Ҡуҙы
Күп уйланмай, хәлде дөрөҫ баһалап, тәҡдим ителгән шартта тырышып эшләһәгеҙ, аҙна һөҙөмтәле булырға вәғәҙәләй.
Буға
Осорҙа матди хәлде яҡшыртыу өсөн ҙур мөмкинлек бар. Барыһын да үҙ өҫтөгөҙгә алмағыҙ, маҡсатығыҙға яйлап, әммә ышаныслы атлағыҙ. Эшлекле сәфәр килемле булмаҡсы, әммә төп көстө ғаиләгә бирергә кәрәк.
Игеҙәктәр
Аҙна уңыш билдәһе аҫтында үтәсәк һәм һеҙ унан файҙа ала алырһығыҙ. Ижади ҡараш етәксе ҡуйған бурысты хәл итеүгә асҡыс була.
Ҡыҫала
Мәл ыңғай тәьҫорат менән үтәсәк. Һеҙ күп бурыс үтәй һәм иҫке мәсьәләне хәл итә аласаҡһығыҙ. Яратҡан кешегеҙҙе ҡыуандырһағыҙ, ул һеҙгә яҡшы мөнәсәбәт менән яуап бирер.
Арыҫлан
Ваҡиғалар кәрәкле йүнәлештә бара. Әле борсолоу тыуҙырған мәсьәлә киләсәктә файҙа килтерер. Эште ғәҙәти хәлгә әйләндермәгеҙ, төрлөлөк эҙләгеҙ. Хеҙмәттәштәр менән аңлашыу эштә юғары һөҙөмтә бирәсәк.
Ҡыҙ
Тәүәккәллеккә әҙерләнегеҙ. Башҡалар икеләнһә лә, һеҙ эш итегеҙ. Уңыш ҡыйыуҙарҙы ярата. Киләсәккә эште планлаштырыу өсөн бик яҡшы мәл.
Үлсәү
Финанс мәсьәләһе тотороҡло: артыҡ сығым сарыф итмәгеҙ һәм бурысҡа инмәгеҙ. Ғаиләлә барыһы ла яҡшы. Ижади кешеләрҙе уңыш көтә. Эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ.
Саян
Көндәлек ығы-зығынан ял итеү өсөн иң уңайлы осор. Әгәр үҙ ихтыяжығыҙға аҡса тотоноу мөмкинлеге бар икән, бынан баш тартмағыҙ. Эш сағыу тәьҫорат бирәсәк. Һеҙ барлыҡ бурыстарҙы ла еңел атҡара алырһығыҙ.
Уҡсы
Етәкселек һеҙҙе тыңларға әҙер. Күптән борсоған һорауҙарҙы әҙерләгеҙ. Ғаилә мәсьәләһендә тыныс булығыҙ, килешеү эҙләгеҙ. Еңел аҡса эшләү мөмкинлеге бар, әммә уяу булығыҙ.
Ылаҡ
Көс-дәрт юғары кимәлдә. Алыҫ араға сәйәхәт итеү айырыуса уңышлы. Планеталарҙың урынлашыуы ҡатмарлы мәсьәләне еңел хәл итергә ярҙам итә.
Һыуғояр
Яҡындарығыҙҙың ярҙамы һеҙҙе ҡанатландыра. Әммә күп нәмә һеҙҙән тора. Йондоҙҙар яңы офоҡтар асырға ярҙам итә. Яңғыҙҙар парын табыуы ихтимал.
Балыҡ
Етди карьера үҫеше көтөлә. Хәл-ваҡиғаның алмашыныуы һәм яңы тәьҫорат файҙаға ғына буласаҡ.