Көнгәк
+2 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар

Бер һөйгәнем өсөн йөҙ һөймәгәнде һөйөрмөн

Ошо булдымы икән дөрөҫ йәшәү

Гөлсинә менән Айҙар күршеләш районда йәшәгән. Йәш саҡтарында киске уйында бер нисә тапҡыр күрешкән, улар араһында һөйөү хистәре ҡабынған. Әммә егет яратмаған кешеһенә өйләнергә мәжбүр булған. Был хаҡта ишеткән ҡыҙ ғәрлегенән яҙғыһын ажғырып ятҡан Иҙелгә һикергән.

Тап ошо мәл йылға буйында йөрөгән  Рәмил исемле егет Гөлсинәне үлемдән алып ҡала һәм өләсәһенә алып ҡайта. Ҡыҙ тиҙ арала аяҡҡа баҫа, ә Рәмил үпкәһенә һалҡын тейҙереп, ярты йыл дауаханала ята. Ҡыҙҙы ҡотҡарам тип, үҙ ғүмерен аямай боҙло һыуға һикергән егет алдында бурыслы тойған Гөлсинә  кейәүгә сығырға ризалығын бирә. 

Ире нисек кенә өҙгөләнеп тормаһын, Гөлсинә йылға аша ғына күрше районда йәшәгән һөйгәнен юҡһына. Юҡ йомошто бар итеп, уларҙың ауылына барып, Айҙар менән осраша. Тора-бара был йәшерен осрашыуҙың осо сыға. Башҡаса әмәл ҡалмағас улар бер ҡат кейем менән ауылдан ҡаса һәм сит тарафта төпләнә.

Бында ҡалған яртыларының яҙмыштары ла аяныслы була. Айҙарҙың ҡатыны ике балаһын яңғыҙ аяҡҡа баҫтыра, ауырыуға һалыша. Рәмил үпкә сиренән 50 йәшенә лә етмәй вафат була.

Оҙаҡ йылдар ситтә йәшәп, хаҡлы ялға сыҡҡас, Гөлсинә менән Айҙар күптән түгел тыуған яғына ҡайтты. Әммә уларҙы бында бер кем дә ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алманы. Атай-әсәйҙәре күптән гүр эйәһе, туғандары, яҡындары – береһе лә осрашырға ла теләмәгән.

Ауылда иҫке генә йорт алып бөгөн шунда йәшәй улар. Балалары булмаған. Хыянатты ауыр кисергән икенсе яртыларының рәнфеше төшкәндер инде уларға.

Ваҡытында хистәрен аҙ ғына йүгәнләгән булһалар, бәлки, улар ҙа бәхетле ҡартлыҡҡа өмөт итерҙәр ине. “Иң мөһиме яратҡан кешем менән йәшәнем”, тигән була ти Гөлсинә. Шул да булдымы һөйөү?...

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Бер һөйгәнем өсөн йөҙ һөймәгәнде һөйөрмөн
Бер һөйгәнем өсөн йөҙ һөймәгәнде һөйөрмөн
Автор: Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас