҡаҙ
Ирем Фәйзулла биш-алты йыл Күсейҙә колхоз председателе булып эшләп алды ла, Басай менән Күсей ҡушылғас, ферма мөдире булып үҙебеҙҙең яҡҡа Әбдрәхмән фермаһына эшкә ҡайтты. Был 1952 йылдар ине. Шул йылда ҡош-ҡортобоҙ уңды, егерме ҡаҙ һуйып алдыҡ. Эй, һимеҙ, эре булдылар, һәр береһе биш-алты кило тартҡандыр. Иң һәйбәттәренән ике ҡаҙҙы «Аллаһ бирһә, олатайға алып барып ашатырмын», — тип айырып элеп ҡуйҙым. Алып барып бирергә яйы сыҡмай, яҙ етте.
Бер көн ирем әйтә, әйҙә, управляющий Хәйепназарҙы ҡунаҡҡа саҡырып алайыҡ, ти. Уның шул тиңдәше менән ҡатнашып йәшәгеһе килә ине. Апрель айы. Үҙемдең ике ҡаҙ, олатайға тип инселәнгән ике ҡаҙ элеүле тора. Тулайым бер ҡаҙҙы ҡаҙнаға һалып ебәрҙем. Ит бешеп сыҡты, көткән ҡунағыбыҙ һаман юҡ.
Уны, Хәйепназар Баймаҡҡа киткән, юлда бер нәмәгә тарыған шикелле, тинеләр. Ҡаҙҙы баҫырып ултыртып торҙом. Иремдең ҡайтҡанын көтәм. Фәйзуллам ҡайтып инде лә:
— Хәйепназар күренмәй, уның ҡарауы Мөжәүир хәҙрәт абыстайы менән Хәйрулла ағайҙарға ҡунаҡҡа килгән. Мин уларҙы саҡырып ҡайттым, — тине.
Мин арлы-бирле иткеләгәнсе Хәйрулла ағай Сәлимәһе менән, Мөжәүир хәҙрәт Гөлйемеше менән дүртәүләп килеп тә инделәр. Мин олатайҙы ике йыл күрмәгәйнем, ҡыуанып киттем. Йүгереп йөрөп табын хәстәрләйем. Урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп ебәрҙем, бөтөн ҡаҙҙы батмусҡа һалып олатай алдына ҡуйҙым.
— Ҡаҙҙы өлөшләп һеҙ бүлегеҙ, хәҙрәт, — тип хөрмәтемде алданыраҡ шылдырып ҡуям. Ҡунағыбыҙ рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе:
— Һай, шаян ҡаҙ булды был, Күсей һыуында ҡойоноп, һип- һимеҙ булып үҫте. Осоп китергә иткәйне, беҙ уны осорманыҡ, — ти. — Миңә инселәнеп һаҡлап ҡуйылһа ла, саҡ-саҡ Хәйепназар түрәнең ауыҙына барып инмәне. Ин шәәъ Аллаһ, үҙебеҙҙең ризыҡҡа яҙҙы, — ти, үҙе тағы көлә. Миңә лә өлөш һалып:
— Шулай бит, Һәҙиә һылыу, миңә мисәбәләнгән (инселәнгән) ине бит? Насип ризыҡ, ана шулай, теш ярып килеп инә ул, — тип көлә.
Олатай ҡаҙҙы өлөшләп-өлөшләп бүлеп ашата, ә мин һаман һушымды йыя алмай, олатайҙың күрәҙәлегенә хайран ҡалып ултырам. Ул ҡаҙҙың Күсейҙә үк үҙенә инселәнеп ҡуйылғанын ҡайҙан белгән ул?
Хушлашып ҡайтырға сыҡҡанда тағы шаярта, тағы күрәҙәлеге менән хайран итте хәҙрәт.
— Инселәнгән ҡаҙҙың икенсеһен бирмәһәң дә ярай, ҡәҙер итеүең биргәндән дә артыҡ булды, рәхмәт, — ти.
— Юҡ, хәҙрәт, һеҙгә инселәнгән ул, — тип күстәнәсемде Гөлйемеш абыстайҙың ҡулына тотторҙом.
— Ярар улайһа, әйтеүҙе мотлаҡ үтәү фарыз, әйтеү үтәлмәйенсә, ризыҡтың юлын быуып тормаһын.
Һәҙиә инәй был ҡыҙыҡ хәлде көлә-көлә һөйләне. Йәш саҡтарын, яратҡан хәләл ефетен иҫкә алыуҙан, ахырыһы, йөҙө яҡтырып, күңеле күтәрелеп китте (Дауамы бар)