Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар

Йоҡлап ятаһыңмы?

Һеҙҙән дә шулай тип һорайҙармы?

Йоҡлап ятаһыңмы?
Йоҡлап ятаһыңмы?

Йоҡлап ятаһыңмы әллә? Һеҙҙән дә шулай тип һорайҙармы? Мин шул һорауға йәнем көйә лә китәсе. Кемдер килеп инә лә, тик томалдан шул бер һорау: йоҡлап ятаһыңмы әллә? Шылтырата ла, алып өлгөрмәһәң, йоҡлап ятаһыңмы әллә... Телефонды алһаң да әле ул, әллә йоҡлап ята инеңме? Балаларҙан да:"Әсәң өйҙәме?"- тип һорайҙар ҙа, эйе, тиһә, йоҡлап ятамы әллә. Ҡырамаһа ҡырҡ эшем сәсрәп, өй эсе сегән ояһы кеүек геүләп торғанда нисек йоҡлап ятайым мин?! 
Ирҙе һораһалар ҙа шул: өйҙәме, эйе, йоҡлап ятамы әллә?

Әллә ул ғәҙәт микән шулай тип һорау, слово-паразит мәллә ул? Что за һорау ул?
Һеҙ ҙә шулайтып һорайһығыҙмы? 

Йоҡлап ятһа ла икән, унда кешенең ней эше бар икән? Был йоҡлаймы, әллә йоҡлай алмай ятамы тип, башҡа йомошо юҡ, ә шуны ғына белергә килгән кеүек.
Шуға ҡайһы саҡ, кәйефһеҙ саҡта, ҡатыраҡ итеп, йоҡламаһам, йырлап йоҡлатайым тигәйнеңме әллә, тейем. Вроде йоҡосо түгелмен. Әллә йоҡосомон микән?
Йоҡлап ятһам да, йөрөп ятһам да шул һорау йәнгә тейә.
Кеше йоҡлап ятамы, тик кенә ятамы, ял итеп ятамы - нишләп уның өсөн валнавайся итәһегеҙ?

Әсәйем һауынсы саҡта көндөҙ әҙ генә ятып ял итеп ала торғайны. Шул ваҡытта беҙ шауламай ғына ултырырға тырышабыҙ, йә тышҡа сығабыҙ. Тик әсәй эштән ҡайтһа ғына бер апай килеп инә. Һөйләшеп ултыра торғас, әсәйҙең күҙе эленеп китә. Ну шул саҡта һин тор ҙа, сыҡ та, ҡайт та кит бит инде. Юҡ теге ултыра ла ултыра. Әсәм "терт" итеп уянып китһә, теге апай:"Зөһөрә йоҡлаааап китте... "- тип ҡарап ултыра торғайны.

Бейем көндөҙ ятһа, ҡайным эштән ҡайтып инә лә:" Ой ошо әбей, йоҡлай ҙа ята! "- тип әрләй башлай. "Йоҡламайымсы, уйланып ятам,"- тип һыр бирмәй әбейе. " Атыу хырылдамай ғына уйлан! "- ти торғайны ҡайным.

Рәмис үҙе көндөҙ ятмағас, мин ятһам да, яратмай "тырт-мырт" тип ишекте "шарт-шорт" ябып йөрөй торғайны, мин оҙаҡ та ятмайым, иң күбе ярты сәғәт. Нисек кенә булһа ла иргә оҡшамағас, ятып булмай ине. Ну хәҙер минең дә ундай "тырт-мырт", "шарт-шорт" ҡа "ҡымғырррррр" итә торған сағым үтеп китте. Бик хәлдән тайһам, ҡайҙа торам, шунда ауып йоҡлай ҙа китәм. Пусть весь мир подождёт...

Зөлфирә ТАҺИРОВА.

Сығанаҡ: https://vk.com/public218857238

Фото архивтан алынды. 

Автор:
Читайте нас