Бөтә яңылыҡтар

Һөйләмәм тигән инем...

Бер ай элек баҙар алдында һатыу итеп ултырған инәйҙән арзанға ғына күлдәк һатып алдым. Тап ошондай төҫлө, тегелешле ҡупшы күлдәкте күптән эҙләй инем.

“Бер тапҡыр ғына кейҙе ҡыҙым, -тине инәй, ҡарашын күтәрмәй генә. -Ә һин балам, рәхәтләнеп, рәхәтен күр!”. Ҡиммәт тә һорамауына шатланып, тиҙерәк төрөп сумка төбөнә һалдым да, шаулы баҙар эсенә йүнәлдем. Йәйәүлеләр өсөн тәғәйен билдәгә етеп асфальтҡа баҫыуым булды, юғары тиҙлектә боролоштан килеп сыҡҡан машина бәрҙерерҙәй булып янымдан үтеп китте. Шул тиклем яҡындан үтте, хатта  күлдәк төрөп һалған пакетым автомобилдең нимәһенәлер бәрелеп, йыртылып китте. Кеше шулай тапалалыр инде, тип уйлап, юлымды дауам иттем. Ҡурҡыуҙан кукрәгемә һыймай дарһылдаған йөрәк үҙен белдертеп, бер-ике тапҡыр ныҡ ҡына сәнсеп алғас, күҙ алдым ҡараңғыланып, ағас төбөндәге эскәмйәгә сүгәләнем.

Баҙар ҡайғыһы китте – такси саҡыртып, ҡайтып киттем. Сыҡҡанда ғына сумка кеҫәһенә һалған асҡысты таба алмай, иларҙай булдым. Көс-хәл менән табып ауыр ишекте асҡас, инеп диванға ауҙым. Бер ҡасан да миңә былай ауыр булғаны юҡ ине. Йөрәк дарыуының икәүһен бергә тел аҫтына һалып, күҙҙәремде йомдом.

Ҡапыл кемдер башыма һуҡҡандай булды, хатта йөҙөмә берәүҙең һалҡын тыны бөркөлгәндәй тойолдо. Әллә йоҡлап китем, әллә ысынбарлыҡта күрҙем: мин бер сәғәт һатып алған күлдәктәге ҡатын һыны ҡыпһыуырҙай боҙ һалҡынындай бармаҡтарын муйыныма батыра башланы. Тын етмәй, ҡысҡырыу түгел, ҡыбырлай ҙа алмайым, хатта телемдең аҫҡа, тамаҡ төбөнә бата барғанын тоям. “Үләм бит, Хоҙайым ҡотҡар”,-тип уйлап та өлгөрмәнем, теге һын күҙ асып йомғансы юҡҡа сыҡты ла мин ҡурғаштай ауыр күҙ ҡабаҡтарын асып тәрән итеп тын алдым. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында машинанан тапала, быуылып үлә яҙғанымды аңламай, шаңҡып ятам. Ошонан һуң тағы бер нисә сәйер хәл булды: йә һыу краны асыла, йә тик торғандан аш бүлмәһендә ут яна. Бер заман төндә фатирҙа кемдер йөрөгән, ҡыштырлап кейем шкафында нимәлер эҙләгән һымаҡ тауыштар ишетә башланым. Утты яндырп барып асһам – элгестәге теге күлдәк иҙәндә ята. Аңламаным, тағы урынына элдем дә, барып яттым. Таң алдынан төш күрәм – баяғы күлдәкте кейгән берәү мине үҙ артынан саҡыра: ”Күләгемде бир, ул минеке”,-ти ыңғырашып.

 Инде ҡулынан тоттом тигәндә ҡапыл тертләп уянып киттем.

Ошо төштө күргәс теге күлдәкте йомарлап төрҙөм дә баҙар алдында ултырған ҡатынды эҙләп киттем. Уны йыраҡтан күрҙем. Өндәшмәй төргәкте һуҙам.”Яраманы миңә апай, кире ҡайтарам, аҡсаһы ла кәрәкмәй”, - тим, еңел һулап.

Баҡтиһәң 25 йәшлек ҡыҙы өс ай элек аварияла вафат булған икән. “Был күлдәкте яратып бер генә кейеп өлгөрҙө. Эштән ҡайтышлай иҫерек водитель бәрҙереп китте балаҡайымды. Шкафта күҙ алдымда тормаһын тип һатырға булғайным да бит”-тип күҙ йәштәрен һөрттө ҡайғылы апай.

Бына шулай, кейемгә энергия һеңә тигәндәрен үҙем кисермәһәм, ышанмаҫ та инем, бәлки.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Һөйләмәм тигән инем...
Һөйләмәм тигән инем...
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас