Эшһеҙ, тимәк, аҡсаһыҙ ҡалған сағым ине. Өлкән ҡыҙым ҡырҙа уҡыуҙа, улым етәктә, бәләкәс ҡыҙым итәктә саҡта ауылға, әсәйҙең эргәһенә йәшәргә ҡайттым! Әсәйебеҙҙең кәре ҡайтҡан хәҙер. Мал-тыуары боронғо һымаҡ ишле түгел. Кәртә-ҡурабыҙ бөтөнләй үк бушамаған, бер бөртөк кенә һыйырыбыҙ көйшәп тора унда! Шөкөр, шул һыртағыбыҙ март айында быҙаулап бирҙе! Ҡураға ҡот инде! Беҙ һөтөнә, балалар ҡаймағына һөйөнә!
Иң өлкән апайым Италияға сығып китеп, өс һарығын беҙҙең ҡураға индереп китте.
Шулай итеп, өс һарыҡ ваҡытлыса әсәйҙең мал-тыуары иҫәбенә инеп киттеләр. Әсәйҙең башы күккә тейҙе! Бәхет ишелеп төштө лә ҡуйҙы! Һыйыры ла быҙауланы, ыуаҡ маллы ла булды! Шул һарыҡтарҙы ауыл көтөүенә ҡушмай, әсәйем үҙе кәртә артында ғына көтөргә булып китте.
Уттай эҫелә лә, ҡойма ямғырҙа ла әсәй шул һарыҡтарға һаҡсы булып, оҙон таяғына таянып арттарынан эйәреп йөрөнө, йә аяҡтарын һоноп күк үләндә ултырҙы. Бите, ҡулдары дөм ғара булып ҡояшҡа янды, үҙе ябыҡты, йонсоно. Күрше Кәбирә апай әсәйҙе бик йәлләй, уның хәл-әхеүәлен белешмәк булып, көйәнтәһенә яп-ялтыр ғына күнәктәрен элеп алып, әсәйҙең эргәһенә барып урай ине.
-Гөлшат апай, ҡуйһаңсы ла инде! Ништәп кенә ыҙалап ултырыһың былайтып, һарыҡтарыңды ауыл көтөүенә ҡушһаң ней булған? Әйтәһең, итәһең, нитәһең,барыбер тыңдамайһың... - Кәбирә апай аҙаҡ ҡулын ғына һелтәй - Әллә ауылдың көтөүсеһенә аҡсаңды йәлләйһеңме?
- Нейтәм инде... көтәм... Аманат итеп тапшырып китте бит. Ауыл көтөүендә юғалып ҡуйһалар... Ҡом түләүҙе булып ултырайыммы... Аманатҡа хыянат була бит... - әсәй үҙ һүҙен бирмәй.
- Көтөүсе! Көтөүсе Гөлшат апай! - Кәбирә апайҙың әсәйгә йәне көйә,шунан тетә һуғып атлап ҡоҙоҡ яғына китә.
Төш мәле етһә өс һарығын ялан кәртәгә бикләй ҙә, төшкә сәйгә инә әсәй.
- Телем аңҡауыма йәбеште. Ҡана яһай һал сәйеңде, - үҙе бер сынаяҡты эсеп бөтөр-бөтмәҫ, ултырған ерендә ҡырын ғына ауа ла, ҡаты йоҡоға тала.Арый инде! Көтөүсе бит ул Кәбирә апайым әйтмешләй!
Йәйҙәр етте. Әсәй һаман һарыҡ көттө, ул хәҙер һарыҡтарын алыҫҡараҡ алып китә. Йәнтәл аръяғына ла төшөп китәләр.
Ана шул Йәнтәлдә ,,көтөү" көткәнендә ҡып-ҡыҙыл турғай еләктәренә тарып ҡайтты быным.
- Инде турғай еләге балланып бешкән! Берәй аҙнанан ер еләге лә бешер былай булғас! Еләккә йөрөрмөн! - тамағына эскәнендә әсәй еләккә осоп барырҙай булып ҡәһәтләнеп ултырҙы, - Йәнтәлдә бешкәс, Балсыҡ соҡоронда ла еләк бешкәндер инде!
Ҡырҙа емеш-еләк өлгөрөүе-үҙе бер байрам бит ул! Байрам ғына ла түгел- тантана! Бөтә халыҡ тәбиғәт ҡосағына олаға! Хоҙайҙың ниғмәттәренән ауыҙ итергә, тәмләргә ашҡына. Ҡырҙа бала-сағаның сыр-сыу килгән ҡыуаныслы тауыштары, ҡоштар һайрауы, ағастарҙың шауы, шишмәләрҙең сылтырауы,балғорттарының безелдәүе! Ошо инде тәбиғәттең тантана итеүе!
Беренсе бешкән еләк ул туйым өсөн түгел,тәм өсөн ауыҙ ителә!
- Иһо-һо-һой! Иҫке ауыҙға-яңы аш! Бисмилла! - тип тәүге еләкте өҙөп ҡабабыҙ! Их, тәмлелеге! Телеңде йоторлоҡ!
Ололар фаразлауынса, кеше ҡулы сей еләккә тейҙеме-ике-өс көндән ҡып-ҡыҙыл булып бешә! Тәүҙә бәлешлек, тип сеүәтәгә генә йыя кешеләр. Шунан бәләкәс күнәк, аръяғында инде оло күнәк худҡа китә! ,,Үәринйәгә, эремсеккә, майлауға, туңдырыуға, киптереүгә, унан һатыуға"-, тип ҡолап китә халыҡ!
Беҙҙең әсәй ҙә инде талымһыҙ емешкә. Тик быйыл ана шул һарыҡтары арҡаһында аяҡтары тышаулы ла инде! Югерек күңел Ирәндек итәктәрен, Мәмилә буйҙарын, Оҙон Шүрәлдене лә ҡыҙыралыр инде еләк эҙләп!
Мин ике баламды эйәртеп еләккә йөрөйөм. Балаларҙы сараһыҙҙан алам инде үҙем менән. Әсәйемдең дә еләккә барғыһы килеп, күҙе ҡыҙып китә лә ул,т ик әлеге лә баяғы көтөүенән бушамай шул!
Шулай бер көн арып,асығып еләктән ҡайтып инеп торһаҡ, әсәй бәҫтән тайып килеп инде.
-Ҡана,сәйнүгеңде шыждата һал. Ике телем дә аңҡауыма йәбеште, сарсаным.
- Сабыр, әсәй, минең телем аңҡауға түгел, эсем эскә йәбешеп ҡайтып инеп торам. Шул тиклем асыҡтым да, һыуһаным да
Әллә һарыҡтың береһен һуяйыҡмы, әсәй, ит тә ашағы килә.
-Һуймайбыҙ! Көтәм!
- Һуң еләккә барғым килә тинең бит, береһен һуйып ашайыҡ, икәүһен бикләп китәйек, үҙем бесән сабып алып ҡайтам көн һайын! Торһондар ялан кәртәлә! Ит ашағы килде бит! Бер һарығы кәмегәндән апай ярлыланып китәме, Италияһынан ҡайтҡас хут бер отара һарыҡ һатып алһын!
Көн дә әсәйҙең ҡолаҡ итен ашайым.
-Бына бер! Теге ней нейткән бисә һымаҡ! Аманат, тип әйттем бит! Апайыңдың аманатына хыянат итеп, гонаһына батыр хәлем юҡ! - Әсәйем ныҡ үпкәләткәнсе әйтте миңә. Күҙҙәремдән йәштәр эркелде хатта. Бүтәнсә ит ашағым килә, тип ауыҙымды ла асманым. Ике балам менән еләккә йөрөнөм, үәринйә лә ҡайнаттым, эремсек эреттем, киптерҙем, һатыуға ла өлгөрҙөм. Кеше еләктән туйып, бесәнгә төшөп бөттө, мин һаман ҡуйманым.
Етешһеҙ донъя. Еләк һатып, һарыҡ алырға уйым! Йығылып ятып йыйырлыҡ еләк ҡалманы, һәр еләк бөртөгө һайын иңкәйеп йөрөлә хәҙер. Миңә эйәреп йөрөгән баллар ҙа арыны, тамам йыбандылар.
Шулай бер көндө яңғыҙ ғына таң һарыһында сығып киттем. Балаларһыҙ шәберәк сүпләрмен еләкте, анауы Бойҙай тауына ла барып һуғылайым, бәлки аңғармаҫтан кеше ҡулы теймәгән ерҙә ыуылйып ятҡан еләккә барып сығырмын, унда булмаһа Күкбәрәнгә артылырмын, үҙәктәрҙә еләк һәләк күп була торғайны, тип хыялдарға сумып киләм.
Үгеҙ кисеүе тигән ергә барып етмәҫ борон уң яҡта матур итеп кәртәләнгән бесәнлек бар. Ай-һай! Бесәне ишелеп үҫкән инде. Шау сәскәлек. Кәртә аша ғына бесәнлеккә һикереп төштөм.Хуш еҫле сәскәләр өҫтөндә һағыҙаҡтары зыу килә,бәләкәс кенә себендәре күҙгә инеп килә.Себен-серәкәй базләүенә күнегеп бөтөлдө ул!
Бесәнлек уртаһында былтырға аҙау кәбән ултыра.Еләк эҙләп баяғы кәбәнде урап сығыуыма терт! итеп ҡалдым!-алдымда дөм ҡара бөҙрә һарыҡ тәкәһе тора бит!
,,Бирәһе килгән ҡолона..."-тип уйлап өлгөрәм.
-Бәр-бәр-бәр-бәр!Кил,мә,мәмәй бирәм,-усымды һонған булам,-эргәмә яҡынлашһа ,мөгөҙөнән эләктереп алмаҡсымын!Тәүҙә минең яҡҡа бер-ике аҙым атланы тәкәм,мин саҡ ҡына сүкәйгән булдым.Шып туҡтаны һарығым.
-Их,бер телем икмәк булһасы...-үкенеп ҡуйҙым,-мә,бәр-бәр-бәр-бәр...кил,мә,мәмәй,әпәкәй ҡаптырам...
Ипләп кенә һарыҡҡа яҡынлаштым,мөгөҙҙәренән инде эләктерҙем тигәйнем,был тәкәм минең баш аша һикерҙе,артҡы тояҡтары өҫкө иренемә тейеп үтте,тештәрем шаҡ итеп ҡалды!
,,Теште ҡырҙы бит,инәһеҙ!"Усым менән ауыҙымды ҡапшап ҡарайым,тештәр теүәлме,йәнәһе!
Һарығым бейек ,күпереп үҫкән бесән араһына инеп юҡ булды!Әһә! Һырты ғына күренеп ҡала!Күнәкте ташлап ебәреп,тәкәне бесәнлек буйлап баҫтырырға керешеп киттем.Эй,баҫтырҙым.Эй,баҫтырҙым.Бәҫтән тайҙыҡ икебеҙ ҙә.Мин дә арыным,тәкә лә арыны.Һарығым башын ергә,ҡуйы бесән араһына тығып тора, хәл йыя.Мин дә сәскәләр араһында ял итеп ятам,шунан ҡапыл һикереп торам да,тағы баҫтырырға тотонам.Шундай тактика уйлап сығарҙым.
Бесәнлекте уратып тағы туғыҙ, әллә ун тапҡыр әйләнгәнбеҙҙер, инде ҡыуып етеп, мөйөшкә ҡамап тоттом тигән дә генә, һарығым кәртәне аша һикереп аръяҡҡа төшә лә, тау яғына олаға! Әй, әттәгенәһе! Ҡасты!Ҡотолдо! Мин ышылдай-ышылдай күнәгемде эҙләйем. Шунан кәртәне аша төшөп сыҡһам, һарыҡ тау үренән миңә туп-тура ҡарап тора!
Автор - Сулпан ӘБДРӘХИМОВА.
(Дауамы бар.)
Фото архивтан.