Коляска булманы беҙҙә,
Сәңгелдәктә бәүелдек.
Уныһын ҙур сөйҙө ҡатып,
Өй түбәһенә элдек.
Тахта тигәне булманы,
Урындыҡ ине түрҙә.
Шунда аунап үҫтек әле
Аптырап тормай бер ҙә.
Өҫтөндә ашъяулыҡ йәйеп,
Сәй эсә инек бергә.
Кистәрен урынды йәйеп,
Йоҡларға яттыҡ түргә.
Һәр бер өйҙә мейес булды,
Утынын яға инек.
Уты бөткәс, күмеренә
Суйынды тыға инек.
Бығып бешкән ашы тәмле,
Телде йоторлоҡ ине.
Ә мейестең йылылығы
Йән йылытырлыҡ ине.
Өләсәйҙәр бала баҡты,
Йомаҡ ҡойҙо кистәрен.
Әкиәттәр һөйләнеләр
Моңға һалып хистәрен.
Тышта уйнай ине балалар
Йәйен, ҡышын, яҙ, көҙөн.
Боҙҙа шыуҙыҡ, сәкән һуҡтыҡ,
Балыҡтай һыуҙа йөҙҙөк.
Хәҙергеләй крандар ҙа юҡ,
Битте ҡомғандан йыуҙыҡ.
Алмаш- тилмәш сират тороп,
Һыуҙы устарға ҡойҙоҡ.
.Әсәйҙәр сәй ҡайнаттылар
Самауырға ут һалып.
Икмәктәрҙе бешерҙеләр
Ҡомалаҡтан баш алып.
Һөлгө, таҫтамалдар торҙо
Тәҙрәнең баштарында.
Сигеүле япмалар ине
Карауат аҫтарында.
Яҫтыҡ тыштары сигелде
Төрлө нағыштар һалып.
Балаҫтар түшәлер ине
Күҙҙең яуҙарын алып.
Буй юрғандар, күпмәләре,
Шаршауы, кейеҙҙәре .
Ҡул эштәре барыһы ла,
Урҙала кейемдәре.
Көлдөксәлә быйма кипте,
Һәндерәлә ултырҙыҡ.
Картуфты ла ҡай сағында
Эс майына ла ҡурҙыҡ.
Көлгә күмеп бешкән картуф
Бигерәк тәмле ине.
Ҡурмас ашау түгәрәшеп
Үтә лә йәмле ине.
Үткәндәргә ҡайтып килдем
Балалыҡ шунда үткән.
Һәр быуындың үҙ ҡануны,
Һағышы була икән.
Зәкирова Г.