

Ҡатыны пыр туҙҙырып ирен һүгә:
- Ҡәбәхәт!!! Нервамды бөтөрҙөң! Туйҙырҙың эсеп ҡайтыуҙарың менән! Исмаһам, бер көн генә булһа ла айныҡ ҡайтһаңсы, ә! Ҡыуанысымдан анауы ата ҡаҙҙы ла һуйыр инем!..
Икенсе көн ҡатын ихата алдына сыҡһа - ире әпәт лыҡа иҫерек, ата ҡаҙҙы муйынынан ҡосаҡлаған да, ҡолағына:
- Борсолма, дуҫым! В обиду не дам, мы же друзья, һин әле оҙаҡ йәшәйәсәкһең! - тип бышылдап маташа, ти.