Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар

Дейеү һуйҙығыҙмы әллә?

Бер йылы ҡаҙ алдыҡ күп итеп, майы инде күп сыҡты. 

Дейеү һуйҙығыҙмы әллә?
Дейеү һуйҙығыҙмы әллә?

Бер йылы ҡаҙ алдыҡ күп итеп, майы инде күп сыҡты: 40 литрлыҡ һауыт тула яҙып ултыра. Ултыра ла ултыра. Ҡайным:"Был килендән булмаҫ та,"- тип уйлап йөрөгәндер инде.
Бер эштән ҡайтыуыма теге майҙы иретеп йөрөп ята. Өй күм-күк төтөн. Үҙе саҡ күренеп тора.

Кухняла майланмаған һауыт, сепрәк ҡал маған, ишек, өҫтәл, ултырғыс йылтырашып торалар. Газ плитәһе инде, байғош, шыр май араһынан күҙе йызлап ҡына ҡарап ултыра. Унан да май ағып төшкән, бынан да май ағып киткән... Иҙән лысылдап ята. Ҡайным еще майлы тәпешкәһе менән кухня мн зал, спальный араһына һуҡмаҡтар һалып сыҡҡан. Стенаға инде ул май сәсрәй алған тиклем сәсрәгән.

Уның ҡарауы, ҡайны ғынам эш бөтөп йөрөй. Эй үҙе ҡыуана. "Килендең эшен еңеләйтәм, тип торам инде бына, арып киттем,"- тей. "Ҡалай яҡшы булған, рәхмәт инде!"- тигән булдым. Ярай, иреткәс булған. Аллаһ бирһә,ҡыш буйы һөйрәп йөрөп тотонорбоҙ, тип уйланым инде.

Ысынлап та баяғы өйҙө порошок, белизна, средство для мытья посуды һалып йыуып, таҙалап алғас, онотолдо. Ә баяғы майҙарҙы биш литрлыҡ шыйыҡмай һауыттарына ҡойоп, һалҡынға ултырттым да ҡыш буйы, йәй буйы магазиндан май алманым.

Ҡайнымдың һалпы яғына һалам ҡыҫтырһаң, әллә кем булып китер ине. Ә саҡ ҡына оҡшамаған бер нимә әйтһәң... бөттө баш, ҡалды муйын була. Бер шулай больницанан ҡайным менән бейемгә, быуындарын нығытыу өсөн, кимерсәк, ҡойҡа кеүек нәмәләрҙе күберәк ашарға әйтеп ҡайтарғандар. Бына әй баяғы бабай һуғым мәленән һуң күрше -тирәнең һуғымлығынан артып ҡалған баш-тояҡтарын йыйып алды. Ҡайһы кеше уны ашамай, эшкәртмәй ҙә бит инде.

Тағы эштән ҡайтыуыма шуларҙы өтөп ҡуйған. Әллә нимәләр атҡарғандай ҡыуанып килеп инде лә:"Килен, килен, ана бар, сыға һалып йыу ҙа, бешерә һал, ун ике тояҡ, дүрт баш өттөм, арманһыҙ булдым, уй Аллам"- тей был.

Ә мин эштән арып ҡайтҡанмын, ул ваҡыт уҡытыу эштәре буйынса завуч инем, өйҙә балалар бәләкәй, башҡа эшем дә булғандыр инде, уйлап та тормай:"Нимә, әллә һуғымға дейеү һуйҙығыҙмы әллә ?!"- тигәйнееееем генәәә...китте ҡайным сәсрәп. "Бында кеше ни һынлы булып, арып инеп килә, мыҫҡыл итеп тора, эшкинмәгән.......фәлән дә фәсмәтән...."

Мин "зыйп" итеп сығып киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым, иҫемә килгән саҡта , ыш-пыш килеп, баш-тояҡ ышҡый инем. 

Зөлфирә ТАҺИРОВА.

Фото архивтан алынды. 

Автор:
Читайте нас