— Ирем спорт арҡаһында эскелекте ташланы.
— Ниндәй спорт?
— Бокс.
— Бокс менән шөғөлләнә башланымы?
— Ул түгел, ә мин.
***
Яҙ килде!
Һыуыҡ: - Миңә китергә кәрәк.
Ҡар: - Миңә лә...
Асфальт: - Егеттәр, мине лә көтөгөҙ!
***
- Һаумыһығыҙ, был янғын һүндереүселәрме?
- Эйе, ут ҡайҙа?!
- Мин сәскә ултыртҡайным...
- Гражданин, сәскә баҙарына шылтыратығыҙ. Был янғын һүндереүселәр: беҙгә янғын йәки башҡа ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡанда шылтыраталар!
- Минең күршемдең өйө яна - һеҙ килгәс, зинһар, сәскәмде тапатмағыҙ...