Эййй, бөгөнгө көндөң тығыҙлығы – аҙналыҡ бөтә эре-торо эштәре ошо бер бөртөк ялға тура килә лә ҡуя Әнүзә Нәзировнаның! Кешенең ялы ял һымаҡ, быныҡы йүгерекләп үтә: мунсаға һыу ташып яғыу, аҙна буйы йыйылған керҙәрҙе йыуыу, өйҙө таҙалап сығыу бөтә хәлде ала.Етмәһә, иртәгә алты дәрес, уларына ентекләп әҙерләнергә, пландар төҙөргә, дәфтәрҙәр тикшерергә кәрәк.
- Тиҙ-тиҙ генә һыйырҙы тартҡыслап алайым да, бөгөнгә һөтөн бороп тормаҫбыҙ, һыуытҡысҡа ҡуйырмын.Һеҙ әлегә сәй ултырта тороғоҙ, - тип балаларына йомош ҡуша-ҡуша һарайға сығып китте.
- Эй, ҡабаланғанда быныһы ла ҡыбырламай -, тип һарай эсендә торған һыйырын орошоп, тыштан ғына саҡыра башланы.
- Һәү-һәү-һәү, кил инде, сыҡ - , тип күпме өндәшһә лә, тегенеһе урынынан ҡыбырламай, мыртылдығы сығып көйшәп тороуон белде.Әнүзә Нәзировна биҙрәһен дә дыңҡылдатып ҡараны, тик башҡа саҡта ем өмөт итеп йүгереп эргәһенә килгән һәүкәшенә әллә нимә булғансы, исмаһам, урынынан ҡыбырлаһасы!
Ҡатындың ҡабаланыуы шул тиклем, биҙрәһен тотоп һыйырын саҡырып бара бирә лә кире артҡа йүгерә, бара бирә лә кире сигенә...
- Үәт, йүнһеҙ, һәү-һәү-һәү, һәүкәш!
Тап шул саҡта ул күҙ ҡырыйы менән ҡойма янынан үтеп барған күршеһен күреп ҡалды ла: “Һаумы!”- тип ҡысҡырҙы. – Һәүкәш!!!
- Тфү, тамам иҫәрләнгән был, хәҙер һыйырына ла һаулыҡ һораша башлаған, - тигәнгә артына боролоп ҡараһа, ире лә мал ҡарарға сыҡҡан икән...
- Һуң шул бер һыйырҙы ҡасандан алып һауа алмай тораһың?
- Сыҡмай ҙа һуң...
- Һарай эсенә инеп ҡыуып сығарһаң ни була?
- Ҡабаланам, - тине Әнүзә Нәзировна, шунан үҙенең һүҙенә үҙе ҡысҡырып көлөп ебәрҙе...
Автор - Мәҙинә Йәғәфәрова.