Көнгәк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар

Мосолман бесәй

Мин больницала ятҡанда, бесәйем юғалған.

Мосолман бесәй
Мосолман бесәй

Мин больницала ятҡанда, бесәйем юғалған. Әллә үлеп ҡалдымы, ни булһа ла, мин ҡайтҡанда юҡ ине инде.

Уны мин ныҡ яраттым. Төнөн йәшенләп ямғыр ҡойған саҡта, өҙөлөп мыяулаған тауышҡа йүгереп сыҡҡайным, бәләкәс кенә бесәй балаһы беҙҙең ишек алдында ултыра. Күшеккән, өшөгән. Йәшен инде аяҡ аҫтында уйнап торған кеүек. Ҡурҡһам да, атылып барып, күтәреп алдым бәпесте. Өйгә алып индем. Мауылдығы сыға, байғош. Йылытам тип уртабыҙға һалғайным, Рәмис алды ла олаҡтырҙы. Баяғы лыс һыу нәмә һыйынғас, йоҡо аралаш, ҡото осҡан. Мәйтәм, теймә, мин бәпәйләнем, тейем. Аптырап ҡараны ла, һыу мейе, тип әйләнеп ятты.

Шул баланы үҫтереп алдым. Ныҡ аҡыллы булды. Өйҙә боҙоҡ боҙоп йөрөмәне. Асыҡһа, ипләп кенә килеп, ҡулы менән аяҡҡа төртә. Төнөн һорап сыға. Бөтәбеҙ ҙә бер ҡайҙа ҡунаҡҡа китһәк, ҡайтыуыбыҙға сысҡан тотоп, иҙән уртаһына һалып ҡуя, йәнәһе, күрегеҙ, мин дә тик ятманым. Аяҡ осона ғына ятып йоҡлай. Намаҙ уҡыһам, эргәмә килеп тороп ҡарап ултыра, йә ятып ала торғайны. Ҡайҙа барһам да эйәреп йөрөнө. Урамға сыҡһам да, кәртә яғына китһәм дә, хатта туалеттан да көтөп алып ҡайта ине. Үҙе ҡыйғыр булды. Бер сысҡан ҡалдырмай, боҡолдап йөрөй. Шул бесәйем юҡ булды. Ҡайтманы ла ҡуйҙы , тинеләр инде өйҙә.

Хәҙер был булмағас, сысҡандар башланы бит туй үткәрергә. Оялмай ҙа иҙән уртаһына сығып, буксовайлап, йүгереп үтеп китәләр. Былай булмай тип Рәмистән бесәй таптыра башланым.

Бер көн эштән ҡайтыуыма алып ҡайтҡан. Эй матур инде. Городской. Күрше Бараҡал ауылына Орскиҙан алып килеп, ҡалдырып киткәндәр. Байғош һарайҙа йәшәгән. Бысраҡ ҡына. Беҙгә килгән көндө көнө буйы ултырып йыуынды. Өс көн тормай йоҡлап тик ятты.

Мәйтәм, Рәмис, быны алдап биргәндәрме икән әллә, сысҡан уйында ла юҡ та инде, тейем. Рәмис үҙе алып ҡайтҡас, һүҙ тигеҙмәй.
- Йонсоған инде, -тигән була.
- Нимә , моғайын, егеп урманға йөрөмәгәндәрҙер, - тип ҡырҡышам.
 - Кәртәлә йәшәп ҡара үҙең, - тип теге лә бирешмәй.

Нимәһе ҡыҙыҡ, иҙән йыуһам, был бесәй тик кенә ултыра диванда, төшмәй. Нуждаһына тышҡа йөрөй. Иркәләп туймай. Бөгөн усаҡлыҡта даһырлап барып, сысҡан тотоп алды. Өйҙә лә елеп йөрөй. Сысҡандар зым-зыя юҡ булды. Эээ, шәп кенә икән был да, тип тынысландым.

Кисә балалар ҡайтып инеп, тегене иркәләтеп, маз булдылар. Бер заман Уралиә ике ҡустыһына:
- Ооо, ҡарағыҙ әле, был бесәй урыҫтарҙыҡы булһа ла, мосолман икән, сөнки сөннәтле!- тигән була.

Шулай итеп, мосолман бесәй алдыҡ әле.

Зөлфирә ТАҺИРОВА.

Фото архивтан. 

Автор:
Читайте нас