Нимә-нимә, һыу был ауыл өсөн иң ҙур мәшәҡәттәрҙең береһе. Бейек тау ҡуйынына һыйынып ултырған ҙур ауыл өсөн бер генә урында улаҡ бар һәм бөтә урамдарҙан да шунан барып алалар. Шуға ла, башҡа яҡтарҙан айырмалы, бында һыуға күпселек ир-ат йөрөй.Көйәнтәләп һыуҙан ҡайтып килгән ирҙәрҙе тәү күргәндә, ситтән килгән ҡунаҡтар ауыҙҙарын асып, сәйерһенеп ҡараһа ла, ауыл өсөн күптән ғәҙәти күренешкә әйләнгән инде.
Әнүзә Зиннәтовна ла һыуға бик һирәк йөрөй, ире бушамаған саҡта ҡына.Бына әле лә, мәктәптән ҡайтып, сәй ҡуйып ебәрәйем тигәйне генә, һыу һауытының буш икәнен күреп иҫенә төштө: ире иртән үк иҫкәрткәйне бит әле, онотҡан икән, хәйерһеҙ.Балалары уҡыуҙан ҡайтҡансы тиҙ генә ашарға әҙерләргә лә кире мәктәпкә йүгерергә кәрәк, бөгөн уның түңәрәге була.Шуға тиҙ генә соланда сөйҙә элеүле торған көйәнтәне эләктерҙе лә ҡабалана-ҡарһалана тышҡа сыҡты.
Ул арала ҡолағына аҙбар яғынан мөңрәшкән һыйыр-таналарының тауышы салынды.Артҡы ҡапҡаны асып, уларҙы бер юлы урамға сығарҙы, юл ыңғайына, мунса соланындағы ларҙан бер сеүәтә бойҙай һоҫоп алып, артынан йүгерешкән ҡош-ҡортона һибеп китте.”Бында мин дә бар бит әле”,- тип ҡыуаныслы сәңкелдәгән Шоңҡарына:”Һин саҡ ҡына көтәһең инде, йә-йә, асыуланма, кире боролоп өйгә инһәм, юлым уңмай”,- тип һүҙ ҡушты ла көйәнтәһен иңенә һалып улаҡҡа йүнәлде.
Үҙ уйҙарына сумып барып еткәндә түбән остан бер нисә ир һауыттарына һыу тултыра ине.
- Йә, ҡәйнештәр, тиҙ генә миңә лә һыу тултырып бирегеҙ әле, ҡабаланам.Бөгөн ағайығыҙ район үҙәгенә китеп барҙы, ә миңә хәҙер генә кире эшкә китергә кәрәк, - тип ғәҙәтенсә хәбәрен өтөрһөҙ, нөктәһеҙ теҙеп, биҙрәләрен баирәйем, тигәйне лә...шаҡ ҡатты.Көйәндә осонда биҙрәләр юҡ ине...
Автор - Мәҙинә Йәғәфәрова.
Фото архивтан.