Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар

ҒҮМЕРЛЕК ҺАБАҠ

Кеше тәбиғәте шундай итеп ҡоролған, ваҡыт уҙған һайын һинең менән булған хәл-ваҡиғаларҙың күбеһе онотола бара. Тик көндәлек тормошта әленән-әле ҡабатланғандары ғына элеккеләрҙе яңырта, иҫкә төшөрә. 2001 йылдың 9 ғинуарында арабыҙҙан киткән юрматы ере арыҫланы Сулпан ағай Иманғолов менән бергә Башҡортостандың көньяғында беҙ бергә булмаған төбәк-ауыл бик һирәк ҡалғандыр. Ул Башҡортостан радиоһы хәбәрсеһе булып эшләгәндә, ял көндәрен магнитофонын ”йөкмәп” репортаж артынан ауылдарға йыш сыҡтыҡ. Сулпан ағайҙың ябай ғына кеше тураһында материал әҙерләгәндә лә унан нисек мәғлүмәт алыуына берҙән аптырап, берҙән һоҡланып ҡарап ултыра торғайным.

ҒҮМЕРЛЕК ҺАБАҠ
ҒҮМЕРЛЕК ҺАБАҠ

Респондентҡа бер үк һорауҙы төрлө яҡлап бирә, тейешле яуап алғас ҡына төп темаға кире ҡайтып, репортажды дауам итә ине. Уның менән халыҡ араһына сығыуҙарҙың бушҡа булмауын “Көнгәк” гәзите редакцияһына эшкә килгәс кенә аңланым. Ошондай бай тормош юлы үткән, журналистика өлкәһендә тәжрибәле кешенең гәзит сыға башлағанда арабыҙҙа булмауы бик тә үкенесле ине.  Ҡайһы саҡ, ишек асылып китер ҙә, йылмайып килеп инеп ”Әмиров, әйҙә бер ҡыҙыҡ яһайыҡ, әйҙә, гәзиттә ошо мәҡәләне баҫайыҡ әле”, - тип әйтер кеүек ине. Минеңсә, тормошта бөгөн дә мәҫәлсе өсөн тема етәрлек. Сулпан ағай әйтмешләй, Рәсәйҙәге кеүек тормош барҙа, мәҫәлсе эшһеҙ ултырмаҫ, сөнки әҙип үҙ әҫәренә теманы көндәлек тормоштан ала. Берәй хәл-ваҡиғаның бергә шаһиты булһаҡ, был хаҡта фекерҙе һорап, һуңынан үҙенсә баһа биреп күрһәтер ине. Ул нисек тиҙ арала ошо ваҡиға геройҙарын йәнлектәр менән сағыштырып өлгөргәндер, аптырайым, сөнки уйлап ҡараһаң, башҡаса варианты булмай ҙа торғайны. Сулпан ағайҙың бер нисә секунд эсендә ҡарар ҡабул иткәненә һәм уның уғата ла тик дөрөҫ икәненә, тиҫтәләгән- йөҙләгән тапҡыр шаһит булырға тура килде.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында, милли хәрәкәттең иң ҡыҙыу осоронда, ырыуҙар йыйыны ойошторола башланы. Тамьяндар Әбйәлил, Белорет райондары биләмәһендә күпләп йәшәү айҡанлы, ырыу йыйынын Магнитогорск ҡалаһында үткәргә ҡарар ителде. Беҙ, Ҡотош урта мәктәбе директоры Әшрәф Хужәхмәтов, Сулпан ағай Иманғолов, ошо юлдар авторы Иҙел-Нөгөш тамьяндары вәкилдәре булараҡ Магнитогорскиға барҙыҡ. Йыйын уңышлы уҙҙы, күтәренке кәйеф менән ҡайтырға сыҡтыҡ. Әшрәф Ғәзиз улы автобусҡа юлланды. Сулпан ағай менән мин Сибай - Өфө поезына билет алдыҡ. Тейешле сәғәттә Магнитогорск тимер юл вокзалына поезд килеп туҡтаны. Вагонға инәбеҙ. Үтеп барған поезға билет һатҡанда, ғәҙәттә, урынын күрһәтмәйҙәр, ҡайҙа буш булһа, шунда ултыраһың.

 Купеға үтәбеҙ. Аҫтағы урындарҙың береһендә 28-29 йәшлек һап-һары мәрйә ята, икенсеһен 7 йәштәр самаһындағы ҡыҙы биләгән. Сулпан ағай, ҡыҙыңды үҙ яныңа һал әле, тиеүгә, әсәһе, беҙҙең билеттарға ошо урындар күрһәтелгән, оҡшамаһа, ана өҫтәге урынға ят, тине. Ошоно ғына көткәндәй юлдашым:”Ярар, беҙгә барыбер төнө буйы йоҡламаҫҡа”, - тине лә әйберҙәрен өҫкө ҡатҡа һалды. Ҡатын аптырап, ни өсөн йоҡламауыбыҙ менән ҡыҙыҡһынды. “Күптән, бик күптән тыуған яҡта булманыҡ, йоҡо ҡайғыһымы ни?”, - тип яуапланы Сулпан ағай. “Улай оҙаҡ ваҡыт ҡайҙа йөрөнөгөҙ?”- тигәнгә, “Бынан әллә ни алыҫ түгел урындарҙа урман ҡырҡтыҡ”, - тине ағайым.

 Ҡатын ҡурҡып китте, ниндәй сәбәп арҡаһында “ултырып сығыуыбыҙ” менән ҡыҙыҡһынды. Сулпан ағай уйлап та тормай: ”Мин кеше үлтергән өсөн - 9 йыл, ҡусты көсләгән өсөн - 10 йыл ултырҙы”,- тине. Һөйләшеү шуның менән тамаланды. Вагондың икенсе осонда башҡортса йырлағанды ишеткәс, әйберҙәрҙе ҡалдырып шунда юлландыҡ. Сибай педагогия училищеһы ҡыҙҙары Өфөгә китеп бара икән. Беҙҙе матур итеп ҡаршы алдылар, хөрмәтләп ҡунаҡ иттеләр. Поезд Белоретты уҙғас, юлдаштарыма хәйерле төн теләп, купеға юлландым, өҫкө урындарҙың береһенә күтәрелдем, шунда уҡ йоҡлап та киттем. Көндәлек мәшәҡәттәрҙән арыттырғайны шул...

”Әмиров, Ҡарлыманға етәбеҙ”,- тигәнгә уянып киттем. Сулпан ағай кейенеп, төшөргә әҙерләнгәйне лә инде. Теге ҡатын әйберҙәрен барлай башланы. Өс ҙур сумаҙанға колбаса тултырған, тағы шул тиклем әйбер һалған (Стәрлетамаҡта йәшәгән ҡатындың әсәһе Сибай ит комбинаты баш бухгалтеры икән, ҡунаҡтан ҡайтышлай ”күстәнәс” алған). Ҡарлыманда беҙҙең менән төшөргә уйлай. Әйберҙәрен үҙе тамбурға ташый. Бер ҡулы менән ҡыҙын етәкләгән, икенсеһендә ҙур-ҙур сумка. Купенан тамбурға тиҙ-тиҙ әйберҙәрен күсерә. Тик ҡулынан ҡыҙын ысҡындырмай - тегеләй барһа ла, былай килһә лә етәкләп йөрөй. Әйберҙәренә беҙҙе тейҙермәй. Ҡарап торһаң, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Йүгереп йөрөп ташыны, поезд туҡталғас, үҙе генә төшөрҙө, станция бинаһына ла үҙе индерҙе. Әйберҙәрен бер мөйөшкә өйөп, ҡыҙын ҡосаҡлап, араһына барып ултырҙы. Беҙҙең менән дә һөйләшмәй. Бына залда милиционер пәйҙә булды, мәрйәгә йән инде, һеҙ ниңә миңә бәйләнәһегеҙ тигәндәй ҡарап ҡуйҙы. Шул саҡ Сулпан ағай кеҫәһенән Башҡортостан радиоһы хәбәрсеһе танытмаһын сығарып үҙен таныштырҙы. Ҡатындың ағарынған йөҙөнә алһыулыҡ ҡунды, йылмайып ебәрҙе. ”Юлдашың да хәбәрсеме?”- тип миңә ымланы. “Юҡ, ул заводта инженер”,- тип яуап бирҙе, танытмаһын кеҫәһенә һалып .

”Ә һеҙ ”ултырып”ҡайтып килмәйһегеҙме ни?,”- тине, тамам ҡурҡыуын онотоп. Шул саҡ мин дә телгә килдем: ”Юҡ. Мин Мәләүез химия заводы инженеры, Магнитогорскиҙан йыйындан ҡайтып киләбеҙ”,- тинем. Ҡатын: ”Төнө буйы йоҡламаным, үҙем өсөн түгел, ҡыҙымдың ғүмере өсөн ҡурҡтым, йә үлтереп, йә көсләп ҡуймаһалар ярар ине, ниңә был вагонға билет алдым”,- тип яттым, ти. Шул саҡ Сулпан ағай : “Беҙҙең менән баштан уҡ әҙәмсә һөйләшһәң, йоҡоң да бөтөр ине, әйберҙәреңде лә ташышыр инек”,- тип көлгәс, һөйләшеү артабан дуҫтарса шарттарға күсте.

”Һеҙ миңә ғүмерлек һабаҡ бирҙегеҙ”,- тип, ҡунаҡҡа саҡырып, ҡатын Стәрлелә төшөп ҡалды.

Сәйфулла ӘМИРОВ.

 

P.S. 1986 йылдың ғинуар аҙағында “Совет Башҡортостаны” гәзитендә минең “Исемең нисек, Мәләүез?” исемле мәҡәләм баҫылып сыҡҡас та эҙләп тапты мине Сулпан ағай һәм шул көндән алып уның вафатына тиклем, теп-теүәл ун биш йыл, дуҫ булып ҡалдыҡ. Ауырып киткәс ашығыс ярҙам машинаһын саҡыртып врач Вилсам Өмөтбаев менән дарыуханаға тиклем оҙата барҙыҡ, палатала һуңғы һөйләшкән яҡыны ла  мин булғандырмын әле.

2007 йылда әҙиптең 75 йыллыҡ юбилейын рәсми билдәләү маҡсатында район Советы исеменән хат тотоп БР Яҙыусылар берлегенә барҙым. Рәйес урынбаҫары Риф ағай Тойғонов урынында ине. Бына Хөкүмәткә хат әҙерләйбеҙ, унда Сулпан ағайҙан тыш Р.Ғарипов, Р.Шаммас, И.Йомағолов һәм башҡалар ҙа бар, саралар уҙғарыу финанс сығымдар менән бәйле, шуға күрә, ҡустым, бер аҙ көтәйек,тине Риф ағай. Ул йылда ҙур сара- Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыллыҡ юбилейы билдәләнде. Төп сара Өфөлә 11 октябрҙә уҙҙы, ә мин 16 октябрҙә ҡаты ауырып киттем, 6 айҙан ашыу дауаханала яттым, һуңынан бер нисә йыл реабилитация үтеүгә китте. Шулай ҙа  ҡала урамдарының береһенә уның исемен биреүгә булһа ла ирештем.

ҺҮРӘТТӘ: Сулпан ағай Иманғоловтың һуңғы фотоһы. 21 декабрь 2000 йыл.

Автор: Лена Абдрахманова
Читайте нас