Бөтә яңылыҡтар

Һыу юлында

- Әсәһе, әсәһе, тим!

Һыу юлында
Һыу юлында

- Әсәһе, әсәһе, тим! Нимә, әллә бөтөнләй ҡолаҡҡа ҡатыланып киттең инде, ишетмәйһеңме, баянан бирле буш биҙрәне дыңҡылдатам да һуң! Шул дәфтәрҙәреңә ҡаҙалып алһаң, урыныңдан ҡыбырламайһың да… Ҡайҙан уҡытыусынан ҡатын алғанмын…Башҡаларҙың бисәләре ирҙәре эштән ҡайтыуҙарына тәмле-тәмле еҫтәр сығарып, бешереп- төшөрөп ҡуя, ә бының үҙенә ашарға әҙерләп торорға кәрәк…Исмаһам, ял көндәре өй эштәре менән булышамы, тиһәм, юҡ, тағы шул ҡағыҙҙарына сумған…Өйҙә саҡта булһа ла һыуға үҙең сығыр инең, ир башым менән, күрше - күләнде сәйнәндереп, былай ҙа үҙем ҡоҙоҡҡа йөрөйөм бит…

…Әнүзә Нәзировна, теләр-теләмәҫ кенә, аҙна буйы тикшерелмәй тауҙай өйөлөп киткән дәфтәрҙәрҙе ситкәрәк этәреп, өҫтәл артынан торҙо, сәғәтенә күҙ һалды.Ысынлап та, ваҡыт апаруҡ булып киткән икән шул, ҡалай һиҙмәй ҙә ҡалған.Ярай, кискелеккә ашарға әҙерләргә кәрәк, унан – киске һауынға ваҡыт етә.Балаларҙы йоҡларға һалғас, иркенләп ултырып, тикшереп бөтөр әле дәфтәрҙәрен.

…Көйәнтәһенә биҙрәләрен элеп һыуға барырға сыҡты, ә үҙенең уйында әлеге лә баяғы шул кисә.Алдағы аҙнала уның синыфы үткәрә байрам кисәһен.Күпме әҙерләнделәр, юҡ, һаман да күңеле тыныс түгел.Әле лә уйынан ғына һәр нәмәһен барлап барыуы.

…Тәк, алып барыусылары шул Иҙел менән Айгөл булыр, уларға һөйләү оҫталығы буйынса еткән балалар юҡ әле синыфында.Уйындар өсөн Гөлшат яуаплы, тик үҙенә лә әҙерләп бирергә тура килер.Ул балаға ғына ышанһаң, әллә нимәләр әҙерләгәндәй булып йөрөй ҙә, ваҡыты етте ниһә: «Уй, оялам мин, икенсе кешене ҡуйығыҙ», - тип инәлтә башлай торған…Концерт номерҙарына йырҙар артығы менән булды,һәр өсөнсө уҡыусыһы, тигәндәй йырлай уның.РЭП тигәнен бигерәк килештерәләр инде, даһыр-доһор көй ыңғайына рәхәтләнеп шиғыр ятлап тик торалар… Шиғыр ҙа һайлап бирҙе Гөлназына, тик бына башҡортса бейеүгә генә аптырай.Йә, ярай, егеттәр шәп, дәртле, моғайын, заманса берәй бейеү уйлап сығарырҙар…

…Ҡоҙоҡтан һыу алғанда ла, биҙрәләрен сайпылтмайынса ғына атларға тырышып ҡайтҡанында ла, Әнүзә Нәзировна күңеленән теге кисәне башынан аҙағына тиклем үткәреп бөтөп, тынысланып ҡуйҙы.
Ҡәнәғәт йылмая биреп: «Үә-ә-әт, йыл да үткәрелеп килгән ғәҙәти кисәләрҙән айырылып торасаҡ быныһы, уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа риза булыр», - тип башын күтәреп ҡарап ебәрһә!... мәктәп алдында тора, имеш…Бынағайыш, аяҡтары үҙенән-үҙе, көн дә үткән таныш юл буйынса мәктәпкә алып килгән дә ҡуйған бит… »Йә, әйтәм, бая юлда осраған бер нисә кеше сәйер итеп ҡарап үткәйне ул», - тип уйланы Әнүзә Нәзировна ҡаушап.Ул арала мәктәп эсенән йыйыштырыусы килеп сыҡты ла, көйәнтәләп һыу күтәреп торған уҡытыусыны күреп, аптырап китте.Ләкин тиҫтә йылдар буйы, ҡырҡмаһа ҡырҡ ата балаһы менән эшләп, теләһә ниндәй шаҡ ҡатырғыс хәлдәрҙән дә һалҡын аҡыл менән сығып өйрәнгән тәжрибәле уҡытыусы был юлы ла юғалып ҡалманы, үҙен бик тиҙ ҡулға алды.
- Бына, бүлмәләге гөлдәремә йомшаҡ йылға һыуы алып килдем әле.Әтеү, бындағы крандан аҡҡан ҡаты һыу менән бөтөнләй мандый алмайҙар…
- Эй, ошо Әнүзә Нәзировнаны, хатта ял көнө лә мәктәп эше тип үлеп бараһығыҙ.Юҡҡа ғына уҡыусыларығыҙ ҙа, ата-әсәләре лә үҙегеҙ өсөн өҙөлөп тормай икән, - тип йыйыштырыусы, уҡытыусыға һоҡлана-һоҡлана, иҙәндәрен йыуырға инеп китте.

Әнүзә Нәзировнаның иһә ошо ябай ғына ауыл ҡатыны ауыҙынан сыҡҡан һаран ғына маҡтау һүҙҙәренә күңеле тулды.Үҙе лә һиҙмәҫтән, яурындары турайып, маңлайындағы тәрән һырҙары яҙылып киткәндәй булды… Һыулы биҙрәләрен ҡулына алып, ошо тылсымлы һүҙҙәрҙән иңдәренә ҡанат үҫкәндәй елкенеп, гөлгә күмелеп ултырған синыф бүлмәһенә табан атланы…

Автор - Мәҙинә Йәғәфәрова.

Фото архивтан. 

Автор:
Читайте нас