Бөтә яңылыҡтар

Зәхмәтле урын, имеш...

Ҡайһы ваҡыт кеше хәбәре менән аптырата ла ҡуя. Үҙе әйтеүенсә, биш йыллап хаҡлы ялда булһа ла, урам һепереүсе булып эшләгән Рәмил ағай тураһында һүҙем.

 Ҡаланың икенсе осонан күсенеп йөрөгән мәлемдә йөк машинаһынан йорт йыһазын ташырға ярҙам итте ул, шунда танышып киттек.

- Ниндәй урамда йәшәнегеҙ,- тип һорап ҡуйҙы ул, һынаулы ғына ҡарап. Яуабымды ишеткәс, урынында һикереп үк алды.

- Ундағы йорттар элекке зыярат өҫтөндә төҙөлгән, насар энергиялы урын.

 - Әлләсе, егерме йылға яҡын йәшәнек, балалар ҙа шунда үҫте, – тип яуапланым.

- Зәхмәтле урын тим бит. Бына тиҙҙән тәнеңә төрлө шешек сыға башлаясаҡ, быуындарың да һыҙлар. Мин әйтте тиерһең. Түҙ генә, малай, рәхәт булмаҫ, тип арҡамдан ҡағып, ҡуҙғалып китте.

Тәнемдән эске ҡалтыраныу үтте.  Ышанырға теләмәһәм дә, уйлата бит, шикләндерә. Күрәҙәсе, әллә сихырсы булды ахырыһы был әҙәм, тим эстән генә. Ошонан һуң иртән дә, кис тә, тәнемдең ҡайһы урыны шешекләнеүен, быуындарымдың һыҙлай башлауын көтөп йәшәй башланым. Етмәһә, теге ағайҙың күргән һайын,  ҡулыма ҡарап, нимәлер күрергә теләгәндәй, текәлгәне асыуға тейә башланы.

Ошонан һуң өс көнләп ваҡыт үткәс, кискеһен эштән һуң ҡул һыртымдың ҡысыуын тойҙом, күп тә үтмәне, биш тинлек аҡса дәүмәлендә сабыртма барлыҡҡа килде. Төн буйы һөртмәгән май ҡалманы, әммә иртән тороуыма бөтә тәнем шешектәр менән ҡапланған ине. Температура күтәрелеп, бөтә тәнем һыҙлауына түҙә алмай, врач саҡырҙым.

Тейешле анализ тапшырғас, ҡыҙылса булыуы  тураһында әйтте врач. Бәләкәй саҡта ауырымағандар уны олоғайғас  ныҡ ауыр кисерә икән. Таныш терапевт күрше подъезда йәшәгән теге ағай ҙа күптән түгел генә ауырыуы тураһында әйткәс, барыһы ла аңлашылды. Дөрөҫөн әйтһә, алдан һаҡлыҡ сараһын күрер инем исмаһам.

 

Зәхмәтле урын, имеш...
Зәхмәтле урын, имеш...
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас