Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар

Тәкә мажараһы (аҙағы)

Йыш-йыш тын алам. Йөрәгем тамағыма килеп тығылған.

Тәкә мажараһы (аҙағы)
Тәкә мажараһы (аҙағы)

Йыш-йыш тын алам. Йөрәгем тамағыма килеп тығылған. Миңә шул һарыҡ кәрәкме? Тотторҙо, ти, шунан ул һарыҡты йөкмәп ҡайтыр инемме инде ауылға? - үҙемде килеп тороп һүгәм!!! Һарыҡ баҫтырып йөрөп ҡояштың дилбегә буйы күтәрәлгәнен дә аңғарм ағанмын! Күнәгемде беләгемә элеп ҡабаланып атлап барам. Үгеҙ кисеүендә ҡулдарымды, битемде йыуып, ҡушуслап һыу һемерәм дә, Бойҙай тауы яғына тартам. Һарыҡты тоталмағаныма, эй, һөйөнөп барған булам үҙем! Йәнәһе, мин ҙур гонаһ эшләүҙән тыйылдым!Хоҙай Тәғәлә юрый мине һынар өсөн тәкәне ҡаршыма сығарып ҡуйған инде! Тирә-яҡта бер мал заты булһасы! Көтөүҙән айырылып ҡалған тип уйлар инең, беҙҙә халыҡ көтөүҙе яланға ҡыуа! Хоҙайҙың ғына эше инде! Фәҡәт уныҡы!
Бер күнәк еләк тиреп, күңелем булып ҡайттым. Иртәнсәк күрше ҡатын менән икәүләшеп баҙарға барырға һөйләшкәйнек.
Таң менән еләктәремде күтәреп ҡапҡаны асып сыҡҡайным, кисәге ҡара һарыҡ тәкәһе беҙҙең ҡапҡа алдында тора бит!
,,Бирәһе килгән ..." Ыстағафируллаһ! Бәрә! Бәрә! Кит! Бар ана көтөүгә! Ҡыуам, ҡыуам-кире килә лә торасы ҡапҡа алдына! Кисәге көн был һарыҡты баҫтырып тота алмай инем, бөгөн ҡыуып ебәрә алмай эт булдым бит! Бына хикмәт! Бәрә! Гонаһҡа батыр хәлем юҡ һине индереп, ит ашағы килеп йөрөгәндә йә һуйҙырып ашап ҡуйырмын яңылыш, ыстағафирулла тәүбә! Тәүбә! Бәрә! Бәрә! Һөс! Һөс, Аҡтырнаҡ. Әмәлгә ҡалғандай Аҡтырнағы ла өйҙә булмай сыҡты.
Ярай әле машина геүләп килеп ҡапҡа алдына туҡраны ла, мине ултыртып баҙарға алып китте! Тәкә машинанан өркөп ҡайҙалыр китеп олаҡты.
Баҙарыбыҙ шәп булды! Уңдыҡ! Еләктәремде һаттым. Ыфкусный ягода, тип мәрйәләр зыу булып ҡыуанышып тороп ҡалдылар. Ҡаҙаҡтарҙан һимеҙ һарыҡ ите һайлап алдым.
Тағы ҡайһы тауҙарҙы артылырмын, ниндәй үҙәктәрҙе ҡыҙырырмын, кеше аяғы баҫмаған, әҙәм ҡулы теймәгән ниндәй еләкле ерҙәр бар икән минең бәхеткә, тип татлы уйҙарға сумып килә инем, йоҡлап киткәнмен. Төш күрәм: имеш, ҡара тәкәне елкәмә арҡыры һалып алғанмын да таҡыр ғына берләм һуҡмаҡтан тетә һуғып атлап киләм икән тим. Баяғы һарығым ҡәҙимге һәлмәк кенә икән! Ауыр итеп мыш-мыш тын ала икән тим. Ҡолағымды шайыҡлап бөттө.
- Сулпан апай, килеп еттек, - шофер егет уятты. Күрше ҡатын яурыныма ятып йоҡлап килгән икән, бер ҡулым яурын менән ҡуша ойоп киткән шул. Яурынымды шайыҡлап бөткән. Арығанбыҙ инде. Еләк сүпләү ҙә елеккә үтеп китте.
Кискелеккә һимеҙ һарыҡ итен бешерҙек, бишбармаҡ менән һыйландыҡ. Күңел булды.
Ә теге ҡара тәкә тәким беҙҙә ҡалды. Берәйһе тәкәһен юғалтманымы, тип йәүкәләштереп тә ҡараныҡ. Эйәһе табылманы.
Әсәйебеҙ һаман көтөү көтә. Хәҙер малдары ишәйҙе уның! Кәбирә апай көйәнтәһен яурынына һалып, шәп-шәп атлап әсәйҙең эргәһенә көнөнә биш-алты тапҡыр барып урай. Әсәйҙе йәлләй ул!
Ҡулдарын һелтәй-һелтәй әсәйгә нимәлер иҫбатлай.
Көтөүсе, тигәне асыҡ ҡына ишетелә былай!

С. Тамимдар.

Фото архивтан. 

Автор: Лена Хайруллина
Читайте нас