Атайым шул тиклем шаян, шаталаҡ булды. Элек кеше үпкәләп бармаған, әллә шуға шаярҙымы шуныса, әллә үҙе шулай булдымы. Уның да бесән мәлендәге ҡыҙыҡтарын яҙғым килеп китте.
...Бер әсәй менән атай бесәнгә барғандар. Әсәй килеп еткәс тә аш-һыу менән булыша башлаған. Атай атын туғарған да һуғарырға тип, шишмә буйына төшкән. Атын һуғарған, әсәйемә сәскә йыйып алған. Әсәй алыҫтан ғына атайымдың сәскә тотоп сығып килгәнен күреп, эй шатланып торған була тей.
Атай атты тышағанмы, әллә бәйләгәндәме әсәй янына килгән. Йылмайып ҡына һөйөклө ҡатынына сәскә һуҙған. Әсәйем инде ике ҡуллап сәскәне тотоп алған икән, атай икенсе ҡулы мн ҙуууур баҡаны (тәлмәрйен) әсәйҙең ыштанын асып эскә төшөрөп ебәргән. Ну и романтик атай.
Әсәйҙең балағы нәскейенә тығылған булған, һып-һыуыҡ баҡа йә аҫтан төшөп китә алмай, йә өҫтән һикереп сыға алмай ыштан эсендә ырғаңлап бер була ти. Әсәйҙең ҡурҡып та, сикәнеп тә шарылдауынан ағастар һелкенеп ултыра икән. Тотоп сығарып ебәрә алмай бит инде, әсәй бахыр ғына аҡырып илап, ыштанын сисеп олаҡтырған. Бына шунан янда ғына торған һенәкте эләктереп алып, үлтерә-ә-әм, Рауиииил, тип бер бесәнлек булып атайымды баҫтырырға тотонған.
Атай көлә -көлә ҡаса, әсәй ғозлап илап баҫтыра. Бесән эшләү ҡайғыһы киткән. Әсәй атайымды ҡыуып етә алмағас, стан яғына киткән. Атай урмандан ипләп кенә сыға ла:"Өтөкәй, ғәфү ит, өтөкәй,"- тип әйтеүе була, әсәй ырғып тороп тегене кире баҫтырып индерә икән. Атай аптырағас, күп итеп муйыл һындырып алып, өтөкәй, һин бөгөн эшләмә, тик кенә ултыр, ятып ял ит, муйыл тир, тип әсәйемде алдаштырып, саҡ яҙып алған. Баҡа арҡаһында әсәйгә ул көнө ял булған. Атай бер үҙе, ҡайҙан ғына шаярҙым, тип йөрөгәндер әле.
Тағы бер шул бесән мәле. Әсәй Ҡәрйән буйынан һауындан ҡайтып өлгөрмәне, хужалар килеп кәңәшмә булған да, һуңлап китте. Атай беҙгә :"Әсәң бесәнгә осоп булһа ла, шыуышып булһа ла барып етһен!"- тине лә атын егеп алып, бесәнгә сығып китте.
Ул китеп күп тә тормай әсәй ҡайтты. Беҙ түкмәй-сәсмәй хәбәр иттек бит инде. Әсәйем аптыранып торҙо ла , күрше Нурфәиз ағайға инеп китте. Бер заман атайҙың матасынан бензин сливать итеп алдылар ҙа, ағайҙың "кәзә"һенә атланып, пытырлап сығып киттеләр.
Атай урман эсендәге юлдан, былар шоссейканан барған. Һәм, билдәле, әсәй алдан барып еткән. Нурфәиз әсәйҙе төшөрә лә, артабан үҙҙәренең бесәнлегенә китә.
Әсәй атайҙы эй көтә, эй көтә икән. Килмәй ҡуймаһын тип ҡурҡа башлай. Әллә берәйһенә туҡтап, кәбән һалышып алды ла киттеме икән тип уйлана башлай. Шомло, яҡын тирәлә берәүҙең дә бесәнлеге юҡ. Әсәй инде ҡайтырға сығам да ҡуям тип торғанда ғына бер заман арбаға йәйелеп ултырып, яйлап ҡына, һыҙғырып көйләй-көйләй, шалдырлап атай килә ята икән.
Йылға буйында ике кеше ҡосаҡлаһа ла ҡосаҡ етмәҫ бер ҡайын була торғайны. Әсәй "йылп" итеп шул ағас артына боҫа. Атай килеп төшә, тура шишмә янына килә, атын һуғара башлай. Ә теге беҙҙең Умка тигән эт әсәй янына килә лә тора икән. Әсәй йәшенеп тора бит инде, ипләп кенә ҡыуа икән.
Атай атты һуғара ла, арбаһына ултырып йылға аша сыға. Һәм, боролоп ҡараһа, ни күрә, ҡайын артында әсәй тора бит инде. Атай йәйелеп ултырған еренән йәшен тиҙлеге менән арбаһына аяғүрә баҫа. Тора ла күҙе таһырайып, бер нимә әйтә алмай тотлоғоп:"Ө-ө-ө-ө -ө"- тип тора тей.
Әсәй: "Бирермен мин һиңә өтөкәйҙе, нишләп мине көтмәй китәһең, эт, сволочь,"- тип атайҙың тетмәһен тетә башлай. Атай дилбегәһен шатырлатып тотҡан да, йә төшмәй, йә һөйләшә алмай ҡатҡан. Бер заман атын ҡыуып, әсәйҙән ҡаса башлаған, әсәй салғы тотоп алып быны баҫтыра тей, үҙе ҡасып бара үҙе ҡысҡырып: "Өтөкәй, был ысын һинме, өтөкәй был һин дә инде ивет, өтөкәй был һинме, әллә енме?"- тип һорай -һорай ҡаса икән.
Әсәй мин, мин тип тегене туҡтатып алған. Аҙаҡ әсәйҙән нисек килдең, тип һораған була ти. Әсәй:"Шыуышҡан ерен шыуышып, осор ерен осоп килдем,"- тигән.
Атай үҙе кешенән ныҡ шаяртҡас, был ҡурҡҡанын бер кемгә лә белдергеһе килмәй:"Өтөкәй, минең ҡурҡҡанды кешегә әйтмә, йәме?"- тигән була ти. Әсәй юрамал атайҙың дуҫтарына ла, еҙнәләренә лә һөйләгән. Улары атайымдың күҙен астырмай көләләр, ти.
Хәҙер булһа ул хәлдәрҙән кемдеңдер йөрәге ярылыр ине, кемдер айырылышыу сигенә етер ине.
Тыныс йоҡла, атаҡайым. Урының ожмахта, йәнең йәннәттә булһын...
Зөлфирә ТАҺИРОВА.
Сығанаҡ: https://vk.com/public218857238.
Фото архивтан алынды.