Көнгәк
+2 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Бөтә яңылыҡтар

КӨЛӘМӘС. Вахтовик

    

КӨЛӘМӘС. Вахтовик
КӨЛӘМӘС. Вахтовик

Бер ир командировкаға киткәндә малайына әйтеп ҡалдыра:

- Иҫеңдә тот! Мин өйҙә булмағанда әсәң янына берәр ағай килһә, урам ҡоймаһынан бер таҡтаны ҡуптарырһың. Әйткәнемде тыңлаһаң, мин һиңә айфон алып бирәм, - ти. 

Ҡырҡ биш көндән ир ҡайтып төшә, ҡойманы ҡарай - бөтә таҡталары иҫән. Бик ҡәнәғәт ҡиәфәт менән өйгә килеп инә был:

- Күреп торам, бисәкәй, мин юҡта һәйбәт кенә торғанһығыҙ, - ти.

Ҡатыны:

- Һин киткәс тә ниндәйҙер хулиган ҡойма таҡталарын ҡуптарып сығара башланы, кисә генә балта оҫтаһын саҡырып бөтә ҡойма таҡталарын яңынан ҡаҙаҡлаттырҙым!..

Йылмай!

Автор:
Читайте нас