

Ҡуҙы
Ғаилә мөнәсәбәтен нығытыу менән шөғөлләнегеҙ йәки күптән онотолған мауығыуҙы хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ. Эшлекле сәфәргә йөрөү, финанс килешеү төҙөү өсөн уңышлы осор.
Буға
Аралашыу һәләтен үҫтерегеҙ, яңы таныштар үҙ емешен килтерә алыр. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы яңылыҡ һәм бүләк менән ҡыуандырыу мөмкинлеге бар.
Игеҙәктәр
Йондоҙҙар һеҙгә хәлде рациональ баһаларға һәм мөмкин булған хәүефтәрҙе сағыштырып ҡарарға ярҙам итәсәк. Аҙна эшкә яуаплы ҡараш талап итә. Күп нәмә һеҙҙең һығылмалыҡтан тора.
Ҡыҫала
Тыныслыҡ һаҡлар өсөн һеҙгә үҙ хоҡуғыҙҙы яҡларға түгел, ә икенсе яртығыҙҙы тыңларға өйрәнергә тура киләсәк. Ижади һәләт арта, шуға күрә ваҡытығыҙҙы ҡәнәғәтлек килтергән нәмәгә бүлегеҙ.
Арыҫлан
Бер-берегеҙ менән намыҫлы һәм асыҡ булығыҙ - үҙ хистәрегеҙ хаҡында һөйләшегеҙ. Тормошҡа ҡарашты үҙгәртергә, көндәлек ваҡ-төйәккә шатланырға өйрәнергә ваҡыт.
Ҡыҙ
Осорҙа мөһим эш башҡарырға тура килә, шуға күрә һиҙемләүегеҙҙе тыңлағыҙ. Оҙаҡламай һеҙҙең тормошоғоҙҙа яңы дуҫ барлыҡҡа килер. Был кеше һеҙҙең өсөн бик әһәмиәтле буласаҡ.
Үлсәү
Шәхси тормошта етди үҙгәреш көтөлә. Эшкә кәрәкле темп бирегеҙ, сит нәмәгә иғтибарҙы йүнәлтмәгеҙ. Матди байлыҡ ныҡышмалы эшләгәндәрҙең ҡулына эләгәсәк.
Саян
Ҡәҙерле кешегә хисегеҙҙе белдерер өсөн яҡшы осор. Яҡынығыҙҙан күңелле хәбәр көтөгөҙ. Етәксе эшегеҙҙе баһалар, бәлки, эш хаҡын да арттырыр.
Уҡсы
Мөнәсәбәткә рациональ һәм практик ҡараш яратҡан кешенең иғтибарын йәлеп итергә һәм йөрәген яуларға ярҙам итер. Ниәтегеҙҙә намыҫлы һәм эскерһеҙ булығыҙ.
Ылаҡ
Етәкселек алдында үҙеңде нығыраҡ күрһәтергә кәрәк. Килем һәм сығым исемлеген төҙөп, булған аҡсаны маҡсатҡа ярашлы файҙаланырға өйрәнерһегеҙ.
Һыуғояр
Ваҡ-төйәккә иғтибар итегеҙ, яҙмыш билдәһе булыуы ихтимал. Башҡаларға ярҙам итергә ҡурҡмағыҙ. Ғаилә мөнәсәбәтендә көтөлмәгән бүләк булыуы мөмкин.
Балыҡ
Отош йәки уңышлы һатып алыу һөҙөмтәһендә финанс хәлдең яҡшырыу ихтималлығы бар. Файҙалы кешене йәлеп итеү ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн кәрәк буласаҡ.