Ошо көндәрҙә Азат туғаным тыуған көнөнә саҡырҙы. Ғүмер ағышы тиҙ, әле генә донъяға килгән кеүек ине, илле йәш тә тулып киткән. Мин үҙем дә инде ул тыуған саҡтағы ун өс йәшлек ҡыҙ түгел, хаҡлы ялдағы кешемен.
Шул турала уйлай-уйлай, хәтер йомғағын һүтәм. Туғанымды бала табыу йортонан алып ҡайтҡандары, беренсе тапҡыр уйынсыҡ тотҡаны, тәпәй баҫҡаны хәтеремдә. Бигерәк теремек малай булды, урыҫса әйткәндә, «Ванька-встанька» ине.
Бөгөнгө баһадир кәүҙәле ир-егеткә әйләнгән туғаныма ҡарайым да, уйҙарым менән йәнә уның бәләкәй сағына әйләнеп ҡайтам...
Ун айлыҡ сағы булғандыр, коляскаға һалып та, ултыртып та йөрөтөп булмай башланы. Ултыртыуың була, тора ла баҫа бит был! Аптырағас, уны ҡулыма алып, коляскаһын этеп урам буйлап барам. Апайым менән еҙнәм беҙҙән өс йөҙ метр самаһы йыраҡлыҡта йәшәйҙәр ине. Һатып алған бәләкәй генә өйҙәрендә баланы ҡышын бер йәшенә тиклем юрғанға төрөп йөрөткәнде иҫкә төшөрөп, аптырап китәм. Ата-әсәһе уны беҙгә күтәреп йүгереп килә торғайны, килеп еткәнсе оран һалып килер ине. Ауыҙына ҡаптырған имеҙлеген төкөргәне иҫтә. Үҙен юрғанға төргәнде һис кенә лә яратманы.
Ун бер ай тигәндә беҙҙең Азат атлап китте. Быға беҙҙең нисек һөйөнгәнде белһәгеҙ!
Туғанымдың ике йәшлек ваҡыты айырыуса хәтерҙә ҡалған. Уны урамда ғына уйнатып булмай ине. Ҡойма аша, бала-сағаға, мине лә үҙегеҙ менән уйнатығыҙ әле, тип ҡысҡыра торғайны. Тегеләр инеп, етәкләп алып сығып барғанда, алыҫҡа алып китмәгеҙ, бәләкәс бит әле, тиһәң, мин ҙур, тип төҙәтер булды. Теле иртә асылғайны шул.
Бер көн малайыбыҙ урам буйлап ҡайтып килә. Уға иҫебеҙ китеп ҡарап торабыҙ, сөнки аяғында сандалийы, өҫтөндә кейеме юҡ бының. Беҙҙең һорауға: «Аҡып китте», - тип кенә яуапланы был. Йылға буйына барып ҡараһаҡ, ысынлап та, кейемдәре ағып киткәйне.
Шунан һуң күҙҙән яҙлыҡтырмай, артынан ҡарап йөрөй башланыҡ. Ярай йылға тауыҡ кисеп сығырлыҡ һай ине...
Азатҡа өс йәш ярым самаһы булғанда, бала-саға менән уйнап йөрөгән еренән, тағы ҡапыл юҡҡа сыҡты. Беҙ уны эҙләй башланыҡ. Юлда осрағандарҙан һорашабыҙ, күптәр күргән икән. «Малайығыҙ туҡтап, беҙгә шиғыр һөйләне лә, ауыл осона табан китте», - тиҙәр. Бара торғас, ике ҡулына ла кәнфит тотҡан Азатыбыҙ бер урамда Мостай Кәримдең «Рус түгелмен, ләкин россиян мин» шиғырынан ике куплет һөйләп тора. Ни эшләп улай йыраҡ киттең тиеүебеҙгә, мин шиғыр һөйләйем, ә һеҙ миңә мешать итәһегеҙ, тип яуап бирҙе.
Бер көн апай менән еҙнәне ҡунаҡҡа саҡырғандар. Улар үҙҙәре менән улдарын да алып барған. Тыуған көн бик күңелле үткән. Туғаным шиғыр ҙа һөйләгән, бейеп тә күрһәткән. Ҡунаҡтар уны көслө алҡышҡа күмгән. Шунда бер ағай: «Азат, һин ҡасан кәләш алаһың?», - тип һораған. Малай уға: «Беҙ башта пистолет, һуңынан ғына кәләш алабыҙ», - тип яуаплаған. Баҡһаң, уға атаһы уйынсыҡ пистолет алып бирергә вәғәҙә иткән булған да, үҙе онотоп тик йөрөгән. Уның әйткәненән барыһы ла «геү» итеп көлөп ебәргәс, туғаным әсәһе янына барған да: «Әсәй, ә кәләш ниндәй тәтәй була ул?», - тип һорай икән. Апайым: «Ул магазинда һатылмай, үҫкәс, үҙең күрерһең», - тигән.
Туғаным шулай беҙҙе бер аҙ борсоп та, көлдөрөп тә үҫеп етте. Бөгөн уны танырлыҡ та түгел. Мәктәптә уҡып йөрөгән ҡыҙы ла үҙенә оҡшап төҫкә сибәр, теремек бала. Кәләше уңған, донъяһын сынъяһау итеп тота, аш-һыуға оҫта. Азат вахта ысулы менән Себерҙә эшләп йөрөй. Етеш, матур тормошта йәшәйҙәр: бөтә уңайлыҡтары булған өс бүлмәле фатирҙа торалар, ҡыйбатлы машинала йөрөйҙәр.
Туғаным эштән ҡайтҡас, өйөндә телевизор ҡарап, тыныслыҡта ғына ял итергә ярата. Яҡындары менән дә һирәк аралаша. Байрамдарҙа, тыуған көндәрҙә, аят аштарында ғына осрашабыҙ.
Мин уны һаман да, бәләкәй сағындағы кеүек, бөтә кешегә асыҡ йөҙлө, аралашыусан итеп күргем килә. Тик ул бөгөн бөтөнләй башҡа төрлө: аҙ һүҙле, ҡырыҫыраҡ та.
Туғанымдың бала сағындағы нурлы йөҙөн ниндәй елдәр алмаштырып китте икән?
(*Исем үҙгәртеп алынды)
Сафия А.