Ул саҡта миңә ни бары 23 кенә йәш ине. Тешем һыҙлап, яңағым шешеп врачҡа барҙым да, сират көтөп ултырам. Янымда 70 йәштәр самаһы бер ир килеп ултырҙы ла, минең яҡҡа боролоп:
- Ай-вай икән, ҡыҙыҡай, һинең хәлдәр, - тип һүҙ ҡушты. – Беҙҙең ауылда шулай йәш сағында яңағы шешеп, шул көйөнсә тороп ҡалған бер әбей бар. Һинеке лә шулай ҡала ул.
Шулай ҡала ул тип әллә нисә ҡабатлағас, янында ултырған оло апайҙар:
- Нишләп ҡыҙ кеше менән улай тоҙһоҙ шаяраһың ул? – тип шелтәләп ҡараны. Ағай иһә туҡтаманы.
Һәр шаярыуҙың урыны булалыр тип уйлайым. Минең бәхеткә күрә, уның юрағандары юш килмәне.
Һөйләшә, шаярта белмәгәндәр кеше алдында өндәшмәй генә ултырһа ла була бит инде.
Шаяртыу тураһында шуны әйткем килә: әгәр ҙә мәрәкә һүҙ барыһына ла ҡыҙыҡ икән, ул сағында, ысынлап та, шаяртыу була. Һөйләгән кешегә генә ҡыҙыҡ булһа, төрттөрөү, кемделер кәмһетеү тип ҡабул ителә.
Күрше ҡалалағы танышымдың ҡыҙы магазинда кейем-һалым бүлеге һатыусыһы булып эшләй. Ул әсәһенә 80 йәшлек ирҙең сауҙа нөктәһенә килеп, йәш ҡыҙҙар менән шаярып һөйләшеп йөрөүе тураһында һөйләй икән. Бер әйбер алмаһа ла, ваҡыт уҙғарып, көләмәс һөйләп, кеше көлдөрөргә тырышып бер була ти был.
Һөйләгән көләмәстәре йәштәр ишетергә тейеш дәрәжәлә лә түгел икән. Ҡыҙҙар ни әйтергә лә белмәй, был бабайҙың сығып китеүен түҙемһеҙлек менән көтәләр ти. Төҫ-ҡиәфәте буйынса ул урында эшләгән кешегә оҡшап тора икән. Өлкәнәйә бара ҡайһы берәүҙәрҙә яйлап ҡына сир (маразм) башланамы икән әллә?
Бер ҡатындың йәш сағында башынан үткәнен һөйләгәне хәтерҙә. Ул ауылдан ҡалаға 18 йәшендә килә. Йыр-бейеүгә лә маһир була үҙе.
Шул ҡаланың эске кейем теккән фабрикаһына эшкә урынлашып, тегенсе һөнәрен үҙләштерә, дөйөм ятаҡта йәшәй. Бүлмәләш ҡыҙҙары менән мәҙәниәт һарайындағы бейеү түңәрәгенә яҙылалар. Уны 50-не уҙған ир-егет алып бара икән. Башҡа ҡаланан күсеп килгән тәжрибәле хореограф ҡасандыр билдәле бейеүсе булған.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң түңәрәк етәксеһе был ҡыҙға иғтибар күрһәтә башлай: башҡаларға ҡарағанда, йышыраҡ уның янында урала, биленән тота, яурындарына ҡағыла, кәрәкме-юҡмы, аяҡ-ҡулдарын турайтып китә. Башҡаларға ундай иғтибар булмай. Әйҙә, һинең менән ошо күнегеүҙәрҙе дәрестән һуң ҡабатлайыҡ, тигәненә уҡыусыһы риза булмай.
Үҙенән күпкә өлкән йәштәге уҡытыусының бындай «иғтибар»ы ҡыҙҙың күңеленә шом һала.
Бер көндө дәрес ваҡытында етәксеһе тағы үҙенең шундай йәмһеҙ ҡыланышына ирек биргәс, был юғалып ҡалмай.
- Уң ҡулымды ошолайтып йәйеп ебәреп, бар көскә һелтәнеп, яңағына һуҡҡайным, ялп итеп ҡалды инде, - тип һөйләгәйне.
Был хәлдән һуң йүгереп сығып китә лә, түңәрәккә йөрөүҙән туҡтай.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: ололар үҙ урынын белһен, һүҙен үлсәп һөйләһен, ҡартайғанда тыртайып, йәштәр алдында дәрәжәһен, бәҫен төшөрөп йөрөмәһен ине ул.
Дариға В.