Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар

Хызыр Ильяс (дауамы)

Машинанан төшкәс, ойоған аяҡтарымды яҙып алалмай торам әле.

Хызыр Ильяс (дауамы)
Хызыр Ильяс (дауамы)

Машинанан төшкәс, ойоған аяҡтарымды яҙып алалмай торам әле. Тубыҡтарҙы һыйпаштырған булам, балтырҙарҙы семетеп-семетеп алам. Ете сәғәт юл килеү анһаттыр шул!
,,Бөгөн Сибайҙа йоҡлармын да, иртәгә таң менән попуткаға сығырмын,” - тип уйлап әхирәтемә йүнәләм.
Уй!!! Картуф уңған быйыл. Ике көн буйы шул картуф менән мәшәҡәтләндем. Арытһа ла һыр бирмәгән булам. Күңелле мәшәҡәттәр бит! Күрше-күләнгә кәтмән төбө өләштем, картуф бешереп һыйландым. Мәз булдым!
Кем баҙына ҡуйып китергә был сама ниғмәтте? Ярай күрше егеттең баҙы иркен, тәрән. Бөтә аҫҡы урамдың уңышы һыйырлыҡ! Күршем рөхсәт бирҙе! Картуфҡа урын табылды!
Тоҡ тыштарына картуфтың ,,исем - шәрифтәрен “яҙып, ҡапҡа ауыҙына ташып ултырттым. Ярты эш бөттө! Күршемдең вахтанан ҡайтыуы ғына көс!
Шулай төнгә ҡарай мунса яғып йөрөһәм, берәү ҡапҡа дөмбөрҙәтә!
-Кем ул? - мунсанан ҡысҡырам.
- Был мин апай, Ислам. Өфөгә бара ятам, ҡайтмайһығыҙмы?
- Атаҡ! Ҡасан бараң? - ҡапҡаны ҙур итеп асып ебәрәм.
- Бына уже ҡайтып барам, әйҙәгеҙ, йыйынығыҙ,- Ислам машинаһына ултыра ла асҡысын борғослай башлай.
- Уй, ҡустым, мин ней бит әле... улай с бухты ла барахта ла йыйыналмайым. Ней нейткәсең... ҡабаланғасың ҡайта тор... Мин иртәгә попутка менән...
- Атыу картуфтарыңды апҡайта торайым.
- Шулай тейеңме... Тейә һуң... Бынау ярты тоғо үҙеңә,бынауын Рамаҙанға ҡалдыр,миңә бынауы ярты тоғо. Туҡта...Кишерҙәремде апҡайта тор... Кабаҡтар... Былары һиңә ашҡабаҡтар... Бына һеҙгә яртышар әтәс... - багажникты тултырып ташлайбыҙ.
- Миңә, апай, ҡаҙ кәрәк ине! - Ислам багажникты япҡан ыңғайға хәбәрен теҙә.
- Ҡыҙ тиһеңме?- Исламға иҫем китеп ҡарап торам.
- Ҡаҙ тейем, апай! - Ислам рәхәтләнеп көлгән була.
- Ҫаңраумын да инде. Ҡыҙымды һорай тип терт итеп ҡалдым. Ноябрь аҙағы килерһең ,кеше һатҡылай торған ҡыҙҙарын.. тьфү... ҡаҙҙарын... Бар, ҡуҙғал инде! Әллә нимәләр әйттерәһең... - Исламды ҡабаландырам.Юлдағының юлда булғаны хәйерле!
- Һау булығыҙ, апай, рәхмәт! - Исламым выжж! - итеп ҡуҙғалып китә.
- Ярай, Ислам, Хызыр Ильяс юлдашың булһын! Имен-һау, бәлә-ҡазаһыҙ ғына ҡайтып ет! Мин иртәгә попутка менән, Алла бирһә!

Иртәгеһен Сибайҙан төшкө автобус килмәне бит! Сибайҙан ине тапҡан попуткам.
,,Килеп етә алмайым,” - тип яҙып ебәрҙем. Үҙем ватсаптан икенсе попутчик эҙләй башланым. Әһә! Берәү Сибайҙан кискә ҡуҙғалам,тип яҙған бит. Ҡыйбат та түгел! Мең тәнкә!
Ильяс исемле кеше яҙған. Аватаркаһында кеше һүрәте юҡ.
,,Миңә Хәлилдән Өфөгә бер урын кәрәк ине.Багажым бар.Сәғәт нисәлә Хәлилдән үтерһегеҙ икән?” - яҙып ебәрҙем. Шундуҡ яуап яҙҙы.
,,Кис һигеҙенсе яртылар тирәһендә”
,,Бик яҡшы.Минең ике оло сумкам бар.Багажда урынығыҙ булырмы икән?”
,,Багажник ҙур”-яуап килде.
,,Һигеҙенсе яртыла оло юлда торормон”-тип яҙып ебәрҙем.Тәк...Хәҙер Хәлилгә попутчик табырға кәрәк.Ағайымдың машинаһы боҙоҡ...Тыңлаһа Исмәғил еҙнәй тыңлар,йә Шәкирйән ағайға инәлергә тура килер.
Тәүҙә Шәкирйән ағайға яҙырға булдым.
,,Ағай,мине Хәлилгә осортоп ҡына апарып ташла әле.Попутчикка.”
Шәкирйән ағайым шундуҡ яуап яҙҙы
,,Апарырмын.Мин онотоп ҡуйырмын.Алтылар тирәһендә тағы яҙырһың,йәки шылтырат”
Булды быныһы ла.
Сумкаларға тағы картуф тултырып алдым.Үлтереп апарған тамаҡ!Күршеләге килен йомортҡа,һөт индергән.Уларҙы һалып алдым.Бер еңгәм ҡаймаҡ менән эремсек югертеп индереп сыҡты.Унан да баш тартманым.Ике оло сумкам ҡапҡа алдына шылып ултырҙылар.Шәкирйән ағайға тағы смс яҙып ебәрҙем:тиҙҙән сығабыҙ,онотмағанһыңдыр.Ридикюльде беләккә элдем дә,
рәшәткәгә һөйкәлеп,машина көтә башланым.Көтһәң оҙаҡ,ҡабаланһаң тиҙ үткән һымаҡ бит ваҡыты.Был ағайым мине һуңлата инде,тип борсола башланым.Эстән генә тегене һүгәм.
Юҡ!Машина юҡ!Ҡыяраҡ йәшәгән күрше еңгәйгә индем.
-Хәмиҙә еңгәй,Шәкирйән ағайға шылтырат әле.Минең элемтә йә була ла ,йә юғала ла ҡуясы.Сулпан әҙер,һине рәшәтке буйында көтөп тора,тип әйт.
-Әйтермен,Сулпан,-еңгәм номер йыйып тороп ҡалды,мин сыҡтым да тағы рәшәткәгә һөйкәлдем.
Шәкирйән ағай шәп тиҙлек менән килеп туҡраны.
-Тапатаң даһа!-машина ишеген асыр-асмаҫ ҡысҡырам тегегә.
-Нишләп тапатайым тей,-Шәкирйән ағай машинанан һикереп төшә -мин эсмәгәнмен дәһа!Белгең килһә,ағаң өс йыл эскәне юҡ.
-Әйткәнең бар,ағый.
Шәкирйән ағай ҡапҡа алдында ултырған сумкаларҙы ,,Нива”һының артына теҙә башлай.
-Ипләп,ағай,яраһың.
-Картуфтымы?
-Юҡ инде.Кү...Йомортҡаларҙы.
-Әәә...Эээ...Ммм...Ярмайым-артҡы ишекте шартылдата яба ла,кабинаға инеп ултыра.
Ҡуҙғалып китәбеҙ.
-Хызыр Ильяс юлдашым булһын!Бәлә-ҡазаһыҙ ғына барып етәйек!
-Ағаң һине хәҙер апарып еткерә.Ағаң!Кем әйтә,, ағаң”тип Күсейҙә?Ағаң,апаң,әсәң,атаң,тип,кем һөйләшә?
-Белмәйем...Әйҙә һуңлатаң...аҙаҡ,, ағаңды “һөйләрһең.
-Хәмиҙә еңгәйең шулай тип әйтә.Әбделғәзеләр шулай һөйләшәләр икән!Сабырһыҙ!Хәмиҙә еңгәһенән шылтыраттыра һалған бит әле!Ҡайҙа ҡабаланаһың.Бына ғына торған Хәлилгә!Ну,конеччно!Это же Абдрахииимова!-Шәкирйән ағай мине үсекләргә күп һорамай.
-Попуткаға һуңлайым.Мин шулай сабырһыҙмын ул.
-Өфөгә ҡайтып та бараһыңмы?
-Эйе.
-Попутчик ней көтөр.Эше шул.Һөйләшкәсегеҙ- көтөр!Нимә тигән машина алып китә инде һине?Иркен машина булһын инде.Ниндәй машина икәнен һораманыңмы?Бер йәтеш кенә машина булып,аяҡтарыңды ла һона алмай, бөкөрәйеп кенә барма инде!
-Иии,рәхмәт инде,мине шулай ҡайғыртып килгәнеңә.Машинаһы ниндәйҙер -һораманым.Ярай.Имен генә алып барып еткерһә булды!
-Улай тимә!Һорарға кәрәк ине.Бына хәҙер шылтырат.Һораш!
-Ярай инде.Мин хәҙер уның телефонын да тапмайым инде.Күҙем дә күрмәй.Күҙлегемде онтаным.
-Бына ағаңдыҡын кейеп ҡара,ағаңдыҡын-,үҙе миңә күҙлеген кейҙереп тә ҡуя.
-Илъяс ине,шикелле !Әһә,таптым. Илъяс,тип яҙылған,-шылтыратырға йыйынғайным ғына смс килеп төштө.
-Мин Сибайҙан сыҡтым.Ярты сәғәттән Хәлилдә булам.
-Ул уже етеп килә,шылтыратып тормайым.
Беҙ ҙә елдәй елеп Хәлилден оло юлына килеп туҡраныҡ .Көтә башланыҡ.
,,Мин Хәлилдә”-смс ебәрдем.Тегенем башбармағын өҫкә күтәргән смайлик ебәрҙе.Во!йәнәһе!Шәп!
Ярты сәғәт машина көткән арала Шәкирйән ағай арыуыҡ ер -һыу менән таныштырҙы,инде оҙон-оҙаҡ тарихтарға төшөргә әҙерләнеп кенә бөткәйне ,юл ситенә йәтеш кенә бер ,,Матиз”килеп туҡтаны .Попутчик!
Беҙ машинанан төштөк.Мин ,,Матиз”ға ҡараным да ауыҙымды асып ҡатып ҡалдым.Нимә-нимә,,,Матиз”ға ултырып барыу уйыма ла инеп сыҡмағайны!
Ярай ,,Ока” түгел!
Шәкирйән ағай ,,Нива”һының артынан сумкаларымды алып,машинаға табан атлап китте.
,,Матиз”дан бер егет килеп сыҡты ла миңә ҡарап ҡояштай йылмайҙы!
,,Накаркал Шәкирйән ағай.Аяғыңды һоноп ултырып барҙың бармай ҙа!Аяҡ һоноу түгел,сумкаларҙы ҡуйырға ҙур багажнигы ла юҡ бит был машинаның!”
Шәкирйән ағай барып етеүгә был егет арттағы ишектәрҙе асты.Сумкаларҙы шунда ҡуйҙы ағай.
-Һеҙ алға ултырығыҙ!-егет миңә өндәште.
-Башҡа пассажирҙар юҡмы ни?-мин егеткә текәлдем.
-Өлгөрмәнеләр...Миңә тиҙерәк ҡайтып етергә кәрәк.Ҡуҙғалдыҡмы?
-Әә..ярай...Шәкирйән ағай,һау булығыҙ!Ҙур рәхмәт!Мин өс аҙнанан ҡайтам,-ниңәлер кире ,,Нива”ға ултырып ауылға елдергем килде!!!Миңә ҡыйын булып китте.Эске бер тауыш миңә,,Йөрөмә!”тип өндәшкәндәй булды.
Беҙ ҡуҙғалып китәбеҙ.Арҡама аҫып килгән рюкзагымды аяҡтарым араһына ҡыҫтырып ҡуйҙым.
,,Ярай әле бер пассажиры барыуҙан баш тартҡан,картуфымды ҡайҙа ҡуйыр инем?”-бер аҙна буйы шул картуф менән һаташтым бит!Фсе!Етте!Бик ҡәҙерле хазина тиерһең...
,,Хазина инде,хазина!Ер аҫтынан соҡоп алған хазина!”-тағы шулайтып уйлайым.Үҙемдең күҙҙәрем -Ирәндектә!
-Таныш булайыҡ!Хызыр Ильяс!Һеҙ Сулпан,шулаймы?- егет миңә ҡулын һуҙҙы.
-Хызыр Ильяс?Һее...Сулпан апайығыҙ булам,-ҡаты итеп тегенең ҡулын ҡыҫтым.Йомшаҡ ҡына итеп ҡыҫырға теләһәм дә килеп сыҡмаҫ ине.Минең ҡулдарым ҡаты шулай.Көслө!
Хызыр Ильяс бындайҙы көтмәгән,ахыры.Ҡара ғына күҙҙәре маңлайына менеп киттеләр.
-Һеҙ -артист ,шулай бит.Һеҙгә ,,һин”тип өндәшһәм буламы?
-Өн...дәшегеҙ ...һуң...-мин мөмкин тиклем битараф булырға тырышам.Телефонға ,,һөйләп “СМС ебәрҙем:ағай,рәхмәт.Ҙууур итеп рәхмәт!
-Ул һеҙҙең ағайығыҙмы?Мин һеҙҙе ирегеҙ оҙатып ҡалды,тиһәм-Илъяс миңә өндәште.
-Нимә тинегеҙ?Ә..Эйе...ирем...ағайым...дөрөҫөрәге...
-Һеҙ тормошта күпкә матурыраҡ икән!Юзерпиктағы фотоғоҙға ҡарағанда ла.
-Нимә?...Ул нимә ул?
-Ватсапағы һүрәтегеҙ.Аватаркалағы..
-Әә...Рәхмәт...Шулай икән дә...белмәгәйнем...Юзерфик...фик..
-Һеҙ актриса.Мин һеҙҙе таныным!
-Эйе...шул...
-Мин тәүгә тере артист менән китеп барам.Ҡыҙыҡ!-Ильяс миңә ҡарап тағы матур итеп йылмайҙы.
-Минең тере генә Өфөгә ҡайтып еткем килә!-был һүҙҙәрем үтенес ,инәлеү һымаҡ килеп сыҡтылар.
Юлдашымдың йөҙөндә ниндәйҙер нерв тартылып киткән һымаҡ булды.Мин һиҙҙем уны.
-Мин һеҙҙе имен генә алып ҡайтып еткерермен.Мин бит -Хызыр Ильяс!-үҙ-үҙенә ышанмаған һымаҡ әйтте быны Ильяс. Ә һинең ,,Матиз”да Өфөгә барғаның юҡтыр әле!Нисек ,,Матиз” ?
-Тәүгә ,,Матизға ултырып барам шул. Һыйҙыҡ бит! Миңә ней... имен барып етһәк булды... Өфөгә... Бер кискә-кер мейескә тиҙәрме әле?
-Бер кискә кер ,,Матиз”ға була инде хәҙер. Ә һине ниндәй юлдан апарырға, Сулпан?
-Ниндәй юлдан, тип... шул бер юлдандыр... Әллә һауа юлдарынан да алып барып буламы Матиз менән? - мин юлдашыма боролам - Һин мине осорорға уйламайһыңдыр бит?- Ильястың күҙҙәренә тура ҡарайым.
,,Матур, суҡынсыҡ! Театрҙа эшләһә герой - любовниктарҙы ғына уйнап йөрөр ине!”

Сулпан Әбдрәхимова.

Фото архивтан.

Автор: Лена Хайруллина
Читайте нас