Тапҡан кәләш алыр ваҡыт, тип мыҫҡыллы йылмайыр бәғзеләр. Ҡайҙа ҡарама, хаҡ арта, санкциялар артынан эшһеҙлек, илдә әллә ниндәй ваҡиғалар бара – кәләш алыр, ғаилә ҡорор, килен әйттерер ваҡыттыр шул, тип көрһөнөр атай-әсәй. Ә ҡайһы ваҡытта еңел булған һуң тип, яҙмышын үҙ ҡулына алып, һөйгәненә тәҡдим яһауҙы тиҙләтеүселәр ҙә барҙыр.
Ысынлап та, бөгөн илдә ғаилә ҡороу мөһимме? Әллә сит илдән ингән ҡырағай мода – никахһыҙ, ата-әсәйҙән йәшертен, күңелеңә хуш килгән, нәмәһе менән булһа ла күңелеңә оҡшаған кешене осратырға ла йәшәп тик ятырғамы: рәхәт тә, уңайлы ла, сөнки бер кем, бер нимә өсөн яуап тотмай. Теләйһең икән –эштән һуң тура йортоңа ҡайтмай ситтә күңел ас, бер төрлөлөктән биҙеп китһәң, мөнәсәбәттәрҙе өҙ ҙә, икенсеһен башла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп йәштәребеҙ ошо принцип буйынса йәшәй.
Психологтар тормош ҡорорға теләмәгән ир-ат менән тест үткәргән һәм сәбәптәрен асыҡлаған. Баҡтиһәң, егеттәр беренсе сиратта азатлығын юғалтыуҙан ҡурҡа икән. Паспорттағы “билдә” өҫтәмә бурыс өҫтәгәнендә уйлап,тиҙерәк мөнәсәбәттәрҙе өҙөү яғын ҡарайҙар. Шулай уҡ буйҙаҡтар яуаплылыҡтан да ҡурҡа. Йәмғиәттә ирҙәрҙе туйындырыусы, аҡса табыусы, ғаиләһен тәьмин итеүсе тип ҡабул итәбеҙ. Тап ошо стереотип күп осраҡта ирҙәрҙә ҡатын һәм балаларын тәьмин итеүсе булараҡ бурысты үҙ өҫтөнә алыуҙан баш татрыға этәрә. Шунлыҡтан, никахты рәсми теркәмәй йәшәү бындайҙарға ҡотолоу ысулы.
“Өйләнешкәнгә тиклем һин былай түгел инең!” тигән һүҙҙәрҙе йыш әйтергә һәм ишетергә тура килә ир менән ҡатындан. Ысынлап та, дуҫлашҡан осорҙа мөнәсәбәт фильмдарҙағы мөхәббәттән бер нимәһе менән дә айырылмай. Шоколад, гөлләмә, матур һүҙҙәр, ихтирам, фильмдарға йөрөү өйләнешкәс яйлап донъя мәшәҡәтенә күмелә. Ҡыҙ ҙа хәҙер гел генә йылмайып, мөләйем яуап бирмәй, егет тә ҡайтыу менән диванға ауыу яғын ҡарай. Бында инде романтика тигән хис тоноҡлана. Ҡыйынлыҡ бала тыуғас та дауам итә - бында кемдер артыҡ һымаҡ тойола башлай. Белгестәр балаға йәш тулғанға тиклем айырылышыу ошо сәбәпкә бәйле, ти.
Быға тиклем ғаилә ҡороп, уңышһыҙлыҡҡа осраған ир-егет икенсе тапҡыр бер үк тырмаға баҫырға теләмәй, әлбиттә. Айырылышыуҙы ауыр кисергәнлектән, ҡатын -ҡыҙға ышанысы юғала. Ошондай мөнәсәбәт ҡатындарҙан “үс алыу” тойғоһон тыуҙыра, был үҙ сиратында партнерҙарҙы йыш алмашырыуға килтерә. Гүзәл зат уның менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырырға теләһә лә, ир унан ҡасыу яғын ҡарай. Никах яңыртыуға ҡаршы, сөнки уны рәсмиләштергәс, барыһы ла ташлап китер һымаҡ тойола.
Бөгөн өйләнмәгән егеттәр, яртыһын тапмай ҡартайған ҡыҙҙарыбыҙ күп. Ике ярҙа бер-береһен күреп тә, тәрән соҡор аша беренсе аҙым яһарға ҡыйыулығы етмәгән милләттәштәребеҙгә нисек ярҙам итеп була?
Бәлки, элеккесә тиҙ арала димселекте тергеҙеү кәрәктер. Ауылдарҙа элек ҡыҙ яусылап, һоратып йөрөгән инәйҙәр, һеҙ ҡайҙа? Тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашығыҙ, яҙығыҙ! Һеҙҙән тәҡдим һәм шылтыратыу көтәбеҙ.
Рәфилә БИКЙӘНОВА.