Көнгәк
+13 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән...

Бәхәс ҡорам. "Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән..."

Ситкә сығып, төрлө халыҡ араһында эшләй башлағас, үҙемдең шул тиклем йомшаҡ кеше икәнлегемде аңланым. Баҡтиһәң, беҙҙе бәләкәйҙән “Кешегә ауыр һүҙ әйтмә”, “Ихтирам ит! Рәнйетеп ҡуйма!”, “Бүлешергә ҡыйынһынма!” тип,  тәрбиәләгәндәр икән. Әммә бөгөнгө заманға талаптар бик үк тура килмәй.

25 йыл буйы эшләп, хаҡлы ялға әҙ генә ҡалғас, ауылдағы мәктәпте яптылар.  Уҡытыусылар ғына түгел, минең кеүек ашнаҡсы, иҙән йыуыусылар ҙа эшһеҙ ҡалдыҡ. Аталары булмағас, студент улдарыма ла ярҙам итергә кәрәк. Нужа ҡалас аша тигәндәй, гәзиттә иғлан күреп,  вахта буйынса  ашнаҡсылар талап ителеүен белгәс, шылтыраттым. Иртәгәһенә һөйләшеүгә саҡырҙылар, эш хаҡы ла матур ғына. “Ауырлығына түҙәсәкмен, ауыл балаһымын да инде тип” үҙемде тынысландырып, эш биреүсенең бөтә талабына ризалаштым. Бер аҙнанан юлға сыҡтым.

 Самолетта Норильск ҡалаһына килеп төшөү менән тынымды уҡшытҡыс газ ҡатыш ҡаты һалҡын быуҙы. Ысын мәғәнәһендә, тын алыуы ҡыйын, күҙ алды ҡараңғыланып, тирә-яҡта тотонор терәк тапмағас, янымдағы ҡатынға терәлдем. Минән ике баш бейек ҡатындың дорфа тауыш менән: “Миңә тотонма, һаулығың булмағас, ни тип килә ятаһың?”- тип ҡысҡырыуы былай ҙә өлтөрәп торған йөрәгемә уҡ булып ҡаҙалды. Оҙон аҡса эшләү өсөн ҡатын-ҡыҙға ни тиклем көслө булырға кәрәклеген аңлап, күҙҙәремде сытырҙатып йомдом да, уҡшып ебәреүҙән ҡурҡып, халыҡ ағымына эйәрҙем.

Беҙҙе йәш кенә ҡыҙ ҡаршылап, офисҡа документ тултырырға алып китте. Ауыр сумка ғына түгел, үҙебеҙсә һөтләп ҡуйы сәй ҙә эсмәгәс, баш ауыртыуы көсәйҙе. Ятаҡҡа урынлаштыҡ, рекламалағы йәшәү шарттарына яҡын да килмәй. Ике яруслы карауат, өлгөрөрәктәр аҫҡы урындарҙы мин алан-йолан ҡарағансы алып бөткәйне. Уҙған йыл һынған тубығым бөгөлөргә ирек бирмәй, шунлыҡтан йәш кенә ҡыҙҙан урындарҙы алмаштырыуҙы һораным. “Юҡ, миңә өҫтә оҡшамай!”- тип яуапланы. Өләсәйемдең “Ҡайҙа булһаң да ололарҙы ихтирам ит” тигән һүҙҙәре иҫкә төштө. Эстән генә үҙемде “Бер ай эшләһәм, аҡсалы булып ҡайтып китәрмен. Түҙергә кәрәк“, -тип һытылырға торған күңелемде тынысландырам.

Бөтәһенә лә түҙҙем. Вахта ысулы яҙылмаған ҡағиҙәләргә бойһоноуын талап итә икән ул. Йыш тәмәке тартҡан, йәшерен иҫерткес эсемлек ҡулланғандарҙан килгән уҡшытҡыс еҫ, телмәрҙең һүгенеү һүҙҙәренән тороуы, беҙҙең балалар йәшендәгеме, оло булһынмы, ир-егеттәргә оятһыҙ көләмәс һөйләүҙәренә, тараҡан, серекәйҙәренә лә  тешемде ҡыҫып түҙҙем. Иң мөһиме, үҙемде үҙем яҡларға өйрәндем. Шулай ҙа,өс йыл эшләүемә ҡарамай, бер нәмәне аңламайым. Өләсәйҙәр аҡылы бөгөн онотоламы, әллә уны бөгөнгө быуын балаларына еткереүсе юҡмы? Был донъяға килгәнбеҙ икән, ни өсөн бер-беребеҙгә кәрәкмәгән саҡтарыбыҙ арта?

Ашнаҡсы ҡатындың зарын Рәфилә БИКЙӘНОВА тыңланы.

Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән...
Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас