Һәр бер ерлектең үҙенең йолаһы бит инде. Хәҙер онотолоп та баралар, сөнки туйҙар кафе, ресторандарҙа ғына үтә лә ҡуя. Яңыраҡ интернетта бер туйҙың "Һыу һатыу", "Һандыҡ һатыу" йолаларынан күренеш килеп сыҡты. Видео инде. Әй аҫтына кем уҙарҙан яман һүҙҙәр яҙа башланылар. Саманан арттырып, ул да булғанмы йола, фәлән дә фәсмәтән. Әллә шул мөхиттә үҫкәнгәме, миңә хатта оҡшай һәм ҡыҙыҡ ул.
Үҙемдекен дә, апайымдыҡын да иҫләмәйем, әммә һеңлемдең туйында һыуға талаш тоже ҡыҙыҡ булдыҺыу алған ерҙең эргәһе батҡаҡланып бөткән, таҡта буйлап ҡына барып һыу алаһың инде. Беҙ барғанда уҡ ҡоҙоҡ эргәһендә ауыл ҡатындары тора ине. Береһе кәүҙәле генә. Рәмис менән Рәил еҙнәй һыуға талаша башланы. Балдыҙҙарының туйында йөрөйҙәр бит инде һыу һатҡан ике ябығыраҡ ҡатын сразу ситкә китте, достойныйы тороп ҡалды.
Ике еҙнәйҙән еңелеп барғанын аңланы ла был икәүгә батҡаҡтан алып ҡойо сәпләне Туйға тип кенә кейгән кейемдәр ҡойоланды бит инде. Рәил еҙнәй аптырап та торманы, йүгереп барып теге ҡатынды ҡосаҡлап батҡаҡҡа ҡоланы ла ҡуйҙы Улар эргәһенә Рәмис барып ҡолап китте. Шунан ике бажа ҡойо алып теге апайҙың сәсенә, битенә буянылар ҙа сығып алып, эй, һабырҙар, ҡоҙоғоғоҙға бегемот эйәләшкән бит, тип һөрәнләй башланылар Теге һыу һатыусы ҡасан торғансы былар һыу алып өлгөрҙө. Нишләп ул тиклем һыу биргеләре килмәгәндер инде.
Бер ваҡыт теге апай батҡаҡ алып тик кенә торған беҙҙең яҡҡа ташлай башланы Әсәйем салатовый ғына төҫтән костюм кейгән ине, уға ла тейҙе. Әсәй көйәләнеп китте, ярай, кешегә һиҙҙермәне. Но ҡыҙығы аҙаҡтан булды.
Еҙнәй мн Гөлфирә апай коляскала ғына ултырған ҡыҙҙарын әсәйемә ҡалдырып, шул ҡоҙоҡ янындағы йылғаға йыуына киткәндәр. Беҙҙең Арыҫлан тоже 9 айлыҡ ҡына, коляскала ултыра, мин уны этеп ҡоҙағыйҙарға киттем, Рәмисте йыуындырып алайым, алмаш кейем бирәйем, тип. Пока ҡунаҡтар һыуҙа йөрөйҙәр.
Ҡоҙағыйҙарҙың мунсаһы яғылған ине. Арыҫлан коляскала ултырып ҡалды, мин Рәмистең кейемен йыуам, Рәмис үҙе йыуынып ултыра. Сыҡһам, балам юҡ. Нишләп ул баланың бер үҙен ҡалдырғанбыҙҙыр ул, йәшлекме, вайымһыҙлыҡмы, аңралыҡмы. Колясканан төшөп, илай-илай имгәкләп киткән дә барған. Саҡ табып алып, ҡыуып еттем.
Көттөрмәй генә һыуҙан да ҡайттылар. Кемеһе йыуынып, кемеһе һөртөнөп таҙарынып алдылар. Бер заман ҡапҡанан бала һатам, кемгә бала кәрәк, тип коляска этеп килеп инделәр Әсәй, костюмы бысранғас, көйәләнеп, Гөлфирәнең балаһын ҡоҙоҡ эргәһендә онотоп ҡайтҡан да киткән.
Берәүҙәр үтеп барһа, коляскала бер үҙе генә бер бала ултыра,ти. Был ят бала, моғайын, туйҙағыларҙыҡылыр, тип, былар туй булған ергә килгәндәр. Апай менән еҙнәй һаман йылға буйында әле. Әсәй китте көйәләнеп, ҡото осоп: "Уй кейәү белеп ҡалмаһын да, кейәү белеп ҡалмаһын, уй алйот, күлдәгемде уйлап, баламды онотҡанмын, "- тип. Ҡыҙыҡ булыр ине, тегеләр йылға буйынан килеп сыҡһа, коляскала бер үҙе генә бәпәйҙәре ултырһа. Еҙнәй ул хәлде беләме, юҡмы, иллә- мәгәр туйҙа уға уны әйтмәнеләр.
Но һыу һатыуы ҡыҙыҡ булып иҫтә ҡалған. Берәү ҙә үсекмәне, асыуланманы. Һыу һата барғас, бөтәһенә лә әҙер булырға тейешһең инде. Это тебе не игрушки.
Зөлфирә ТАҺИРОВА.
Фото архивтан.