1976 йылда Ишембай нефть техникумын тамамлағандан һуң, өс йыл Үзбәкстанда «отработка» үттем. Дөйөм ятаҡта, беҙҙең күрше бүлмәлә өс ҡыҙ йәшәне. Улар Коканд ҡалаһынан оҙайлы практикаға килгәйне. Күршеләрҙең береһе – татар, икәүһе урыҫ милләтенән ине. Араларында Надежда исемле ҡупшы кәүҙәле, тәпәш буйлы, һары сәсле бик теремек ҡыҙ булды. Уны Надя - китаянка ти йөрөттөләр. Ниңә улай тип йөрөткәндәренә башта аптырай инек, һуңынан өйрәнеп китеп, иғтибар итмәнек. Бер саҡ үҙенән һорап та ҡарағайныҡ, ул: «Беҙ уҡыған төркөмдә ине Надя, шуға күрә...», - тип яуапланы. Ниңә китаянка һуң тигәнгә, ғәҙәттәгесә, йылмайып ҡына ҡуйҙы.
Бе көн эштән ҡайтҡас, вахтер янында оло йәштәге мәрйә апайҙы күрҙек. Вахталағы ҡатын:
- Ошо апайҙы үҙегеҙгә саҡырып сәй эсерегеҙ, хәстәрләгеҙ. Ул Надяның әсәһе, - тине. Беҙ ихласлап риза булдыҡ. Ул үҙе лә бик ябай, алсаҡ булып сыҡты. Надяның әсәһенә оҡшашлығына хайран ҡалдыҡ. Шул уҡ тәпәш буй, асыҡ йөҙ...
Үҙен Наталья Петровна тип таныштырған апай беҙнә үҙ тормошон түкмәй-сәсмәй бәйән итте. Баҡһаң, ул оҙаҡ йылдар Ҡытайҙа йәшәгән, ә ире шул илдә тыуып-үҫкән урыҫ кешеһе икән.
Наталья Петровнаның ата-әсәһе хәлле крәҫтиән булғанлыҡтан, 37-се йылда репрессия башланғас, өс балаһын алып, Ҡытайға ҡасалар. Башта атта, һуңынан поезда оҙайлы юл үтеп, Харбинға барып төпләнәләр. Ҡалала Рәсәйҙән күсеп килгән кешеләр күп була. Оҫта ҡуллы аталарына эш тиҙ табыла. Ул ташсы-балта оҫтаһы һөнәрен үҙләштереп, төҙөлөштә эшләй. Ғаиләгә йәшәр өсөн барактан бер бүлмә бирәләр. Ул илдә тағы ике бала тыуа. Тора-бара ҡытай телен өйрәнәләр. Ул заманда урыҫса белгән ҡытайҙар ҙа бихисап була.
Апайға бында килгәндә ни бары ун ике йәш була, оло ҡыҙ, ҡусты-һеңлеләрен ҡараша. Бер нисә йылдан әсәләренә лә төҙөләштә эш табыла.
Шулай итеп, Рәсәй кешеләре тырышып Харбинда, яңы мөхиттә йәшәргә күнегә.Үҙ сиркәүҙәре, мәктәптәре, театрҙары, кибеттәре барлыҡҡа килә. Наталья ла бер нисә йыл шул мәктәптә уҡып белем ала. Уны тамамлағас, бер бай ҡатнаш ғаиләлә (ҡытай-урыҫ) бала ҡараусы булып эшләй. Ҡытайса таҙа һөйләшергә өйрәнә. Тиҫтерҙәре үҙ ғаиләләрен төҙөгәндә, һаман яңғыҙ ҡала бирә. Уға үҙенән оло, ҡатыны вафат булған ике балалы урыҫ кешеһе тәҡдим яһай, тик ҡыҙ ризалығын бирмәй. Ҡытай егеттәре лә һоратып ҡарай, улар ҙа Натальяның йөрәген яулай алмай. Үҙ милләтенән кейәү таба алмаған мәрйәләр ҡытай егеттәренә сығып, матур донъя ҡора. Натальяға 26 йәш тулып килгәндә, уны үҙенән биш йәшкә йәш егет менән таныштыралар. Йәштәр бер-береһен оҡшатып, ғаилә ҡороп, татыу ғына йәшәп китә. Бер-бер артлы ике улдары тыуа.
Ҡытайҙа йәшәгән урыҫтар донъя хәлдәрен унда сыҡҡан гәзит аша уҡып, Советтар Союзының немец илбаҫарҙарына ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып барыуын белеп, бик ҡайғыра. Һуғыш тиҙерәк бөтһөн тип доғалар уҡыйҙар, сиркәүгә барып майшәмдәр ҡуялар. Ул тамамланғас, бик ныҡ шатланалар. Иленән күсеп киткән һәр кем ҡасан да булһа кире ҡайтырына өмөтләнеп йәшәй. 1953 йылда Сталиндың мәрхүм булыуын ишеткәс, күптәр илгә кире ҡайтыу теләге белдерә. Шулар иҫәбендә әлеге йәш ғаилә лә була. Тик уларҙың үтенесе ике тапҡыр кире ҡағыла. Бары тик өсөнсө яуапта ғына Ҡырғыҙстандың Ош ҡалаһына күсергә рөхсәт бирелә, ҡала Ҡытай сигенә яҡын урынлашҡанлыҡтандыр, моғайын. Тәүге йылдарҙа икеһе лә тәржемәсе булып эшләй. Унда тағы бер улдары тыуа. Ике йылдан Үзбәкстандың Коканд ҡалаһына күсергә рөхсәт бирелә. Надежда 1960 йылда шунда тыуа. Ата-әсәһе заводта эшләп, өс бүлмәле фатир ала.
Ҡытайҙа тыуған ике улдарын Совет армияһы сафына алмайҙар. Илгә ҡайтҡас тыуғаны әрмелә хеҙмәт итеп ҡайта.
Ҡытайҙар ниндәй халыҡ ул тигән һорауға, бик яҡшы, үҙ-ара дуҫ, эшкә тырыш кешеләр, ти торғайны апай. Һөйләүенсә, уларға кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙар шәхси тормошона зарланмаған. Килен кешегә, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, үҙ ҡыҙына ҡараған кеүек ҡарайҙар, тәнҡитләмәй генә белмәгәнен өйрәтәләр, балаларын ҡарарға ярҙамлашалар икән. Тыуған ырыуы, күршеләре менән дә һәйбәт мөнәсәбәттә йәшәйҙәр. Фәйләсүфтәрсә фекер йөрөтөргә яраталар, үҙ күҙҙәре менән күрмәгәнде һөйләмәйҙәр, ғәйбәт йөрөтмәйҙәр, кешене нахаҡҡа рәнйетеү оло гонаһ һанала. Ундай эштәр донъяла яуызлыҡты арттырыу тип аңлатыла. Кеше фанилыҡҡа үҙ тәҡдирен таҙартыу өсөн килгәненә ышаналар икән.
Наталья Петровна беҙгә ҡытай йондоҙнамәһе хаҡында ла һөйләне. Беҙ апайҙың һөйләүен бер өҙлөкһөҙ тыңларға әҙер инек, сөнки ҡытай халҡы тураһында бик мауыҡтырғыс итеп һөйләй торғайны. Моғайын, дуҫ, тырыш булғанға ла, тиҙ арала ҙур иҡтисади аҙым яһарға өлгәшкәндәрҙер, тигән һығымтаға киләм...
Дилара МӨХӘМӘТШИНА.