Ҡарағусҡыл төҫтәге тулҡынланып торған сәсе яурындарына тиклем төшөп тора, шыйығыраҡ һаҡал-мыйыҡлы, һаҡалы ла сәсе һымаҡ бөҙрә, асыҡ маңлайлы, ҙур көрән күҙле егет. Мәрмәр һымаҡ аҡ йөҙө һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡояшҡа янған. Күҙлек кейгән,ауыҙы баяғы һымаҡ йырыҡ. Ап-аҡ тештәре ынйы һымаҡ матур ғына теҙелешеп торалар. Мыҡты, бейек кәүҙәле. Матизға нисек нисек ултыралыр?
- Яҡтыгүл аша алып ҡайта алам... Теләһәгеҙ... Юл ыңғайы һыу инеп сығыр инек-егет миңә күҙ һирпеп ала.
- Нимә тинегеҙ... Ҡайҙа инеп сығыр инек?...
-Һыуға инеп сығыр инек.Төшкөң килмәйме?
-Юҡ. Сентябрҙә һыу инеп йөрөргә башҡа тай типкәндер шул.
-Йә,тиҙерәк уйла, ҡайһы юлдан ҡайтабыҙ?
-Нимә... Яҡтыгүл яғынан китһәк, Өфөгә тиҙерәк барып етәбеҙме? Юл ҡыҫҡараҡмы? Әллә асфальт тигеҙерәкме?
- Шул уҡ юл. Яҡтыгүл яғынан киткән юлда ,,Пятерочка” бар. Унда кофены тәмле бешерәләр.
- Һинең кофе эскең киләме? - Ильяс көҙгө аша ғына миңә ҡарай.
Юҡ. Мин кофеға битараф.
- Ярай. Амангилде аша китәйек, - Асҡарға еткәйнек инде. Ильяс рулен зыярат янынан үткән юлға борҙо.
Бер аҙ шым барҙыҡ. Мин ойой ҙа башлағайным, юлдашым тағы һүҙ ҡушты.
- Хәлил менән Күсей араһы нисек? Асфальтмы?
- Асфальт юҡ. Ат юлы.
- Ат юлы тинегеҙме? Боронғо кеше һымаҡ һөйләйһең! - Ильяс тағы миңә ҡарап матур тештәрен күрһәтеп йылмайҙы.
- Боронғо кеше булғас... Ә ниңә һоранығыҙ?
- Хәлилгә килергә транспорт тапмаһаң, Күсейгә инеп алыр инем үҙеңде!
- Машинаң ул юлдарҙан үтә алмаҫ ине... Батып, сыға алмай аҙапланыр инегеҙ.
- Һинең өсөн мөмкин...- Ильяс был юлы йылмаймай, ике күҙе оло юлда.
- Мең тәнкә өсөн беҙҙең юлдарҙы үтергә ризаһыңмы... Хызыр Ильяс....”
-Мең һум өсөн түгел. Һинең өсөн! Миңә оло ҡатындар оҡшай!
- Мин һин уйлағандан да олораҡ. Миңә алтмыш йәш! Белгең килһә! - минең йөрәгем сәнсеп ҡуйҙы. Башыма эҫе булып китте!
-Булһын! Миңә оҡшайһың һин... - был егет башын артҡа ташлап көлөп ебәрҙе, - мин һине кафеға саҡырһам бараһыңмы? Театрҙарға? - Ильяс тағы миңә боролдо.
- Мин театрҙа көнө-төнө, - сикә тамырҙарым һулҡ-һулҡ килә башланы.
- Кафеға, улайһа?
- Минең гастрит... ысталауай, кафе ашы ярамай миңә! - мөмкин тиклем боронғо,аңрараҡ күренергә тырышам. Үҙемде эстән генә һүгә башланым. Ниңә кисә Исламға ултырып ҡайтмаҫҡа?
Бынауы Шәкирйән ағайы ла мине Хәлилгә апарырға ҡапыл ғына ризалашты ла ҡуйҙы. Былай ваҡытта мин фәлән тауҙа йөрөп ятам,төгән күлдәрҙе видеоға төшәрәм, тип яҙыр ине!
- Сулпан, давай йырлап бар! Минең йоҡом килә. Мин төнөн йоҡламаным. Кофе ла эсмәнем.
- Йоҡоң килгәс, ниңә төнгө юлға сыҡтың һуң? Йоҡлап, иртәгә сығыр инең!
-Йоҡлай алманым.Миңә иртәгә эшкә .Ярай ,ныҡ йоҡлағым килһә,юлда йоҡлап алырбыҙ?
-Нисек...йоҡлап алырбыҙ?Мин ...һинең менән ...Йоҡламайым...
-Бик һәйбәт.Һеҙ рулгә ултырырһығыҙ!
-Мин машина йөрөтә белһәм,үҙ машинам булыр ине!Попутчик эҙләп аҙапланмаған булыр инем,һинеке һымаҡ ҡына,, Матиз”да елдереп китеп барған булыр инем ошо мәлдә.
-Ике сумка картуф тейәпме,Сулпан?
-Юҡ! Күберәк тейәр инем!Йәки бер йәш кенә егетте ултыртып алған булыр инем!
-Ха-ха-ха”Ҡурҡма,Сулпан.Йоҡламайбыҙ.Шаярттым.Радиоһы ла әшләмәй-Ильяс йыр эҙләп радиола төймәһен уңлы-һуллы борғосланы.Тапты!Бер моңһоҙ ғына егет ҡолаҡҡа ятмаған йыр һуҙҙы.Йоҡо ҡасыра торған йырҙың үҙе инде!
,,Йөрәгем минең тулай,тулай,тулай...ай...ай..
Күңелем һине уйлай,уйлай,уйлай...ай..ай..”
Бик тырышһам да бүтән һүҙҙәрен аңлай алманым.Шулай ҙа был йыр Ильясты йоҡоһонан уятты.
Ҡәҙимге йырға ҡушылып күңелле мөңрәп килә ине,радио бөтөнләй һүнде.
-Үлде...-тинем мин.Хәҙер был егеттең тағы йоҡоһо килер бит,тип уйлайым.
-Кем үлде?-Ильяс ҡапыл тормозға баҫты-Үлде шул...-Машина алдынан бер һорғолт төҫтә йәтеш кенә йәнлек югереп үтте.
-Тейен!-мин ҡысҡырып ебәрҙем!
Ильяс машинанан сыҡты ла югереп урман эсенә инеп китте.
,,Ыста.Был егет хәҙер тейен баҫтырып йөрөрмө икән ни инде?”
Минең бөтөнләй кәйефем төштө.Шөрләй башланым.Баяғы йырҙағы һымаҡ йөрәгем тулай ,күңелемә әллә ниндәй шом инеп ояланы,мейемде буталсыҡ уй тишкеләй башланы !,,Манъяк бит был егет!Маньяк!Әбейҙәрҙе эҙәрлекләп йөрөгән маньяк инде!Бер пассажирым юлға сығырға баш тартты тигән була.Алдай инде!Һинең өсөн ауылға ла барыр инем тейсе!Әллә рюкзагымды ғына алайым да ҡасайым да китәйем микән?.Был картуфтар ней ҡалһын.Кинәнһен Ильяс үҙе!”
Мин рюкзагымды алып тышҡа сыҡтым.
,,Хызыр Ильяс юлдашың булһын!”тип теләк теләйҙәр ине ата-әсәйем,бына,ниһайәт теләгегеҙ ҡабул булды!Әсәй!Атай!Һеҙ унда күктәрҙә ишетәһегеҙме мине?Хызыр Ильяс минең юлдашым!
Тышта дөм ҡараңғы .Һирәк кенә йондоҙҙар күренгеләй.Өшөтә башланы.Телефонымды алып,Шәкирйән ағайға СМС яҙып ебәрҙем:
,,Мин Маньяк менән китеп барам,шикелле!”
,,Нишләп маньяк тип уйлайһың?”-Шәкирйән ағай йоҡламаған икән,шундуҡ яҙып ебәрҙе.
,,Сөнки...Ул миңә матурһың,миңә оло ҡатындар оҡшай,тип әйтте.Ужжас...Минең йөрәгем ауырта башланы.Мин ауырый башланым.Маньяк үҙе урманға инеп юҡ булды””-мин илай башланым.
Ағайҙан смс килде:,,Нормальный егет!Һин уға оҡшағанһың.Че тут такого?Комплимент әйтә белгәс,бик шәп егет булып сыҡты ул!Шымтайып,бер һүҙ өндәшмәй барһа,другое дело!Маньяктар ана шулай шым ғына баралар ҙа инде”
Ирҙәр ирҙәр психологияһын беҙгә ҡарағанда күберәк беләлер.Рюкзагымды кире машина эсенә ташланым.Моғайын,тереләй тотоп һоғонмаҫ.Манъяк та кеше затынан!Ыстағафирулла!”
-Эһе-һе-һей! Ильяс!Хызыр Ильяс!Эһеһеһей!!!-Ильяс инеп киткән яҡҡа ҡарап һөрән һала башланым.
-Нимәгә ҡысҡыраһың?Сулпан,мин бында ғына!Бесәй балаһын баҫтырып йөрөнөм.Тейен тигән булаһың...Бына,матур бит!-һары ғына бесәй балаһын ҡосаҡлап урман эсенән Ильяс килеп сыҡты
-Оноттоңмо ни?Мин бит Хызыр Ильяс!Әле генә бесәйгә ярҙамға килдем..!Йоҡом да осто югереп йөрөй торғас.
Ильяс машинаға инеп ултырғас табылдыҡты курткаһына төрөп ,миңә тотторҙо.
-Бесәй яратаһыңмы?
-Ғәләмәт яратам!!!
Минең интонациямдан бесәй яратмағанымдв һиҙҙе был.
-Бесәй яратмаған кешегә аптырайым...Ә һин ҡурҡаҡ ҡына икәнһең,Сулпан.
-Мин һиңә ,,һин “түгел.Мин һиңә -Апай!Һин мине тамам аптыратаһың.Беҙ бөгөн ҡайтып етәбеҙме юҡмы?
-Оһо,һин асыуланһаң,тағы ла сибәрерәк!
-Ҡустым,юҡ ,улым,мин һинең менән шаярғым килмәй.Етәр миңә комплименттар яуҙырырға.Мин комплименттарға күптән иремәйем.
-Минең һине иреткем килмәй!Миңә асыулы көйө лә оҡшайһың...
Беҙ ҡуҙғалдыҡ .Бесәй минең алдымда бер-ике мырылданы ла,йоҡлап та китте.Ниһайәт,Инйәргә килеп еттек.
-Кофе эсәһеңме?-Ильяс машинаһын яй ғына алып килеп кафе янына туҡратты.
-Юҡ,-шулай ҙа машинанан сыҡтым.Аяҡтарым ойоғайнылар.Минең эскемдә,ашағым да килмәй
Ильяс кафела оҙаҡ булманы,һыу менән осмөйөшлө бәлеш тотоп сыҡты.Ит еҫенә тамшанып килгән ялбыр эткә ул бәлешен һоғондорҙо.Кеҫәһенән телефонын сығарып кемдер менән һөйләште.Йөҙө үҙгәрҙе.Бөршәйеп,бәләкәсәйеп ҡалған һымаҡ булды.Шәп-шәп атлап машинаға килде.
-Кофе эстенме,Ильяс?
-Юҡ.Бындағы кофе тәмле түгел.Һин нимә эстең?
-Бер ни ҙә.
-Мин һеҙгә һыу алдым!
Талғын ғына ҡуҙғалып киттек.Ильяс машинаны бик ипле йөрөтә.Трассала машиналар ҙа күп түгел.Фуралар ҙа һирәк-мирәк кенә бөгөн.Ильяс ҡайһы бер таксистар кеүек уҙыш-ҡыуыш уйыны уйнамай.Бер ниндәй тыйыу ҙа,ҡағиҙәләр ҙә юҡ,кеше ғүмере түгел,үҙ хәүефһеҙлеге хаҡында уйламай бәғзе бер таксистар.
Юлдашымдың йоҡоһо килгәнен һиҙеп барам.Устары менән битен ышҡып ала.Йоҡламайса юлға сығырға нимәләр сәбәп булғандыр инде?Берәүҙең ғәзиз балаһының эскәнәйендә ниндәй уйҙарҙыр инде?Бер сәғәт тирәһе тып-тын киләбеҙ.
-Ильяс,йоҡоң килһә ,берәй юл буйындағы кафела туҡрат машинаңды.Мин кафела ултырып торормон,һин йоҡлап ал.Иртәгә эшкә лә булғас...-минең дә имен генә өйөмә ҡайтып ингем килде.
-Юҡ,өйгә ҡайтып йоҡлайым.Сәғәт ярымлыҡ юл ҡалды.Һине алып барып төшөрәм,миңә ары ҡайтырға.
-Мине ,,Ял” кафеһында ҡалдыр ҙа кит.Ары такси алырмын әле.
-Нисек мин һине унда төшөрөп китәйем.Әйҙәгеҙ,мин һеҙгә барып йоҡлайым.Бер төн өсөн күпме алаһығыҙ?
-Ааа!Нисек?...Ммм...иңә?-тамам аптыратты был мине!Әле саҡ тыныслана төшкәйнем бит әле.
-Шаярттым,Сулпан.Ҡайтып йоҡлайым.Әллә миңә бараһыңмы,ҡалаға инеп тормаҫ инек?Мин иртәгә ҡалаға эшкә киләм.Һине ултыртып алып килер инем.
-Һин минән мыҫҡыл итеп киләһең,шикелле...
-Сулпан,мыҫҡыл итмәйем мин.
-Ильяс,һинең бисәң ҡайҙа ул?Ошондай егет ,моғайын ,ҡатынһыҙ түгелдер бит?-күптән һорағым килгән һорауымды бирҙем,ниһайәт.
-Бисәмме?Биш йыл йәшәгәс айырылыштыҡ,бына айырылышҡанға ике йыл була инде!..-Ильяс көрһөндө-Эшем дә бар,өй ҙә төҙөп индем.Кәләшемде кире барып алырға ҡайтҡайным!
Сулпан,ышанаңмы-юҡмы,мин биш йыл бергә йәшәгән бисәмде таныманым.
-Йәшәргәнме?
Ильяс миңә боролдо.
-Эйе,Сулпан,йәшәргән.Ҡайҙан белдең?
-Ҡайһы бер ҡатындарға ирҙән айырылыу файҙаға ғына!Мыжыҡ ир,үтмәҫ бысаҡ,сей утын ҡатындарҙы ҡартайта ,тей торғайны әсәйем мәрхүмә.
-Йәшәргән...Үтә ныҡ йәшәргән!Ирендәрен күперткән.Керпектәрен ҡуйыртҡан,битен әллә нимә эшләткән ул!.Ул үҙенә оҡшамаған.
-Нимә эшләйһең.Замана ҡатындары .Камил матурлыҡҡа ынтылалар.
-Һин бит улай түгел....Хатта тырнаҡтарың да буялмаған.
-Женщины любят ушами!Кемгә оҡшамай наҙлы,йылы һүҙҙәр.Өфөгә етә килә мин дә ирей башланым һинең сутылдауыңа.Хатта һинең менән ресторанға барырға ла уйлай башланым әле!Кәләшеңдең ҡолағына көн дә һайра .Матурым,сибәрем,гүзәлем тигән,-үҙемә етмәгән аҡылды ,эй,кешегә өләшкән булам,-Сит ҡатындарға һеләгәйегеҙҙе ағыҙып йөрөгәнсә,үҙ ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ,иркәләтегеҙ,наҙлағыҙ!
-Минең ,,Матиз”ымды күрҙе лә кәйефе төштө ҡатынымдың.Һаман ошо кәлтерҙәгеңдә йөрөйһөңмө?Ғәрләнәм,тип аҡырып өйөнә инеп китте!-Илъяс йоҙроҡтары менән тубыҡтарына һуҡты.
-Кәлтерҙәгең өсөн асыуланмаған ул.Һин ҡатыныңа һағындым һине,матурым,тип кенә әйтергә тейеш инең.Ул һинең өсөн матурайған,ирендәрен тултырған! Һин уны танымай ауыҙыңды асып торғанһың!Һағындым,һарғайҙым,ҡайт,һинһеҙ бер көн йәшәрлек хәлем ҡалманы,тип әйттеңме?
-Әйтмәнем!Белеп торалыр инде!
-Атаңдың башы икән дә!Ул еҫкәп белһенме ни? Һиңә ауыҙ ни өсөн?Күтәреп алып,башын әйләндергәнсе өйөрөлтөргә ине!
-Юҡ! Ул ҙур бит ул.Минең һымаҡ!-Илъяс һаман арҡырылана .
-Һинең һымаҡ ҙур булғас,был кәлтерҙәккә нисек һыйһын ул?Үсегер ҙә шул!
-Миңә ул ят һымаҡ...Сулпан...апай.Мин уны ысынлап танымайым...
-Танырһың.Танымаһаң-танытыр.Яңынан танышырһың.Күҙең дә өйрәнер.Бер һинең генә ҡатының ауыҙын күпертмәгән бит.Һәр өсөнсө ҡыҙ шулай!Үҙеңдеке бит!Биш йыл йәшәнек тиһең!Еҫенән,һулышынан,тауышынан танырһың...
-Һеҙгә һуңыраҡ тыуырға кәрәк булған,Сулпан.Ә бәлки,миңә иртәрәк...
-Юҡ,самый раз тыуғанһың!Миңә лә һин оҡшайһың!
Ильяс бәләкәс кенә машинаны һеңкелдәтеп көлөп ебәрҙе.
Хатта мышнап йоҡлап ятҡан бесәй балаһы уянды.
-Бар,шылтырат ҡатыныңа.Килмә ебеп.
Ильяс машинанан сыҡты,номер йыйҙы .Оҙаҡ һөйләштеләр былар.Мин бесәйҙең мырылдауына йоҡомһорап киттем.Кәйефе күтәрелгән,ауыҙы ҡолағына тиклем йәйелгән Ильяс машинаға инеп ултырҙы.
-Сулпан,мин иртәгә эштән һуң кәләшемә ҡайтам.Урра!!Һеҙгә бер нимә лә кәрәкмәйме?
-Юҡ.Рәхмәт.
Өфөгә килеп еткәнсе бер ауыҙ һүҙ һөйләшмәнек.Радио ла эшләп китте.
Йөрәгем тулай,тулай....
Күңелем һине уйлай...уйлай...
Ниһайәт минең подъезд янына килеп туҡтаныҡ.
-Рәхмәт !Ильяс!Хызыр Ильяс.Хуш,-машина ишеген астым.
-Һеҙгә рәхмәт!Һеҙ ул Хызыр Ильяс.Мин яңғыҙым юлға сығырға тейеш түгел инем...Минең Хызыр Ильясым эргәмдә булырға тейеш ине!
Подъезд ишеген асып ингәс,тағы ла артыма әйләнеп ҡараным.
Илъяс бәхетле йылмайып баҫып тора !Күҙҙәре яна,сәстәрен ел туҙҙырып ебәргән!
Матур.Суҡынсыҡ !
Өйгә инеп аяҡ кейемен дә сисмәйенсә кухняға үттем.Сынаяҡҡа һыу ағыҙып ,егерме тамсы корвалол тамыҙҙым да,бер тында йотоп ҡуйҙым.Шунан диванға ауҙым.
Ҡабат ,,Попутчик “ менән юлға сыҡһамммы?!!”
,,...Йөрәгем тулай...тулай..ай...ай...
...күңелем һине уйлай...уйлай...ай...ай...
Шәкирйән ағайға СМС яҙып ебәрҙем.,,Мин тере!”
Сулпан ӘБДРӘХИМОВА.
Фото архивтан.