

Экскурсовод туристарҙы боронғо замок менән таныштыра: аҙым һайын йәшерен ишектәр, лабиринттар. Ер аҫтына төшкәс бер нисә һөлдә күренә.
– Былар бында нисек эләккән? Боронғо заман әсирҙәреме? – тип ҡыҙыҡһына бер турист.
– Юҡ, - ти, экскурсовод, - Былар экскурсоводтарға аҡсаһын йәлләгән кешеләр.