Күңелде асып һалып
“Атаҡайым!”
Ул йүгереп килеп ҡапыл муйыныма аҫылынды. Көтөлмәгәнлектән текәлеп ултырған телефоным ергә төшөп китте.
- Атай, ҡасан ҡайттың, ни эшләп алдан белгертмәнең? Хәҙер әсәй килеп етә. Мине ҡаршыларға килдеңме? Төркөмдәге малайҙар һине үлгән тинеләр, ә мин ышанманым. Һинең ҡайтырыңды белдем, атай!
4-5 йәштәрҙәге муйыл ҡара күҙле малай, эскәмйәнән ҡуҙғалырға бирмәй, хәрби формамдың һәр еген һыпыра, битемдән генә түгел, ҡулдарымдан үбә. Бер нимә аңламай, ни тип яуап бирегә белмәй, тирә-яғыма ҡарайым.
... Мин бер сәғәт элек поездан төштөм. Махсус хәрби операция биләмәһендә яраланғандан һуң госпиталдә дауаланып, ауылға ҡайтып барыуым. Өс йыл дауамында ниндәй генә хәлгә юлыҡманым, әммә уның ни менән тамамланыуын күңелем менән тоя инем. Ә ҡулына уйынсыҡ машина тотҡан тешһеҙ көләкәс малайға ни тип әйтергә белмәй, һүҙһеҙ ҡалдым. Ҡапыл ҡолағымда хәрби заданиеға инер алдынан таныш егеттәрҙең балалары хаҡына тере ҡалыуҙарын теләп уҡыған доғалары күмәк шаңдау булып яңғырағандай тойолдо. Ҡулымда йән биргән Хәмит ауылдашымдың “Балаларым хаҡына...” тип ялбарғаны күҙ алдымдан үтте. Контузия эҙемтәһелер инде – башым әйләнеп, түҙә алмаҫлыҡ итеп ҡыҫа, тын етмәй башланы. Алдымдағы тумалаҡ малай һаман әллә нимә һөйләй, һығып ҡосаҡлаған да үтеп барыусыларға атаһы ҡайтыуы тураһында һөйөнсөләй.
Магазиндан сығып беҙҙең яҡҡа ыңғайлаған һомғол буйлы ҡатынды күреүгә, әлеге малай алдымдан һыпырылып төшөп, уға ҡаршы йүгерҙе.
- Әсәй, һөйөнсө, атайым ҡайтты! Мин уны беренсе булып күрҙем, ул тере! Әйттем бит ҡайта тип, әсәй, атайым ҡайтты!
Хәлдең нимәлә икәнен аңлап өлгөргәйнем инде. Ысынлап та, Рәмис исемле был малайҙың атаһы өлөшләтә мобилизация башланғас уҡ, хәрби комиссариат аша саҡырылып, ике айҙан һуң һәләк булған. Бала уны һаман да көтә, хәрби кейемле ир-егеттәрҙе күрһә, атаһы тип уйлай икән. 5 йәшлек сабыйҙың теле телгә йоҡмай, ләпелдәүен әсәһе лә туҡтатырҙай хәлдә түгел ине ахырыһы. Ҡулымдан етәкләп, мине үҙҙәре йәшәгән йорт яғына йүнәлде.
- Ваҡытығыҙ булһа, инеп сәй эсеп сығығыҙ инде, - тине уңайһыҙланып ҡатын .- Әҙерәк ултырғас Рәмискә тағы юлға сығырға кәрәк тип, аңлатырбыҙ.
Мин шулай эшләнем. Ишек төбөндә илай-илай хушлашҡан муйыл күҙле малайҙы үҙемдән саҡ айырып подъезға сыҡҡас, күҙемә йәш төйөлдө. Иртәгәһенә ауылға ҡайттым да, бер аҙ торғас, күңелгә урын тапмай кире килдем. Был балаланан башҡаса айырылмаясағымды аңлаған инем инде. Бөгөн беҙ бер ғаилә, Рәмис киләһе йыл мәктәпкә барырға әҙерләнә.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.