Бәпәй туйына киләсәк ҡунаҡтар күҙ тигеҙеп ҡуймаһын тип әсәһе сабыйын бишектән алып, бүлмәнең ҡараңғы мөйөшөнә йәшереп ҡуя, ә уның урынына бишеккә ҡарт этте һалып, өҫтөн яулыҡ менән ҡаплай.
“Бала йоҡлай”, – тип әйтеүенә ҡарамаҫтан, ҡунаҡтар араһынан бер ҡыҫтыбый әбей бишек янына килеп теге яулыҡты асып ҡарай. Күҙҙәре маңдайына менеп китә, шулай ҙа үҙен ҡулға ала һала:
– Бигерәк матур бала, уй Аллам, тфүтфүтфү! – ти ул ҡарлыҡҡан тауышы менән. – Тас атаһы!